УяныуБоҙҙар китә моңһоу йырын йырлап,
Юлдар ярып аға гөрләүек.
Морон төртөп умырзая сыға
Саф күңелле йәш бала кеүек.
Ҡояшҡайым йомарт нурын һибә,
Өҙөлөп-өҙөлөп һайрай һандуғас,
Мөғжизәле, моңло бер йыр тыуа
Тамсыҡайҙың сыңы ҡушылғас.
Тау биттәре ҡалды шоҡорайып,
Йылы, йомшаҡ юрған юҡ булғас.
Ә ҡайындар тора маһайышып,
Йәшел суҡлы яулыҡ ябынғас.
***
Зәңгәр күктә, бейектә
Өйөр-өйөр болоттар.
Алығыҙсы мине ҡуша
Сәйәхәткә, алыҫҡа.
Ерҙең гүзәллегенә
Күҙ һалайыҡ бейектән,
Һоҡландырғыс тәбиғәтте
Күрәһе килә күктән.
Талғын ғына йөҙәһегеҙ
Елдәр менән серләшеп,
Баҫыуҙарҙы ҡыуандырып,
Ямғыр менән берләшеп.
Бәхетегеҙ – иреклектә,
Аҡ күңелле болоттар.
Алығыҙсы мине ҡуша
Сәйәхәткә, алыҫҡа.
ОлотауАҡнаҙарҙың аҡ ярында – Олотау,
Шул ауылдың яҙмышында – Олотау.
Барыһын да күргән, белгән бөйөк тау,
Сал тарихты күккә сөйгән изге тау.
Аҡнаҙарҙың аҡһаҡалы – Олотау,
Шул ауылдың сер һандығы – Олотау.
Барыһын да эскә йотҡан – сабырлыҡ,
Әммә башын ғорур тотҡан – батырлыҡ.
Итәгенә ауыл ҡунған – матурлыҡ,
Һаҡмар менән билен быуған – хозурлыҡ,
Емеш-еләген уңдырған – бәрәкәт,
Бар халыҡты бергә йыйған – мәмләкәт.
Бала-саға шат йылмая – киләсәк,
Улар ҙа бит тау башына менәсәк.
Аҡнаҙарҙың аҡ яҙмышы һағында
Батырҙарса күтәрерҙәр барын да.
Ләйсән ямғырыЛәйсән ямғыры яуа
Көмөш тәңкәләр кеүек.
Тотоп алырҙай булам
Шатлыҡҡа һыймай, көлөп.
Йөрәк түренә инеп
Күңелдәрҙе иретә.
Тыуған яҡты иҫләһәм,
Илағы килеп китә.
Ауылымдың ямғырҙары
Шундай таҙа, шундай саф.
Һағындыра Гөлбаҡсамды,
Һағындыра бала саҡ.
***
Аҡ сәскәле яланда
Ап-аҡ ҡына күбәләк.
Аңҡып торған еҫтәр һулап,
Осоп йөрөй тирәләп.
Бына турғай осоп килде,
Тотам, ти, матурҡайҙы.
Ә күбәләк күп уйламай
Сәскә күленә сумды.
“Ни мөғжизә! Ҡайҙа булды?” –
Тип турғай ғәжәпләнде.
Аҡ сәскәлә аҡ күбәләк
Эй көлөп рәхәтләнде.
МоңһоулыҡБолотло көндәрҙе яратам шул.
Күңелдә әйткеһеҙ тыныслыҡ.
Мин уйсан, мин азат, вайымһыҙ ҙа,
Баш түгел ул саҡта ҡырыҫлыҡ.
Күңелһеҙ ямғырҙы үҙ итәм шул.
Ул нисектер мине йыуата.
Үҙемдең уйҙарға биреләм дә,
Рәхәтлек йөрәкте илата.
Моңһоулыҡ моңома бик яҡын шул.
Әллә улмы минең юлдашым?
Улайһа өҙөлмәҫ бер ҡасан да
Тәҙрәгә төбәлгән ҡарашым.
Асылы шулБөгөн ямғыр таңдан алып кискә тиклем
Түкте бит тилерткес тамсыларын!
Өнһөҙ генә тәҙрә аша ҡарап торам,
Әллә ҡайҙа осто ҡайғыларым.
Апай йәлләй: “Бахыр, ямғыр ялҡҡан инде
Бер туҡтауһыҙ яуып сәхрәләрҙә”.
Ә мин әйтәм: “Уның бит асылы шунда –
Рәхәтләнеп Ерҙе йәмләндерә.
Уның өсөн шатлыҡ һәм кинәнес бит ул
Бөтә ерҙе һыуға туйындырыу.
Көндәр буйы моңһоу ғына яуһа ла, тим,
Уның маҡсат – ғөсөл ҡойондороу.
Бушап ҡала, ауыр йөгөн ташлап китә,
Ары оса ырғый-һик(е)рә болот.
Йәшел тәбиғәтте сафландыра ла ул
Барлыҡ ауырлыҡты ала йолоп!”