Шағир йәшәй халыҡ күңелендә05.08.2014
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт мәҙәни фонды бына инде дүртенсе йыл “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” тигән әҙәби конкурс үткәрә. Быйылғы бәйге Башҡортостанда Мәҙәниәт йылына һәм Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фондҡа 10 йыл тулыуға арналды.

Конкурста республикабыҙҙың 11 ҡала һәм 24 районынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шулай уҡ Болгария, Белоруссия, Эстония илдәренең әҙәбиәт һөйөүселәре лә ситтә ҡалманы.
Бәйгелә ҡатнашыусылар Өфөлә Мәжит Ғафури менән бәйле иҫтәлекле урындарҙа булды, шағирҙың тыуған еренә – Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылына – сәфәр ҡылды.
Конкурстың йомғаҡлау өлөшө данлы шағир исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Ҡатнашыусылар Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын уҡыны, танылған әҙиптәрҙең сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Ижади бәйгелә еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәргә, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.




Вернуться назад