Ҡәләм оҫталарында ғәйеп юҡ26.01.2012
“Ысын журналист өсөн тарихтан ситтә тороуҙан да хурлыҡлыраҡ халәт булмайҙыр. Улай икән, ни өсөн беҙ иҡтисадтан ситләштек һуң? Эшләүселәр ҡайҙа? ...Ер һөрөүселәр, кейем тегеүселәр, уҡытыусылар тураһында йылы һүҙ әйтергә онотабыҙ”. “Уларҙа (ваҡытлы матбуғатта. — М.Х.) эшлекле мәғлүмәттәр, тәрән ентекле анализ торған һайын аҙая”. “Гәзит биттәрендәге ҡотороноу, телевизор экрандарындағы сикһеҙ ғиш-ғишрәт тә юҡтан тыумаған бит. Был күренештәргә лә аңлатма булырға тейеш”. Әлбиттә, Рәсәйҙә йәшәгән фекер йөрөтөргә һәләтле һәр кемде борсоған был күренештәргә аңлатма бар. Ул — баҙар мөнәсәбәттәре, либерализм, йәғни капиталистик ҡоролоштоң ситләтелгән һәм туранан-тура кәүҙәләнеше.
Танылған журналист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Башҡортостан” гәзитендә (2011 йылдың 15 декабрь һанында) донъя күргән “Беҙ — тормоштоң үгәй балалары” тип аталған мәҡәлә-уйланыуҙарындағы тәрән борсолоуҙың күбеһенә хәҙерге ысынбарлыҡ үҙе яуап бирә. Байтаҡ хәл-ваҡиғаларҙы һәм шәхестәрҙе атап үткән автор “ни өсөн?” тигән һорауға яуап эҙләй. Ә бит батша Рәсәйенең күренекле философы, эмиграцияла донъя ҡуйған Николай Бердяевтың “Истоки и смысл русского коммунизма” тигән фәһемле, тәрән анализлы хеҙмәтендә ошо һорауға яуаптар бар. “Урыҫ халҡы ғүмер-ғүмергә буржуазлыҡтан азат булырға ынтылыуға ҡарамаҫтан, буржуазлыҡтың Рәсәйҙә коммунизмдан һуң да барлыҡҡа килеүе ихтимал, — тигән философ. — Совет Рәсәйенә буржуазлыҡ урыҫ халҡының дини энтузиазмы кеүек социализм төҙөүгә ынтылышы бөткәндән һуң киләсәк”.
Коммунизмдан һуң тыуасаҡ ҡоролош әхлағын Бердяев “шкурничество” тип атай. Хеҙмәт һикһән йылдар элек ижад ителеүгә ҡарамаҫтан, философтың шундай тапҡырлығы урыҫ донъяһын яҡшы белеүе хаҡында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабатланыусы тарих фарс йәки трагедия төҫөн алыусан, ләкин юғары дәрәжәле булырға һәләтһеҙ. “Романтика торған һайын аҙая, рәхимһеҙ ысынбарлыҡ арта” барған Рәсәйҙә хәл-ваҡиғаларға аңлатманы Европа ерлегендә эҙләп булмай. Ә бит 20-се йылдар Рәсәйендә лә ошондайыраҡ хәл күҙәтелгән. Яңы власть урынлашҡандан һуң бер төркөм зыялыларҙы пароходҡа тейәп, сит илгә оҙатыу, ауыл хужалығын коллективлаштырыу, хәлле крәҫтиәндәрҙең донъяһын, малын тартып алып, Себергә һөрөү — миҫалдар бихисап.
Тарих, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡабатлана: ләкин бөгөн рәте булғандар сит илдәргә үҙе сығып китә, колхоздар бөткәндән һуң ауылда эшһеҙ ҡалған ир-егеттәр сит тарафтарҙа аҡса эҙләргә мәжбүр, һөҙөмтәлә ауыл бөлә, унан кеше ҡаса. Кешеләр ауылдан ғына түгел, бәләкәй ҡалаларҙан да китә, сөнки унда ла йәшәрлек мөрхәт ҡалмай. Быны 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре лә раҫлай, баҙар капитализмы үҙ тәртибен ныҡлап урынлаштыра. КПСС традицияларында тәрбиәләнгән журналистар уға хәжәт түгел, сөнки “дүртенсе власть” вәкилдәренең “яңы ҡоролош”ҡа бер ниндәй ҙә ҡатнашы юҡ. Тимәк, большевиктар өлгөһөндә ул да үҙ яҙыусыларын, журналистарын әүәләп сығарасаҡ.
