Аслыҡ — рухи ярлылыҡ эҙемтәһе26.01.2012
“Аслыҡ” романы башҡорт әҙәбиәтендә бығаса яҡтыртылмаған теманы күтәреп сығыуы менән генә түгел, ә художестволы алымдары, тел-стиль үҙенсәлектәре менән дә иғтибарҙы арбай. Уны бер яҡтан тарихи роман тип тә атап булыр ине, сөнки һәр ваҡиға, һәр күренеш артында документаль өйрәнелгән факттар ята. Улар ысынбарлыҡтан тайпылмай бирелгән (мәҫәлән, Американың асығыусыларға ярҙам ойоштороуы, Зәки Вәлидиҙең Һамар башҡорттарын Башҡортостанға ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлеге һ.б.). Хатта, тарихи ысынбарлыҡҡа яҡынайтыр өсөнмө икән, автор бүлектәрҙең исемдәре аҫтына һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың йылын, айҙарын да яҙып ҡуя. Әммә улар ябай ауыл тормошоноң ғәҙәти, көндәлек ағышы һымаҡ ҡабул ителә һәм, кешеләрҙең киҫкен осраҡтарҙағы мөнәсәбәттәре хаҡында уҡығанда, әҫәрҙең бынан йөҙ йыл элек барған ваҡиғаларҙы һүрәтләүен онотоп та ебәрәһең, сөнки романда күрһәтелгән кеүек ауылдар бөгөн дә йәшәй, уларҙа ла нисек яңыса тормош ҡороу тураһында бәхәстәр ҡуйыра бара, ул үҙгәрештәр ҙә күпселектә өҫтән күрһәтмәләр ебәреү һәм ҡарарҙар ҡабул итеү аша бойомға ашырыла... Ошо йәһәттән авторҙың утыҙ өсөнсө йылғы аслыҡҡа килеп еткәс кенә туҡталып ҡалыуы ла символик мәғәнәгә эйә һымаҡ: сәбәптәр асыҡланды, көрәш дауам итәсәге билдәле, эҙемтәләренең нисек буласағын иһә әле генә уҡынығыҙ ҙаһа!
Ошонан сығып, икенсе яҡтан, был романды ауылдың үткәне һәм киләсәге тураһында уйландырырлыҡ әҫәр тип әйтергә нигеҙ бар. Юҡтан бар булмай бындай әҫәрҙәр. Киләсәгеңде күҙаллағың килһә, тарихҡа бағып ҡара — ундағы бәлә-ҡазаларҙың сәбәп-эҙемтәләрен, тамырҙарын тикшер. Егерме беренсе, утыҙ өсөнсө йылдарҙағы хәлдәренән айырым торамы бөгөнгө ауылыбыҙ? Ер тураһында уйланыуҙар төп герой Моратшаның хыялында ҡалған монар ғына түгелме? Ысынлап та, тотош халыҡ башына афәт булып төшкән аслыҡ тигән ҡырғын башта илдең күңелендә рухи аслыҡ булып яраламы? Был һорауҙарға автор — ауылдың бөгөнгө хәлен дә яҡшы белгән, үҙе колхозсы ла, фермер ҙа булып ерҙә эшләп ҡараған Рәлис Ураҙғолов — юҡҡа ғына килтермәй уҡыусыһын. Егерменсе, утыҙынсы йылдарҙағы хәлдәрҙән дә аяныслыраҡ түгелме бөгөнгө ауылда башҡортто башҡорт иткән ер мәсьәләһе, тигән уй үҙенән-үҙе килә башҡа. Романда Моратшаның — ике аяғы менән ерҙә ныҡ торған ауыл кешеһенең — быны хәл итеүҙең аныҡ һәм ерлекле юлы бар. “Аҙғынлығым, нәфсем өсөн йәш бисә алғанмындыр шул мин... Малай кәрәк, күп малай кәрәк миңә!.. Йөҙәр дисәтинә еремде кем эшкәртер? Көнлөксөгә көнөң ҡалмаһын. Ана, бар ауыл һатып бөтөп бара ерен. Шул йолҡоштарҙыҡын үҙебеҙ — башҡорттар — кире ҡулға алырға тейеш. Беләһеңме, үрсеһәк, ҡырҡар дисәтинәнән дә элекке ата-баба ерен кире ҡайтарабыҙ бит, — ти ул ҡатыны Гөлғәйшәгә. — Ир балалар башына бүленеп бирелгән ер иҫәбенә генә лә беҙ бит ата-бабаларыбыҙ таратып бөткән ерҙәрҙе кире ҡайтарып аласаҡбыҙ!..”
Былары барыһы ла романдың төпкө ағымы, ғәҙәти ауылда ябай кешеләрҙең ысын мәғәнәһендә иҫән ҡалыу өсөн барған йәнтәслим алышын һүрәтләгән ваҡиғалар эсенә йәшерелгән, уйлап уҡый белгән уҡыусыға ғына асылыр уй-фекерҙәр. Ә асылда “Аслыҡ” романы — сағыу һәм үҙенсәлекле геройҙар тупланмаһы: киҫкен шарттарҙа улар иҫтә ҡалырлыҡ эштәр һәм ҡылыҡтар ҡыла, улар йыйылмаһынан аңда ҙур һәм үҙ хәтеренә лә, йола-ғәҙәттәренә лә тоғро оло масса — халыҡ образы — ҡалҡып сыға. Халҡын аслыҡтан ҡырылып бөтөүҙән йолоп алып ҡалып, аҙаҡ уның өнһөҙ ризалығы ҡорбаны булған Моратша ла, ауылда уҫал тигән ҡушамат алып, риүәйәттәрҙә ҡалған Ир-ат образына тиңләнелгән Зөләйха ла, уның һыйырын урлап тотолоп, ҡулын сабып өҙгәндәре өсөн үс алмаҡ булып йөрөгән большевик Вилдан да, урыҫҡа ҡуртымға биргән ере аҡсаһына өйөн һалам ҡыйыҡ менән яптырырға хыялланған Кәшфулла ла, хужаһы кем булыуына ҡарамай, уға тоғро хеҙмәт итеүсе Сәйет тә, ауыл халҡын им-том менән дауалап, ахырҙа ауылдаштары тарафынан кеше ашаусы тип ҡәһәрләнгән Хәҙисә әбей ҙә, ата большевик, ысынында иһә михнәттә үҫеп, ниһайәт, власть тәмен татыған һәм шунан оло кинәнес алып йәшәгән большевик Абдулла ла — барыһы ла шул ҙур массаның айырылғыһыҙ өлөшсәләре.
