Силәбе башҡорттары һынатманы23.07.2014
Ошо көндәрҙә Таганрог ҡалаһында “Традициялар әйлән-бәйләне” Бөтә Рәсәй фольклор фестивале үтте. Унда Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы вәкилдәре лә сығыш яһаны.

Сарала илдең 57 төбәгенән 608 бала ҡатнашты. Һәр коллектив үҙ яғының мәҙәниәте, милли традициялары менән таныштырҙы. Конкурсанттарҙың әҙерлек кимәле юғары ине, шуға күрә жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы.
Көсөргәнешле бәйгелә Ҡоншаҡ артистары һынатманы: “Маяҡ батырҙары” ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Х. Мансуров) – беренсе, “Йәйғор” балалар башҡорт фольклор коллек­тивы – икенсе, Маяҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе төркөмө өсөнсө урынға лайыҡ булды. Йәш башҡорт артис­тары йәмғеһе алты кубок һәм 11 диплом алып ҡайтты. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырылды.




Вернуться назад