"Эшебеҙҙең нигеҙендә – халыҡ мәнфәғәте"25.01.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың журналистар менән осрашыуында һүҙ баш ҡаланың артабанғы үҫешенә арналды.
Хеҙмәт юлын 1980 йылдарҙа башлаған, баш ҡаланың комсомол, һуңғараҡ партия район комитеттарында, төҙөлөш һәм инженер предприятиеларында етәксе урындарҙа ҡанат нығытҡан, Октябрь районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары, аҙаҡтан һигеҙ йыл коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе, баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булған Ирек Ялалов, ысынлап та, Өфөнө һәм уның проблемаларын, үҫеш юлдарын ныҡлы белгән, үҙен лайыҡлы рәүештә сити-менеджер (ҡала үҫеше буйынса белгес) тип атаған кеше. Уның башлыҡ вазифаһына дәғүә иткәндә төҙөлгән программаһы ла аныҡ эштәрҙе күҙ уңында тота. Әйтергә кәрәк, тәҡдим ителгән программа артабан башҡарыласаҡ эштәргә нигеҙ булып тора, киләсәктә уға айырым үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр генә индереләсәк.
– Вазифама тәғәйенләнер алдынан баш ҡала халҡынан төрлө мәсьәлә буйынса һорау алыу ойошторҙоҡ, – тине Ирек Ялалов. – Ҡалала йәшәүселәрҙе борсоған проблемаларҙы тап шунан сығып хәл итә башлаясаҡбыҙ.
Иң ныҡ борсоған һорау (уны 45 проценттан ашыу кеше киҫкен тора тип һанай һәм хәл итеүҙе үтенә) торлаҡ менән тәьмин итеүгә барып тоташа. Респонденттарҙың 37,5 проценттан ашыуы күп ҡатлы фатир төҙөүҙе, 48,9 проценттан ашыуы ҡала ситендә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереүҙе хуп күрә. Был юҫыҡта инженер коммуникациялары төҙөү, булғандарына тоташтырыуҙы, энергия сығанаҡтары менән тәьмин итеүсе монополистар хеҙмәтенән файҙаланыуҙы арзанайтыу, шуның нигеҙендә торлаҡ хаҡын кәметеү буйынса эшләйәсәкбеҙ. Фатир хаҡын арзанайтыуға сифатлы һәм осһоҙораҡ төҙөлөш материалдары файҙаланыу ҙа булышлыҡ итәсәк.
Икенсе урынға Ирек Ишмөхәмәт улы төҙөлөштә алдашыуҙы ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта, күпме генә аңлатыу эше алып барылмаһын, халыҡ аҡсаһын тап мутлашҡандарға үҙ ҡулы менән тоттороуын дауам итә. Киләсәктә баш ҡалала үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән төҙөүселәр генә эшен дауам итә аласаҡ, тип күҙаллана. Мутлашыусыларҙың айырым реестрын булдырмаҡсылар.
Ныҡ иҫкергән һәм авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү, ҡала хакимиәте башлығы билдәләүенсә, теләгәнсә тиҙлектә бармай. Был мәсьәләлә "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды" дәүләт корпорацияһы аҡсаһын файҙаланыуҙа асыҡлыҡты тәьмин итеү, шул юл менән аҡсаны күберәк йәлеп итеү мөмкинлеге буласаҡ.
Өфөләр, иң көнүҙәк проблемалар булараҡ, юлдарҙы ремонтлауҙы, төҙөкләндереүҙе, туҡталҡалар, автомобиль ҡуйыу урындары, балалар майҙансыҡтары төҙөүҙе, экологияның насарайыуын, еңел автомобилдәр һанының артыуын билдәләй.
"Хәүефһеҙ ҡала" проекты күп кенә ҡатмарлыҡтарҙы еңергә мөмкинлек асасаҡ. Балалар баҡсалары төҙөү, халыҡҡа ҡала транспорты хеҙмәттәре күрһәтеү, социаль өлкә, медицина, мәғариф өлкәһендә эштәр алға китәсәк тигән өмөт бар.
В. БОРИСОВ.


Вернуться назад