Матур үтһен ялығыҙ26.07.2014
Матур үтһен ялығыҙ
Ник боҫтоғоҙ?

Эй баш эймәҫ ғорур башҡортом,
Йөрәгендә һүнмәҫ ут ҡото.
Тере һыуҙай бөркөр ырыҫын,
Үҙенә ҡалмаҫ эсәр бер йотом.

Ник боҫтоғоҙ, аҫыл егеттәр?
Сәхнәлә һеҙ — сая бөркөттәр.
Иң изге һүҙ, утлы йәшен кеүек,
Сәпкә тейһә, дошман өркөтөр.

Сал Уралда минең сал башҡортом
Мал үрсетеп хәләл көн күргән.
Изге ерҙе ситтәр йолҡҡолай бит,
Табайыҡсы тиҙерәк бер әмәл!

Түҙгән халҡым, үҙ ерендә,
Әммә ныҡ баҫып торған.
Берҙәмлектә бөтә көс тип,
Бар халҡын йыйған ҡорға,

Һәм тыңлаған сәсән һүҙен
Аҡһаҡалдарын йыйып.
Үҙе башлап һуҡмағанға
Ҡул күтәрмәгән ҡыйып.

Һәр көн, собханалла, тип,
Ҡарайым мин халҡыма.
Түрәләрҙең ахмаҡлығы
Быуа беҙҙең алҡымдан.
Бысраҡ аяғы менән
Тапамаһын еремде.
Йөҙҙән ашыу милләт йәшәй —
Болғамаһын илемде.

Вәсилә САДИҠОВА.
Әбйәлил районы.



Беҙҙең урман


Тағы яҙғы ҡар һыуҙары китте
“Оҙон бүләк” – беҙҙең урманда.
Алтмышынсы яҙ ҙа килеп етте,
Килмәй түҙә алмайым мин бында.

“Оҙон бүләк” шаулай хәтеремдә –
Бала саҡтың ғәмһеҙ ожмахы.
Ниңә бөгөн бик күңелһеҙ бында,
Ҡайҙа булды сихри моңдары?
Ҡаҙыҡ киҫә торған имәнлектәр
Аша күренеп тора, буш булып.
Аҡ ҡуяндар һалған ҡышҡы эҙҙәр
Иҫкә төшә матур төш булып.

Ҡара ләлә булып ҡайындарға
Тиҫтәләрсә көртлөк ултырған.
Тығыҙ тәнле быжыр ап-аҡ ҡарға
Теҙеп-теҙеп беҙгә хат яҙған.

Болан эҙҙәренә төшөп тулған
Ҡарағайҙың кипкән орлоғо.
Улар уйҙыҡ-уйҙыҡ үҫеп сығыр,
Яуып китһә ләйсән ямғыры.

Урман юлдарында яҙ һыуҙары
Урғып-урғып ташып ағалар.
Беҙгә ҡыҙыҡ, беҙ бит ер улдары –
Гөрләүеккә ғашиҡ малайҙар.

Ғәфү итһен беҙҙән зыян күргән
Ябалаҡтар, ҡара ҡарғалар.
Улар йомортҡаһы тәмле булған –
Беҙ бит ас йөрөгән балалар.

Ул урмандар шаулай хәтеремдә –
Бала саҡтың ғәмһеҙ ожмахы.
Ниңә бөгөн бик күңелһеҙ бында,
Ҡайҙа булды сихри моңдары?

Сихри моңдар – кеше күңелендә,
Ә урмандар һаман шул килеш.
Ахыры, сәбәп минең үҙемдә –
Дәртем бөткән, ахыры, минең дә...

Марат СӘЙЕТОВ.
Өфө ҡалаһы.


Талпағым

Һиңә киләм ашҡынып та,
Таллы күлем – Талпағым,
Беҙҙә күлдәр күп булһа ла,
Һинән шәбен тапмайым.

Исемкәйең күңелемдә
Матур йырға тиңләшә.
Йөрәгемдә тыуған моңға
Һандуғастар көнләшә.

Наҙлы яҙғы елдәр иртән
Талдарыңды уята.
... Һөйөү наҙым, һағыш моңом,
Һинһеҙ алһыу таң ата.

Фрүзән СӘЙФЕТДИНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Һәүәләй ауылы.


Вернуться назад