Ҡәләмдәштең һүҙе26.01.2012
Ҡәләмдәштең һүҙеКүренекле яҙыусы Әмир Әминевтең әле генә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “мейесенән” сыҡҡан “Ҡәләмдәштәргә һүҙ” тигән китабын ҡулыма алғас, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткән һүҙҙәр иҫкә килеп төштө: “Һүҙҙе үҙ ваҡытында әйтеп барырға кәрәк. Иҫкергән ризыҡтың ҡәҙере булмай ул”.
Шуныһы ҡыуаныслы: Әмир Әминевтең китабына ингән һәр һүҙ үҙ ваҡытында әйтелгән. Төрлө йылдарҙа ҡәләмдәштәренең айырым әҫәрҙәренә йә дөйөм ижадына бағышланған рецензиялары, мәҡәләләре, Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе сағында съездарҙа, йыйылыштарҙағы сығыштары, шулай уҡ рәссамдар хаҡында фекерҙәре, әҙиптең үҙе менән әңгәмәләр урын алған унда. Әлбиттә, автор йыйынтығында сирек быуат дауамында яҙған барлыҡ мәҡәләләрен индермәгән, шуға ла “һайланма” һүҙен юҡҡа ғына ҡулланмай. Уҡыусылар Әмир Әминевтең ижадҡа талапсан булыуын яҡшы белә, уның ижади тирмәненән “мәкинә” сыҡмай. Был юлы ла, хатта мәҡәләләрен туплағанда ла, китап сығарыу мөмкинлеге барҙа тыңҡыслап ҡалайым тип түгел, ә уҡыусының бөгөнгө зауығынан, бөгөнгө заман талабынан сығып эш итә.
Бер генә миҫал: күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың юбилейҙары айҡанлы, ике тапҡыр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән йылдарҙа Әмир Әминев тарафынан тиҫтәгә яҡын мәҡәлә яҙыла, ләкин китапҡа автор уларҙың береһен генә индереүҙе хуп күргән. Шулай уҡ Р. Солтангәрәев, Т. Сәғитов, Т. Ғарипова, С. Шәрипов, Р. Өмөтбаев, Б. Рафиҡов, В. Ғүмәров һәм башҡалар кеүек ҡәләм әһелдәре тураһында ла Әмир Әминевтең тос-тос мәҡәләләрен матбуғат биттәрендә уҡырға насип булды. Әгәр уларҙың барыһын да туплаһаң, ҡалын том килеп сығыр ине, моғайын. Бында ла автор китап күләменән түгел, күңел бизмәненән сығып эш итә.
Уның китаптарының магазин кәштәһендә туҙан йотоп ятмауы шунан киләлер. Был йыйынтыҡты ла шул уҡ яҙмыш көтә, минеңсә. Мәҡәләләрҙең исемдәренә генә иғтибар итегеҙ әле: “Ҡыҙыл ут”ҡа сығып барғанда”, “Прозабыҙ Ирәмәле”, “Юлдар сатында”ғы кеше”, “Әҙәбиәт — тормош дәреслегеме бөгөн?”, “Әҙәбиәт — үҙе үк сәйәсәт” һәм башҡалар.
Әлбиттә, уҡыусылар өр-яңы китапты кинәнеп уҡып сыҡҡас, үҙ һүҙен әйтер. Ә беҙ иһә уларға уҡыу ләззәте теләйбеҙ.
С. ӘБҮЗӘРОВ.


Вернуться назад