Даирә – ул аралашыу, даирә – ул донъяға ҡараштың киңәйеүе, даирә – ул рухи яҡтан дуҫлыҡ. Ә ысын дуҫың булыу ниндәй бәхет! «Дуҫлыҡ – күңелдәр араһында йөрөгән илсе, ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙамлашыуға сәбәп булған нәмә, аралағы яҡшы мөнәсәбәт», – тигән Ризаитдин Фәхретдин үҙенең яҙмаларында. Айырыуса башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары араһындағы дуҫлыҡ, бер-береһен аңлау һоҡланыу уятмайынса ҡалмай. Гәзитебеҙ иғлан иткән “Барлыҡ коллектив менән – «Башҡортостан»ға!” акцияһына Ҡырмыҫҡалы районының «Даирә» гәзитенең ҡушылыуы ла ошоға бер миҫал.
– «Башҡортостан» гәзите республикабыҙҙың төп баҫмаһы булараҡ, беҙҙең өсөн бар йәһәттән өлгө, таяныс. Республикала барған хәл-ваҡиғалар менән ваҡытында танышырға, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр алырға ярҙам итә ул. Шуға күрә был акцияға ихлас теләктән ҡушылдыҡ. Артабан да «Башҡортостан» район гәзиттәренең эшендә ярҙамсы, кәңәшсе булһын! – ти баҫманың мөхәррире Луиза Миңләхмәтова.
Былтыр үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Даирә» (“Хеҙмәт даны”) гәзите, бар ваҡиғаларҙы сағылдырып, райондың һәр һулышын тойоп йәшәй. Коллективтағы журналистар бер сараны ла күҙ уңынан ысҡындырмай, бөтә ерҙә лә өлгөрлөк күрһәтә, хатта бәпес туйҙарына йөрөргә, коллектив менән тауҙан шыуырға ла ваҡыт таба.
«Даирә» гәзите хаҡында һүҙ барғанда, Риф ағай Йөҙлөкбаев тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Ике китап авторы, рәссам – абруйлы ҡәләм оҫталарының береһе. Өмөтлө хәбәрселәр Эльнара Абакачева, Фәниә Сәлимгәрәева, Миләүшә Байғусҡарова, Гөлсәсәк Аласова, Миләүшә Рәхимова киләсәктә лә гәзит уҡыусыларҙы үҙҙәренең яңы ижад емеше менән һөйөндөрөр тигән теләктәбеҙ. Дим Сербаев менән Эльмира Рафиҡова ла үҙ эшенең оҫталары.
«Даирә» -– татыу һәм дуҫ коллектив. Ә бындай дуҫтарға таянырға мөмкин!
Илмира ҠОЛБАХТИНА
Ҡырмыҫҡалы районы.