Роман һынлы романды уйланмайынса уҡып булмай, билдәле. Һуңғы битен япҡас уҡ уҡыусыла тыуған һорау шундай булыр: ә теүәл быуат эсендә романда хикәйәләнгән күренештәрҙән йыраҡ киткәнбеҙме беҙ? Асығыу мәсьәләһендә түгел, әлбиттә, ә ергә мөнәсәбәттә, үҙ-ара һәм власть менән араларҙы көйләү эштәрендә. Киреһенсә, артҡа уҡ сигенмәгәнбеҙме икән, тип тә уйлап ҡуйыр берәүҙәр. Егерме берҙә, исмаһам, һәр хужаның үҙемдеке тип һанарлыҡ ере булған даһа!
“Аслыҡ” романын уҡыған кешенең күңелен ике төрлө тойғо оҙатып бара. Йән өшөткөс ысынбарлыҡ күренештәре хәҙерге киноларҙағы “ужастиктарҙан” да ҡурҡынысыраҡ булып күңелде тырнай, аҙаҡтан төштәргә кереп ыҙалатмаһа әле... Уларҙың кинолағы кеүек уйлап сығарылмаған, ә һәр ауылда тиерлек булған хәлдәр икәнлеген аңлау тағы ла ҡыйыныраҡ. Ниндәй фажиғәләр, ауырлыҡтар, вәхшилектәр аша үткәнһең һин, башҡорт иле! Уларҙан һуң һинең һаман барлығыңа шөкөр итергәме, әллә тарих ҡуласаһының яңы әйләнеш яһау мөмкинлегенә күнергәме?..
Шул уҡ ваҡытта был китап — мауығып уҡырлыҡ, бик матур тел менән яҙылған, оҫта итеп ҡоролған әҙәби әҫәр ҙә. Ялҡып китергә бирмәй автор уҡыусыһына: ул 250 битлек романды ике киҫәккә, 40 айырым бүлеккә бүлгән, һәр ҡайһыһының үҙенең исеме бар. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә, яңылышмаһам, романдарҙы былай ҡороу тәжрибәһе булғаны юҡ ине. Икенсе баҫмаһында (был тираж тиҙ арала таралып бөтөр ҙә икенсе баҫма сығарыу мәсьәләһе ҡалҡыр, тип ҡарарға кәрәктер), бәлки, автор бынан алда аслыҡ тураһында яҙған публицистик мәҡәләләренән тарихи-документаль факттар ҙа өҫтәр китап аҙағына. Мәҫәлән, ул йылдарҙағы үлем статистикаһын, Америка ярҙамының күләмен, тотош ил һәм хәҙерге Украина буйынса 1933 йылғы аслыҡ мәғлүмәттәрен һ.б. Улары үҙенән-үҙе һоралып торғандай.
Шулай ҙа, дөйөм алғанда, Рәлис Ураҙғоловтың башҡорт иле буйлап оло ҡырғын булып үткән аслыҡ йылдарын әҙәби әҫәр кимәленә сығара алыуын уның оло ҡаҙанышы тип ҡарарға кәрәктер. Һәр хәлдә, мин һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә быға торошло тематикалы, яҡтыртыу тәрәнлеге һәм кимәле менән һоҡлана алырлыҡ әҫәр уҡығаным булманы. Шуға ла был романдың бик оҙаҡ яҙылыуын һәм тағы ла оҙағыраҡ донъя күрә алмай ятыуын ғәфү итергә лә булалыр, тим. Иҫкерә торған әйбер түгел, ә ғибрәт алырлыҡ тарих таһа. Элегерәк сыҡһа, бәлки, уны тәнҡит утына ла тоторҙар ине. Ни тиһәң дә, күпселек оло быуын яҡты тарих тип һағынған колхоз системаһына оло таш ташлай автор. Башҡа өлкәләре инде күптән утҡа тотоп бөтөлгән. Ә колхоз системаһы тураһында беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә мәҙхиә йүнәлешендә күпме күләмле әҫәр яҙылды икән?
Шулай ҙа үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: ҡайһы саҡта тарихтың дөрөҫлөккә тап килеүен тикшереп ҡарар өсөн беҙҙең тарихсыларҙың трактаттарына түгел, ә шул осорҙа яҙылған тәнҡит реализмы йүнәлешле әҙәби әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ, сөнки тарихсы — власть кешеһе, ул иң беренсе нәүбәттә етәкселек итеүсе идеология мәнфәғәттәренән сығып эш итә. Быны беҙ совет осоронда үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Ә ысын әҙәбиәтсе иһә төп ҡоралы итеп ысынбарлыҡты һүрәтләү алымын ала, яҙғандарын сығармаҫтарын да уйлап бирмәй ул.
Хуплайым. Китабыңды ла, яҙыу йүнәлешеңде лә, Рәлис!
(Аҙағы. Башы 14-се һанда).
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Вернуться назад