Һин үҙеңә
һәйкәл ҡуйҙың...
Яугир ауылдашым Шәриф Бикҡолдоң яҡты иҫтәлегенәҒорурланам Шәриф ағай менән
Бер ауылда тыуып үҫкәнгә,
Икебеҙ ҙә малай сағыбыҙҙа
Тәмле Аҡкүл һыуын эскәнгә.
Бөтә халыҡ яуға күтәрелгәндә,
Ҡала алманың тылда оҙаҡҡа.
Атайың китте хеҙмәт фронтына,
Һин атланың алғы һыҙыҡҡа.
Тыуған яҡтарыңа яраланып
ҡайтып,
Тормош арбаһына егелдең.
Егелдең дә бар булмышың менән
Ижад донъяһына күмелдең.
Фронттағылай, ҡаршылыҡтар
йырып,
Маҡсатыңа ҡыйыу атланың.
Йырҙарыңда үҙ халҡыңа булған
Оло һөйөүеңде һаҡланың.
Ҡарлыманым
Тыуған ауылым – минең
Ҡарлыманым,
Ҡайтам һиңә һағынып, ашҡынып.
Ситтә йөрөгәндә торҙоң бит һин
Тормош юлдарымды яҡтыртып.
Күҙҙәремде йомһам, күҙ алдында
Йылғаларың, түңәрәк күлдәрең.
Малай саҡтарымда
тырыша-тырыша
Тауҙарыңа үрмәләп менгәнем.
Йәйҙәр етһә, һинең туғайыңда
Еләктәрең бешә тәгәрәп.
Шул туғайҙа ерҙән күккә ҡарап,
Ятыуҙары бигерәк (э)рәхәт.
Оло Ташҡа менеп бер ҡараһам,
Тирә-яҡта – гүзәл тәбиғәт.
Ҡартлыҡ көндәремдә һиңә
ҡайтып
Йәшәүемә мин бик ҡәнәғәт.
Яратам мин
яҙ килгәнен
Яратам мин яҙ килгәнен,
Тәүге ҡарғаларҙың тауышын.
Яр буйына төшәм күҙәтергә
Ташҡын һыуҙың ярһыу ағышын.
Ағаслыҡҡа сығам һоҡланырға,
Бөрөләнгән сая сағанға.
Хәтирәләр мине алып китә
Ҡайын һуты эскән сағыма.
Бар донъяны онотоп тыңлайым
Сыйырсыҡ һайрағанын талпынып.
Йәшлегемә кире ҡайтҡан кеүек,
Йөрәк тибеп ҡуя ашҡынып.
Яратам мин һәр көн күҙәтергә
Күкрәп йәшел үлән үҫкәнен.
Ҡапҡа төптәрендә яңы сыҡҡан
Ҡаҙ бәпкәләре йөрөгәнен.
Бына шулай, ҡышҡы йоҡоһонан
Уяна бит барса тәбиғәт.
Хоҙай биргән ошо хозурлыҡҡа
Ҡарап тороуҙары (э)рәхәт.