Мәләүездә “Йәйғор” ҡалҡты26.07.2014

“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны республика буйлап сәфәрен дауам итә. Кисә ишембайҙар мөһим сараның штандартын тантаналы рәүештә Мәләүез районына тапшырҙы.

Шул уңайҙан Мәләүездә “Йәйғор” милли мәҙәниәттәр байрамы ойошторолдо. Ысынлап та, сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелгән һәр кемдең үҙ халҡына ғына хас кейеме сағыу йәйғор балҡышын хәтерләтте. Был көндә тамашасылар башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш йыр-моңон тыңлап кинәнде. Ә инде кисен Мәҙәниәт һарайында милли ризыҡ – ҡоротҡа арналған байрамға йыйылдылар. Сара аҙағында сәхнә түренә яңы ғына әҙерләнгән иң ҙур ҡоротто сығарғас, күптәр ихлас тамшанып ҡуйҙы.
Мәҙәни марафон уңайынан районда ойошторолған башҡа саралар ҙа ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Мәҫәлән, Антоновкала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтәсәк. Мәләүездең тыуған яҡты өйрәнеү музейында асыласаҡ “Башҡортостандың милли паркы” исемле күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмаҡсы. Шулай уҡ урыҫ халҡының этнографияһы менән таныштырған экскурсия ла эшләйәсәк. “Китапханаға нисек барырға?” тип аталған флешмоб та әҙәбиәт һөйөүселәрҙе йыясаҡ.
1 августа иһә мәҙәниәт штандарты Миәкә районына тапшырыла.


Вернуться назад