Ҡырҙасҡа ҡайтты ауылдаштар22.07.2014
Ҡырҙасҡа ҡайтты ауылдаштар
Ауылға етмәҫ элек үк урындағы халыҡтың байрамға ныҡлы әҙерләнгәне, эшкә күңел йылыһын һалғаны күҙгә ташланып тора. Йорттар, ихаталар, ҡойма-баҡсалар, социаль-көнкүреш объекттары сағыу төҫтәргә мансылған, урамдар тәртипкә килтерелгән. Ауыл халҡы үҙ көсө менән сүплекте кәртәләгән, ташҡын ваҡытында ағып киткән күперҙе яңыртҡан.

Байрам көндө таң һарыһынан Ҡыр­ҙасҡа ҡунаҡтар ағыла башланы. Оҙаҡ күрешмәгән ауылдаштар бер-береһен, тыуған яғын өҙөлөп һағынған. Абруйлы ҡунаҡ, ошо ерҙә тыуып үҫкән, хәҙер республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов, шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәүеф Манапов барыһын да иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләне.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы Рамаҙан айының тәүге көнөнә тура килде, шуға күрә сараны урындағы мә­сеттә башланылар. Имам-хатип Рөстәм Баймөхәмәтов Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Артабан ҡунаҡтар байрам табыны ҡоролған урамдарҙан үтте, үҙҙәренең шәжәрәһен, һәр урамдың тарихын өй­рәнде, һуғыш йылдарында һәләк булған яугирҙәр обелискына сәскә һалды, бер минутҡа тын ҡалып, уларҙы иҫкә алды. Биләмә башлығы Мәүҙиға Баймө­хәмәтова ауыл уңғандары Фәриҙә менән Айҙар Сәлимйәновтарҙың өлгөлө ихатаһын күрһәтте.
Әле ауылда 207 йорт иҫәпләнә, 758 кеше йәшәй. Урта мәктәптән тыш, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, клуб, балалар баҡсаһы бар. Урмансылыҡ, “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урындағы халыҡты эш менән тәьмин итә. Ситтә эшләгәндәр ҙә байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр ауылдан ҡырға йөрөп эшләһә лә, атай-олатайҙар төбәген бөтөнләйгә ҡалдырып китмәй, ошо ерҙә балалар тәрбиәләй. Быйыл ғына күп балалы 34 ғаилә йорт һалыу өсөн ер алған. Һөҙөмтәлә тотош биҫтә барлыҡҡа килгән. Туғыҙ ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләк­ләнгән.
Байрамдың төп сараһы гүзәл тәбиғәт ҡосағында уҙҙы. Үҙешмәкәр артис­тарҙың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәүеф Манапов, ҡырҙас­тарҙы етәкселек исеменән иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, аҡсалата бүләк тапшырҙы. Башҡа ҡунаҡтар ҙа байрамға буш ҡул менән килмәгән. Был көндә мәктәп тә, фельшер-акушерлыҡ пункты ла, мәсет тә, клуб та бүләкһеҙ ҡалманы. Ғаилә тормошоноң алтын юбилярҙары Мария менән Зиннур Моратшиндарҙы ҡотланылар. Уларға төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырылды. “Иң татыу йәш ғаилә”, “Иң яҡшы баҡсасылар”, “Алтын ҡулдар”, “Иң татыу ҡәйнә менән килен” һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде.
2011 йылда Ҡырҙас “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүсе тип танылғайны. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла юғары кимәлдә үтте, ҡырҙастар айыҡ ауыл исеменә тап төшөрмәне.


Вернуться назад