Сағыу йондоҙҙарҙың береһе26.01.2012
Сағыу йондоҙҙарҙың береһеКешенең яҙмышы — үҙ ҡулында. Йондоҙҙай балҡытамы уны, заяға уҙғарамы — әҙәмдең үҙенән тора. Халҡыбыҙ алдында баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәт күрһәтеп, ижади ҡаҙаныштары менән барыһын хайран ҡалдырып, мәңге хәтерҙә уйылып ҡалғандар байтаҡ, шөкөр. Шундайҙарҙың береһе — БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Бәҙәр Йосопова.
Һәр бер сәнғәт әһеленең тормош юлы ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс һәм һоҡланғыс та. Бәҙәр Йосопова хаҡындағы гәзит материалдары, шәхси яҙмалар, фоторәсемдәр менән танышҡан саҡта уның кеше араһында ихтирамлы ҡатын-ҡыҙ, тамашасыһы өсөн сағыу йондоҙ, туғандарына иһә терәк-таяныс булыуын аңлайһың. Шулай уҡ оло быуын артистарының хөрмәтләп телгә алыуы уның хеҙмәтенең ҙур баһаһы хаҡында һөйләй.
Бәҙәр Йосопованың йәш сағы ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары сикләнгән осорға тап килеүгә ҡарамаҫтан, ул үҫмер саҡтан сәхнә тормошон юлдаш итеп һайлай. Башта тиңдәштәренең “сабата кейгән артистка” тип көлөүҙәренә, муллаларҙың тиргәүҙәренә иғтибар итмәй, сәхнә тормошонда ҡайнап йөрөһә, 1916 йылда Орск Йәштәр союзы эргәһендәге үҙешмәкәр театрында ул Люси псевдонимы менән беренсе спектаклдә ҡатнаша. Һуңынан яҡын дуҫы, ул ваҡытта йәш драматург Мирхәйҙәр Фәйзи өмөтлө ҡыҙға үҙенең “Ғәлиәбаныу” пьесаһындағы төп ролде тәҡдим итә. Спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтә, Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы ролен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Шул рәүешле “Ғәлиәбаныу”ға яҡты киләсәк, яңы мөмкинлектәр аса.
Бәҙәр Йосопова сәхнәлә ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыусы ғәжәп һәләткә лә эйә булған. Әйтәйек, Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” пьесаһында хәйләкәр, яһил Үлмәҫбикә, Афзал Таһировтың “Алатау”ында — ҡыйыу партизанка Зөһрә, В. Мортазин-Иманскийҙың “Салауат” спектаклендә — көслө рухлы, һынмаҫ ихтыярлы Көнбикә, Михаил Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм”ендә — шаян, шуҡ Лушка, Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ында — уҫал Огудалова һәм башҡа бик күп төрлө ролдәр башҡара.
Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы тамашасы өсөн талантлы актриса булып ҡына түгел, ә ҡобайырҙар, бейеүҙәр, йырҙар менән эстрадала, радиола, телевидениела сығыш яһап та танылыу яулай.
Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның тәүге артистарының береһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәрен сәхнәгә алып сығыусы тәүге актриса үҙ хеҙмәтенә ҡарата хөрмәтен дә күрә. Сәхнә оҫтаһының исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөнөң Актер йортона уның исеме бирелде.
Рита ХӘСӘНОВА,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.


Вернуться назад