Ейәнсура районында тәүге тапҡыр район кимәлендәге “Аҡбуҙат” балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары фестивале ойошторолдо.
Сараның маҡсаты — Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр кинематографын танытыу. Конкурс программаһына ярашлы һәм унан тыш 30-ҙан ашыу фильм күрһәтелеүгә дәғүә итте. Улар кинокамераға ғына түгел, мобиль ҡулайламаларға ла төшөрөлгән.
Фестивалде ойоштороусы Рәфис Ҡуйбағаров хәбәр итеүенсә, төп бүләккә “Гришка” фильмы өсөн Диана Ейәнғолова лайыҡ булды. Уның эше шулай уҡ “Иң яҡшы режиссер” һәм “Иң яҡшы сценарий” номинацияларында ла иң шәбе тип табылды. Диана хәҙер студенттарҙың Бөтә Рәсәй ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивалендә ҡатнаша ала. Динә Рамаҙанованың “Беҙ — киләсәк өсөн” исемле хеҙмәте иң яҡшы социаль ролик тип танылды. Гүзәл Бикмөхәмәтова йәштәр араһында башҡорт телен пропагандалағаны өсөн бүләкләнде. Шулай уҡ Алһыу Аллаярова белем биреү йәһәтенән иң яҡшы фильм төшөргән, ә Руфина Мөхәмәтованың “Һөйөү беләҙеге” таҫмаһы тамашасы һөйөүен яуланы. Айгөл Шәрәфетдинованың “Еңеү иҫтәлеге” фильмы иһә иң яҡшы документаль таҫма тип табылды.