Тағы ла айырҙы яҙмыштар...01.08.2014
Бөтә мосолман донъяһы изге Ураҙа байрамын билдәләгән көндә, шағирә Зарема Ғәлиуллина мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо... Әҙәби мөхиттә уның исеме әллә ни яңғырап тормаһа ла, шиғырҙарына яҙылған йырҙар меңәрләгән күңелде әсир итте. “Атай йорто”, “Ҡолон”, “Солтанай”, “Ташкисеү” кеүек тәрән мәғәнәле йырҙарҙы ишетмәгән кеше юҡтыр. Зарема Мәрҙән ҡыҙы, һөнәре буйынса әҙәбиәт кешеһе булмаһа ла, ғүмере буйына шиғриәт менән йәшәне. Яҙғандарын китап итеп баҫтырам тип тә йөрөмәне. Әммә уның шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарға әүерелде. Үҙе яҡты донъянан китһә лә, йырҙары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Мәрхүмәнең яҡты рухына бағышлап, ошо йырҙарҙың һүҙҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.


Атай йорто


Ҡоштар кеүек ояһына
Ҡайтайыҡ атай йортона,
Йылы әсәй ҡарашына,
Ауылдаштар араһына.

Ҡушымта:

Атай йорто, атай йорто –
Беҙ бәүелгән наҙлы бишек.
Таралһаҡ та төрлө яҡҡа,
Асыҡ әле бында ишек.

Ишек алдарында сиҙәм,
Бала сағым шунда күрәм.
Һыу буйҙарындағы талдар
Шундай күркәм, шундай күркәм!

Ҡушымта.

Атай йорто беҙгә кәрәк,
Ул һәр ваҡыт беҙгә терәк.
Мең хәсрәттәр елгә оса,
Йортҡа ҡайтып сәйҙәр эсһәк.

Ҡушымта.


Солтанай


Илдәрҙе күп күрҙем, гиҙҙем мин,
Айырылыу һағышына түҙҙем мин.
Сит ерҙә бәхетем юҡ икән,
Тыуған ер, тупрағым һин икән.

Ҡушымта:

Аҡ шишмәм Солтанай, Солтанай!
Һинән дә көнләшә тулған ай.
Аҡ шәлен ябынған муйылдар,
Тағы ла айырҙы яҙмыштар...

Мин ҡайтып, тауҙарҙан төшөрмөн,
Эйелеп, көмөш һыуын эсермен.
Аҡ шәлле муйылдың тәлгәшен
Иркәләп, хуш еҫен еҫкәрмен.

Ҡушымта.

Бер услап шишмәнең һыуҙарын
Арыған битемде йыуамын.
Яҙмыштар айырҙы ауылым —
Яңынан юлдарға сығамын.

Ҡушымта.

Ниңә, иркәм?..

Торнаҡайҙар ҡайтты – үҙем күрҙем,
Тауыштары ҡалды күктәрҙә.
Йөрәгемдә шатлыҡтарым артты,
Йәмле яҙҙар килде ерҙәргә.

Ҡушымта:
Ер йәшәрә яҙҙар менән бергә,
Алмағастар кейгән күлдәген.
Ошо яҙҙар менән күңел көтә –
Ниңә, иркәм, һин дә килмәнең?

Килерһең тип сабыр итәм әле,
Беҙҙең һөйөү - яҙҙар миҙгеле.
Төштәремдә күрәм төндәрендә:
Алдарымда – бәхет диңгеҙе.

Ҡушымта.
Көтәм әле һине, өҙөлөп көтәм
Өмөттәрем бағлап яҙҙарға.
Аҡ күлдәкле алмағастар кеүек
Күңелкәйем тулы наҙҙарға.
Ҡушымта.


Вернуться назад