Һыуҙар кисеп, боҙҙар кистем...06.08.2014
Һыуҙар кисеп, боҙҙар кистем... Ошо көндәрҙә танылған шағир Марис Нәзировҡа 65 йәш тулған булыр ине. Әммә аяуһыҙ сир уны арабыҙҙан иртә алып китте. Шулай ҙа уның моңло шиғырҙары һүҙҙәренә яҙылған йырҙар бөгөн дә халҡыбыҙҙың күңелендә йәшәүен дауам итә...



Яман күҙҙән һаҡла, Хоҙай!

Яман һүҙҙән һаҡла мине,
Һаҡла, Хоҙай, яман күҙҙән!
Һыуҙар кисеп, боҙҙар
кистем,
Һалҡындарға түҙҙем,
түҙәм…

Үҙем һалған һуҡмаҡ йөҙөн
Айыр, Хоҙай, башҡа эҙҙән!
Ҡырыҫ йәй ҙә ҡыҫыр түгел,
Татлы емеш өҙҙөм, өҙәм…

Яҡты күҙҙә юлым өҙмә,
Нур һүндермә, Хоҙай
күҙҙән!
Бурандарға ҡаршы барып,
Көрттәр йырҙым, йырам
теҙҙән…

Ғүмер көҙөм — ҡуҙлы
күмер,
Яңы усаҡ дөрләр тиҙҙән.
Осҡон услап, ялҡын сөйҙөм,
Шиғыр итеп теҙҙем, теҙәм.

Яҙҙар ҡат-ҡат килһен
наҙлап,
Имен кергәс ҡышҡа көҙҙән.
Яман күҙҙән һаҡла берүк,
Һакла, Хоҙай, яман һүҙҙән!


Ҡар өҫтөндә миләш күҙ йәштәре

Ҡар өҫтөндә миләш
тәлгәштәрен
Тапап һытҡан сана
табаны.
Мамыҡ кеүек аҡта – ҡыҙыл таптар,
Тамып ҡалған, гүйә, ат
ҡаны.

Иҫән микән малҡай?
Был ауылда
Ат аҙбары, беләм, юҡ
күптән.
Ел осора боҙло ҡыл
йомғағын
Шул урынды йотҡан
сүплектән.

Беҙ үҫкәндә эйәрле ат ине
Күңелдәрҙең түрен биләгән.
Мейестәге һалам күк
йылытты,
Төн һарылғас ситән өйҙәргә.

Таң атҡанда әтәс ҡысҡырғаны,
Аттар кешнәгәне уятты.
Колхозлашыу, һуғыш
осоронда
Иң ауырын йөктөң ат
тартты.


Яҡты донъя ҡотло, мул
булһынға
Унан һуң да ауыл ут
йотто.
Тотош илде аттар
туйындырҙы,
Ҡаланы ла улар байытты.

Хәйерселек сиктәренә
ҡабат
Етеп бара ниндәй бай ауыл.
Ҡалмағанда кеше ҡәҙерҙәре
Ҡәҙерләүҙәр атты ҡайҙа
ул?!

Әллә нисек һытыҡ тәлгәштәрҙе,
Сана эҙен тапап атлауы.
...Ҡар өҫтөндә – миләш күҙ
йәштәре,
Әйтерһең дә, һуңғы ат
ҡаны.
***
Бала саҡтан беләм:
«Һыйлы көнөң – һыйыр
менән»,–
Тигән һүҙҙәр дөрөҫ икәнде.
Ас итмәне көндө
Атай һауған һөтлөкәйҙең
Пар бөркөгән ағы иртәнге.

Етем өс сабыйҙың,
Үгәйһетеп буш табынын,
Ҡоро йәйҙә китте ҡот
өйҙән.
Ҡыҫыр ҡалды һыйыр, –
Бүреләрме йәнен ҡыйҙы? –
Иҫән ҡайтманы ул
көтөүҙән.

Хоҙай, ярай әле,
Яраларҙан араланы,
Атай тана алып үҫтерҙе.
Быҙау ҡаҡҡас ишек,
Ыуыҙ күмәсендә бешеп,
Йортобоҙға ҡабат ҡот
керҙе.

Ҡот йәшәне оҙаҡ,
Туҡ үҫкәнгә йөҙөбөҙ аҡ,
Ғүмер юлы йырлап
һүтелгән.
Бала саҡтан беләм:
Һыйлы көнөң – һыйыр
менән,
Ауыл таңы матур һөт
менән!

***
Ауырый ауыл,
Бахыр алкаш ир кеүек,
Махмыр ғазаптарын
кисереп.
Биш намаҙға күптән
ултыраһы
Әбейҙәр ҙә, ана, иҫерек.

Ауырый ауыл,
Билсән баҫҡан ер кеүек,
Ашлыҡ тыуҙырырға
тилмереп.
Ер эшкәртеп орлоҡ
күмдерәһе
Егеттәр ҙә һалмыш, тик
йөрөп.

Ауырый ауыл,
Ят һүҙ баҫҡан тел кеүек,
Йәп-йәш ҡыҙҙар үтә
һүгенеп.
Башын сөйөп һыра
һемергәндә
Кендектәре тора күренеп.

Ауырый ауыл,
Ел туҙғытҡан көл кеүек,
Буш нигеҙҙәр тынын
күмдереп.
Ҡарт ғүмерҙең ҡарттар
йорттарында
Көнө һүнеренә күндереп.

Ауырый ауыл,
Айный алмай ил кеүек,
Янып эшләр саҡта иҫерек.
Гел емерек ферма
аҙбарҙары,
Әйләнерме саңға бер сереп?

Һөйәм тиһәң...

Һөйәм тиһәң, гөлдө һөй,
Гөл-баҡсалы илде һөй.
Ил байлығы – ерҙе һөй,
Ергә тамған тирҙе һөй.
Тир ағыҙған ирҙе һөй.
Меңде һөймә, берҙе һөй.
Һине һөйгән... мине һөй.


Вернуться назад