Бөрйән йәме һыйған йән05.08.2014
Бөрйән йәме һыйған йән
Кешенең эске донъяһы уның күҙҙәрендә, йөҙөндә сағыла, тиҙәр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән осрашҡас, был һүҙҙәрҙең раҫлығына йәнә инанып ҡуйҙым. Мөләйем йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған Тәнзилә Сәлих ҡыҙы йөрәгенә тыуған ере Бөрйәндең бар йәмен һыйҙырған һымаҡ. Ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, серлелек һәм сафлыҡ бөркөлә уның күңеленән. Хәйер, моң менән йәшәгән кеше генә шундай гүзәл тәбиғәтле булалыр.


– Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, шиғриәт донъя­һына илткән тәүге аҙым­дары­ғыҙ ҡасаныраҡ булды? Шул татлы мәлдәргә барып әйлә­нәйек әле.
– Шиғыр яҙырмын тигән уй башыма ла кил­мәгәйне. Уҡы­тыу­сы­быҙ Марат Муллағолов 28 баланы үҙенең рухи көмбәҙе аҫтына алып, шиғриәт серҙәрен өйрәтергә, дө­рөҫөрәге, бәләкәс йөрәк­тәре­беҙгә матурлыҡ һеңдерергә тырышты. Уның тәрбиәһе хаҡында һәр саҡ йылы тойғолар менән иҫкә алам. Беҙҙе оло киләсәккә әҙерләне Ма­рат Ғизетдин улы. “Бөйөк кешеләр бына ошолай яҙырға тейеш” тип хат, көндәлек яҙырға, хатта фо­тоға төшөрөргә лә өйрәтте. Ғөмү­мән, спортҡа, мәҙәниәткә, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Ағиҙел буйлап аға торғайныҡ. Ҡыштарын саңғыла алыҫ араларға походҡа сығып китә инек.
Рифма, ритм тигән төшөнсә­ләр­ҙе лә башта Ма­рат ағайы­быҙ­ҙың ауыҙынан ишеттем. Үҙебеҙ ярат­ҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәре­нән альбом төҙөй­бөҙ, шиғыр һөй­ләү­селәр бәйгеһе үткәрәбеҙ. Шу­лай итеп, 6-сы класта уҡығанда бик күп шиғыр яҙып ташланым да туҡтап ҡалдым. Мин яҙаһы тема ҡалманы шикелле. Нимәгә генә тотонһам да, ул турала яҙғанмын, имеш.
– Ләкин шиғриәткә ҡул һел­тәп ҡуймаған­һығыҙ.
– Үҙе килде ул. Һөйөү уты то­ҡанғас, шиғыр яҙмай сыҙап ҡара! Мөхәббәт тураһында шиғырҙар эҙләйем, оҡшағаны юҡ. Йәнем көйөп, үҙем яҙырға тотондом.
– Сер булмаһа, шиғыр ар­нарлыҡ ниндәй бә­хетле егет булды икән ул?
– Әй, класташым ине. Күҙем төшөп йөрөгәйнем. Шул йөрәкте ҡуҙғытып, арыу уҡ ҡына шиғыр яҙҙыртты.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, “Шоңҡар” әҙә­би түңәрәгенә йөрөнөм. Ул саҡта етәксебеҙ яҙыусы, профессор Тимерғәле Килмө­хә­мәтов булды. Ул тәүге ултырышта уҡ минең шиғырҙарҙы тикшереүгә ҡуйҙы һәм, Тәнзилә ҙур ба­гаж менән килгән, тине. Беҙ ауылдан йыйыл­ған бала-саға ғына бит инде, йүнләп урыҫса ла белмәйбеҙ. “Багаж” нимә була икән тип ҡотом осто. Әй уйланып йөрөнөм, берәй насар һүҙ булмаһа ярар ине, тим.
– “Шоңҡар”ҙың ул саҡтағы эшмәкәрлеге ха­ҡын­да ентеклә­берәк һөйләһәгеҙ ине. Бөгөнгө йәштәрҙе уйландырыр, бәлки.
