Моңдо юлдаш итеп23.07.2014
Фиҙат Лотфулла улы Юнысов – Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы уҙаманы. Ҙур тормош юлы үткән шәхес ул.
15 йәшендә тыуған ауылында ябай колхозсы булып эш башлай. Ике йылдан һуң, ауыл Советы ҡарары буйынса, Салауат ҡалаһына ФЗО мәктәбенә юллана. Унда, ун айлыҡ курс үтеп, ташсы һөнәрен үҙләштерә. Шунан Салауат төҙөлөш тресына эшкә урынлаша. 1959 – 1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, элекке эшен дауам итә һәм бер үк ваҡытта Салауат индустриаль техникумының төҙөлөш бүлегендә уҡый. Артабан мастер, прораб, өлкән прораб, төҙөлөштә техник күҙәтеү буйынса өлкән инженер вазифаларында эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла туғыҙ йыл геодезист хеҙмәтендә була. Фиҙат Лотфулла улының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте юғары баһалана.
2002 йылда Фиҙат ҡатыны Динә Ғәйнулла ҡыҙы менән тыуған ауылы Ҡарлыманға ҡайтып төпләнә. Улар бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар.
Хәҙерге көндә ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, өс ейәндең, бер ейәнсәрҙең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уҙаман ҡул ҡаушырып ултырмай. Башҡорт телендә сыҡҡан “Даирә” район гәзитендә мәҡәләләр баҫтыра, шиғырҙар яҙа. Йәштән үк ҡанына һеңгән тынғыһыҙлыҡ, теремеклек бөгөн дә хас уға.
Үҙ ҡулдары менән һалған ҡупшы, ыҡсым йортта тормош, ижад, хеҙмәт, ғүмер юлы дауам итә. Сәләмәтлек, ижади уңыштар һиңә, замандашым һәм яҡташым!