“Әгәр элекке тормош яҡшы булған икән, ни өсөн барыбыҙ ҙа уны таратыуҙарын вайымһыҙ ғына күҙәтеп торҙоҡ һуң? Шундай ҡатмарлы бәрелештәрҙә журналистарҙың ҡапма-ҡаршы яҡта ҡалыуы үкенесле. “Ҡыҙылдар” һәм “аҡтар” билдәһе беҙҙә һаман да көслө шул”, — тип дауам итә Ҡотлоғәлләмов. Ысынлап та, ни өсөн 19 миллион ағзаһы була тороп, КПСС бер кешенең — “СССР-ҙы тарҡатыусы Б. Ельцин”дың Указына ҡаршы тора алманы? Ни өсөн совет халҡы, 1941 — 1945 йылдарҙа гитлерсыларҙан илен ҡурсалаған кеүек, күтәрелеп сыҡманы, тип тә һорарға мөмкин. Ләкин, инглиздәр әйтмешләй, Айҙан түбән бер ни ҙә мәңгелек түгел. 90-сы йылдар СССР-ы ла 1916 йылғы Рәсәй империяһының яҙмышына тарыны. Унда ла иҫкереп эштән сыҡҡан батша хакимиәтен бер кем дә яҡламаған, хатта ант биргән офицерҙар ҙа. Классик империяларға, Рәсәйҙән тыш, һуңғы нөктәне Беренсе донъя һуғышы ҡуйҙы. Ошо күҙлектән ҡарағанда, 1918 йылда большевиктар ҡыуып таратҡан Ойоштороу йыйылышы (Учредительное собрание) эшен уңышлы тамамлай алһа, бәлки, кисәге империя киңлектәрендә яңы дәүләттәр барлыҡҡа килер, тормош та әҙәм рәтле ағыр ине. Ләкин большевиктар империяны, әлбиттә, икенсе йөкмәтке биреп, ваҡытлыса һаҡлап ҡала. Ваҡытлыса, сөнки 90-сы йылдар ваҡиғалары шуны күрһәтте. Ҡасандыр батша тәхетен Политбюро биләһә, КПСС тәхеттән төшөрөлгәс, уның да урыны буш ҡалманы һәм “яңылар” ҙа шул уҡ традицияларҙы дауам итте. “Урыҫ интеллигенцияһы дәүләтте яратмаған, — ти Бердяев, — уны үҙенеке иҫәпләмәгән. Улар дәүләттең әһәмиәтен аңламаған һәм уға эйә булыу тураһында уйламаған да”. Зыялылар шулай фекер йөрөткәс, түбәнерәк массаларға ни һан?
Хәҙер авторҙы борсоған проблемаларҙы бер епкә теҙгән мәсьәләгә күсәйек. “Бөйөк урыҫ халҡы”, “Бөйөк Петр”, “бөйөк эштәр”, “бөйөк дәүләт”, “бөйөк фажиғә”, “бөйөк яуаплылыҡ”... Мин был төшөнсәләрҙе контекстан айырып бирергә мәжбүр булдым, сөнки ни тураһындараҡ һүҙ барғаны былай ҙа аңлашыла. Мәғлүм булыуынса, бөйөк халыҡтар, бөйөк шәхестәрҙең баһаһы бер ҡасан да төшмәй, онотолмай. Эйе, Советтар Союзында “бөйөк” эпитеты менән самаһыҙ мауыҡтылар, хатта 1917 йылғы октябрь инҡилабы ла бөйөк эштәр рәтенә инеп киткәйне. Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, бөгөнгө хәлдәрҙең аптырашта ҡалдырырлыҡ бер яғы ла юҡлығы асыҡлана.
Күренекле тарихсы Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Төрөк һәм татар тарихы” тигән китабында телгә алыныуынса, VII быуаттың икенсе яртыһында Узи (Днепр) һәм Иҙел (Волга) йылғаларының баштарындағы әҙәм аяғы баҫмаған ҡара урмандарға Висланың арғы яғынан вәхшиҙәрсә тереклек итеүсе әҙәмдәр килеп урынлаша. Улар тире ябынып йөрөй, башҡалар күҙенә бик салынмай, һунар менән тамаҡ туйҙыра. Ата-бабаларыбыҙ улар менән аралашыуҙан түбәнһенгәндер һәм бер көн килеп ҙур бәләләр тыуҙырасаҡтарын уйламағандыр, тип дауам итә Вәлиди. Төньяҡ Швециянан сығып, күп ерҙәргә таралған урыҫтар (тарихта улар күберәк “варяг” атамаһы менән билдәле. — М.Х.) был ҡәүемдәрҙе буйһондороп, уға үҙ исемен бирә. Артабан халыҡ Сыңғыҙ хан империяһынан бик аҙ ҡалышҡан дәүләттең “арҡа һөйәге” булып китә, ләкин идара итеүсеһе түгел.
Эш шунда: Мәскәү дәүләте, күп йылдар Алтын Урҙанан сыҡҡан күп һанлы феодалдар йоғонтоһонда булып, баҫып алыу сәйәсәтен дә улар үткәрә. Мәҫәлән, Рюриковичтар нәҫелендә (Иван Грозный — шуларҙан) татар ҡаны ла мул була. Петр I иһә Рәсәйҙә немец, даниялы, бүтән Европа халыҡтарынан сыҡҡан дворяндарҙы үрсетә. Шуға күрә, Бердяевса әйтһәк, “Көнбайыш менән бәйләнешкә инеү Рәсәйҙең тәбиғәтен ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәртә, ләкин Көнбайыш нормаларын таға алмай”.
