Тимәк, улар ҙа онотолмаҫ23.07.2014
(Ҡәттәл Арғынбаев, “Башҡорт яугирҙәре — Петроградта”, 2014 йыл, 25 июнь)

“Петроград яуында ҡатнашҡан башҡорт яугир­ҙәренең батырлығын һәм данын мәңгеләштереү хаҡындағы “Башҡорт яугирҙәре — Петроградта” мәҡәләһе Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығында ҡаралды.
Башҡортостан Президентының 2012 йылдың 28 июлендәге ҡарарына ярашлы, Президент ҡарамағында республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңге­ләштереү һәм ололау буйынса комиссия эшләп килә. Ул халҡыбыҙ алдында ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм ҡаҙаныштарға эйә булған кешеләрҙең исемдәрен һәм әһәмиәтле тарихи ваҡиғаларҙы мәңгеләштереүҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Әминә ШАФИҠОВА,
Башҡортостандың мәҙәниәт министры”.


Вернуться назад