– Түңәрәк гөрләп торҙо ул осор­ҙа. Билдәле артистарҙы, яҙыу­сыларҙы саҡырып, концерттар ҡуябыҙ, ҡулъяҙмалар тикше­рәбеҙ. Үҙебеҙ саҡы­рыу ҡағыҙы эшләп, өйҙәренә алып барып тап­шыра­быҙ. Йырсы Мәғфирә Ғәлиеваға бар­ғайныҡ, “мин һеҙҙең берегеҙҙе килен итәм, миңә башҡорт ҡыҙы кәрәк” тигәс, ҡурҡышыбыҙҙан баш­ҡаса барманыҡ. И, бер ҡатлы булғанбыҙ ҙа инде.
Муса Ғәлиҙе, Хәниф Кәримде тәүге тапҡыр шул саҡта күрҙем. Мостай Кәримдең өйөн эҙләү ҡыҙыҡ булды. Ленин урамында йәшәй ине ағай. Розалия исемле дуҫыбыҙ былай ти: “Ҡыҙҙар, таш йортто эҙ­ләмәгеҙ, Мостай ағай ағас йортта йәшәй. Әҫәр­ҙәрендә шулай яҙа бит”. Бөтә ағас өйҙәрҙе ҡарап сыҡтыҡ, тапманыҡ. Ниһа­йәт, адресы буйынса биш ҡатлы таш йортҡа барып сыҡтыҡ. Эй, Мостай ағай ныҡ ҡыуанды. Бәпестәр килгән, тип һәр беребеҙҙе яратып алды.
Бына шулай йәшәнек. Шунан бирле шиғриәттән айырылғаным юҡ.
– Һеҙҙең һүҙҙәргә байтаҡ көй яҙылған. Телевидение, радио аша ла улар йыш яңғырай. Ком­позиторҙар менән бергә эшләйһегеҙме?
– Композиторҙар менән бәй­ләне­шем юҡ. Нин­дәй шиғырға көй яҙылғанын үҙем дә белмәй ҡалам. Әлбиттә, шул шиғырыңа көй яҙҙым, тип әйтһәләр, күңел күтә­релеп китә.
Яңыраҡ филармонияға саҡыр­ҙылар. Композитор Салауат Сәл­мәнов “Төнгө йыр” тигән шиғыр­ҙар циклына көй яҙған, хор капеллаһы башҡара. Миңә ныҡ оҡшаны.
– Тәнзилә Дәүләтбирҙина ти­гән шағирәне генә түгел, драматургты ла белә халыҡ. “Беҙ­ҙең ғаилә” пьесаһы оҙаҡ ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге баш­ҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенән төшмәне. Әҫәрегеҙҙе Сибай башҡорт дәүләт драма театры ла ҡуйҙы.
– Аллаһы Тәғәләнең сәғәте һуҡҡандыр. Мөҙҙәте етһә, йырылып сыға, ти әсәйем. Ул саҡта Китап палатаһында эшләй инем. Әсә, бала, ҡәйнә, килен мөнә­сәбәттәре тураһында яҙыу уйы килде башҡа. Яҙғас, ни эшләтергә белмәй, аптырап ҡалдым. Драматург Наил Ғәйетбайға күрһә­тә­йемме икән тип тә уйлайым. Әхирәтем кәңәш бирҙе, режис­серға күрһәт, ти. Тәүәккәлләп, Баш­драмтеатрға алып барҙым. Режиссер Айрат Абушахманов урынында юҡ ине, өҫтәленә ҡал­дыр­­ҙым да киттем. Бер көн Айрат шылтырата. Пьесаңды уҡып сыҡтым, оҡшаны, шул-шул урындарын ҡабаттан эшлә лә сәхнәгә сығарайыҡ, ти. Шатланып ризалаштым.
Икенсеһе “Юғалтыу” тип атала. Сибайҙар ҡуй­ҙы. Мәктәптә улым менән булған ваҡиғалар һү­рәтләнә унда.
– Киләсәктә тамашасы нин­дәй әҫәрегеҙҙе ҡарап ҡыуаныр икән?