Философ фекеренсә, “Рәсәйҙә һәм урыҫ халҡында ...дәүләткә хас аяуһыҙлыҡ та, анархистарса ирек һөйөү ҙә, милләтселәрсә тәкәбберлек тә, киң күңеллелек тә, башҡаларға яфалар килтереү һәм йәлләй белеү ҙә бар”.
“Урыҫ күңеленең ҡапма-ҡаршылығы уның тарихи яҙмышының ҡатмарлылығына бәйле: унда Көнсығыш һәм Көнбайыш элементтары көрәшә, — ти Н. Бердяев. — Ғәйәт ҙур киңлектәргә эйә булыу урыҫ күңелендә лә эҙ ҡалдырған. Сикһеҙлек, формаһыҙлыҡ, ҡайҙалыр ынтылыу һәм киңлек. Урыҫ халҡы үҙенең икһеҙ-сикһеҙ биләмәләре һәм тәбиғәттең стихиялы булыуының ҡорбанына әүерелгән”. Петрҙың ғына түгел, башҡа батшаларҙың да Рәсәйҙә Европа тәртиптәрен урынлаштырырға маташыуы объектив сәбәптәр арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа тарый, сөнки улар “халыҡ менән идара итеүсе юғары синыф араһындағы айырманы көсәйтә”. “Петр заманында империя донъяла иң ҙурға әүерелеүгә ҡарамаҫтан, унда эске берҙәмлек булмай”, — ти философ. Европаса йәшәргә ынтылыу хатта ХХI быуатта ла килеп сыҡмай, сөнки, инглиз тарихсыһы Артур Тойнби әйтмешләй, алама традициялар һәр ваҡыт эҙәрлекләп бара.
Әлбиттә, Мәскәү батшалығына ҡушылғанға тиклем халыҡ йыйындары тарафынан идара ителгән башҡорт донъяһы дүрт быуаттан ашыу крепостной хоҡуҡты үҙ елкәһендә татыған йәмғиәттең көслө йоғонтоһо аҫтында элекке һыҙаттарын тамам юғалтҡан. Рәсәйҙә отошло төбәк сәйәсәте үткәрелмәй, урындағы үҙидараны граждандар үҙ ҡулына алмай тороп, илдең иртәгәһе һәр саҡ шик аҫтында буласаҡ. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта Мәскәүҙә был хаҡта уйлана башланылар, ләкин был сәйәсәттең тик милли республикалар баҫымы һөҙөмтәһендә генә тулыһынса ғәмәлгә ашыуы ихтимал.
Үрҙә әйтелгәндәр, минеңсә, мәҡәлә авторының һорауҙарына яуап бирә кеүек. Империяларҙа граждандар йәмғиәте ҡороу мөмкин түгел, хатта Йәмәғәт палаталары эшмәкәрлеге аша ла. Ә бөгөнгө Рәсәй, Конституцияла федератив демократик хоҡуҡи дәүләт тип аталыуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә һаналған принциптарҙың береһе лә эшләмәй. Хәҙерге Рәсәй Федерацияһы бер ниндәй ҙә проблема борсомаған 7 процент ҡалын кеҫәле халыҡтың атаһы һәм әсәһе генә. Башҡалар, ысынлап та, бында үҙен үгәй хәлендә тоя. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында төрлө даирәләрҙә 20 йыл тылҡыйҙар, әммә һөҙөмтәһе самалы. Ҡайһы бер социологтар фекеренсә, беҙ Европанан кәм тигәндә ярты быуатҡа артта ҡалғанбыҙ һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инеү ҙә хәлде үҙгәртәсәге шикле.
Иҡтисади реформалар дауам иткән 20 йылда Башҡортостанда ваҡытлы матбуғат статусының ҡоролош талаптары нигеҙендә хәл ителмәүе һис кенә лә ҡәләм оҫталарының ғәйебе түгел. Уны хоҡуҡи һәм, әлбиттә, әхлаҡи күҙлектән сығып, властар ғына хәл итә ала ине. 90-сы йылдар башында морон төрткән “ҡәһәр һуҡҡан заман” арабыҙға үтеп килеп инде һәм йәмғиәттең тарҡаулығы һәм көсһөҙлөгө арҡаһында үҙ ҡағиҙәләрен тағып, етәкселек итеп ята. Уның өҫтө бөтөн, тамағы туҡ һәм башҡаларҙа эше юҡ. Илдә йылдан-йыл көсөргәнешлерәк була барған проблемаларҙың төп сиселеше, моғайын, 1918 йылда большевиктар ҡыуып таратҡан Ойоштороу йыйылышын яңынан саҡырыуҙалыр, сөнки күп милләтле Рәсәйҙең яҙмышын хәл итергә әлеге депутаттарҙың ҡулынан килмәй һәм хоҡуғы ла етерлек түгел.
Мәхмүт ХУЖИН.


Вернуться назад