– Һуңғы арала пьесаға тотон­ғаным юҡ. Урман хужалығы минис­трлығына эшкә күскәс, ваҡыт яғы ла самалыраҡ. Шулай ҙа баш­лаған бер-ике әйберем ята. Алла бирһә, уларҙы тамамларға на­сип булыр тип өмөтләнәм.
– Һеҙ телевидениела, гәзит-журнал редакцияларында эш­лә­негеҙ, “Башҡортостан уҡы­тыу­сыһы”ның баш мө­хәр­рире вазифаһын баш­ҡар­ҙығыҙ – әле урман хужалығында. “Кү­сенеп” йөрөү ижадҡа аяҡ салманымы?
– Киреһенсә, файҙаға ғына булғандыр, тим. Күп кеше менән аралашырға яҙҙы. Һәр кемдең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле бар. Шулар һине диплома­тияға, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтә. Нисек кенә булмаһын, әлеге эшемдә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләргә теләйем. Мин ҡағыҙ менән бу­лырға шул тиклем яратам. Рәс­ми документтар тултырыу, хаттар яҙыу – үҙе бер ижад кеүек. Атайымдан килә­лер был. Ул 18 йыл мәктәп директоры булып эшләне.
– Атай-әсәйегеҙ менән та­ныш­тырығыҙ әле.
– Аллаға шөкөр, икеһе лә иҫән-һау. Атайым Сәлихйән Хафиз улы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙ­мәт­кәре, журналист. Әсәйем Асия Зекәриә ҡыҙы те­геүсе булды.
Бала саҡта мин гел урыҫса йырлай торғайным, сөнки атайым һуғышта урыҫ, украиндар менән бергә хеҙмәт иткән, уларҙан от­ҡанын миңә өйрәт­те. Үҙе лә йырға бик әүәҫ, бесәнгә барғанда ла, ҡайтҡанда ла моңланмай йөрө­мәне. Әсәйем ха­лыҡ йырҙарын яратты. Тегенеп ултыра, йырлап ултыра торғайны. Икеһе лә йор һүҙле. Йыр-моңға булған һөйөү уларҙан ҡаныма һеңеп ҡалды.
Әсәйем һөйләгәндә, мин ҡулы­ма ҡағыҙ-ҡәләм алып, һирәк осраған һүҙҙәрҙе теркәп барырға тырышам. Алтын кеүек һүҙҙә­ребеҙҙе онотабыҙ, шуға йәнем әрней. Телебеҙҙең ныҡ фәҡир­ләнә төшөүен мин Төркиәгә барғанда асыҡ тойҙом. Беҙҙең ҡул­ла­ныш­тан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе төрөк­тәр ауы­ҙынан ишетеп терт итеп ҡалаһың. Күпме ха­­зи­на­быҙ юғала! Хәҙерге йәштәр араһында бай тел­леләр һирәк, сөнки өлкән быуын менән бик аралашып бармайбыҙ.
– Гәзит уҡыусыларҙың ғаи­ләгеҙ хаҡында ла белгеһе киләлер, моғайын.
– Ирем Дамир Фәһим улы заводта механик булып эшләй. Өйөбөҙҙә әрме тәртибе хөкөм һөрә, тиһәм дә була. Дамир өс улыбыҙҙы “айт-два”ға ғына баҫты­рып йөрөтә: түшәк йыйышты­рырға, иҙән һөртөргә, кейемдәрҙе рәтләп һалырға, һа­уыт-һаба йы­уырға... Тик һалдаттарса ғына. Балалар башта мыжып маташты, аҙаҡ әйтмәйенсә лә башҡара башланы.
Өлкәнебеҙ Искәндәр өйләнде инде, Марат Матбуғат йортонда эшләй, Урал көйҙәр яҙа, сәнғәт юлын һайланы.
Иң ҡыуаныслыһы – уларҙың башҡортса һөйлә­шеүе, китаптарымды уҡыуы. Бәләкәйҙән бала­ларыбыҙҙа телебеҙгә мөхәб­бәт тәрбиәләргә тырыштыҡ.

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад