Шәжәрә байрамы шәп үтте22.07.2014
Сафакүл районындағы Абултай ауылында шәжәрә байрамы үтте.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ансар Әхмәтйәнов, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов, Сафакүл район думаһы рәйесе Ғата Бакиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Ноғоманов күп балалы, йәш һәм 50 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән ғаиләләргә тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Ансар Мәхмүтйән улы үҙенең сығышында Сафакүл районының милли үҙенсәлектәре менән айырылып тороуын, шәжәрә байрамының быға сағыу миҫал булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, районда ыңғай күренештәр байтаҡ – быйыл юлдарҙы төҙөкләндереүгә, өйҙәргә газ һәм һыу үткәреүгә 130 миллион һум аҡса бүленеүе көтөлә.
Байрамда иң йәш Рүзилә һәм Риваль Латиповтарҙың, күп балалы Лариса һәм Ринат Ситдиҡовтарҙың, Изалия һәм Альберт Хисмәтуллиндарҙың, Айгөл һәм Эдуард Халиҡовтарҙың ғаиләләрен ҡотланылар. 57 йыл татыу ғүмер иткән Яңылбикә менән Вадим Мөхәмәтовтарҙың, Фәрзәнә менән Ғәлимйән Ситдиҡовтарҙың, былтыр ғына зөбәржәт туйҙарын билдәләгән Вәлимә һәм Рамаҙан Әбделхаҡовтарҙың ғаиләләренә бүләкте танылған йырсы Ирек Ноғоманов тапшырҙы.

Сафакүлде яңғыратты “Сыңрау торна”


Сафакүлдәге ял үҙәгендә “Сыңрау торна” тигән шиғри исем менән башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙғарылды.

Баҡай ауылында тыуған был сара мәҙәниәт һөйөүселәрҙе берләштереп, һәләтле башҡарыусыларҙы, ижади коллективтарҙы үҫтереүгә, танытыуға ҙур өлөш индерә. 2009 йылдан фестиваль өлкә кимәлендә уҙғарыла башланы. Әле унда Әлмән, Щучанск, Сафакүл һәм Шумихин райондары ҡатнашты.
Ял үҙәге был көндө шау-гөр килде – көнкүреш әйберҙәре, милли аш-һыу, фото күргәҙмәһе ойошторолдо. Әүҙем аралашыуҙан һуң, делегациялар “Сыңрау торна” ижади конкурсы уҙғарылған тамаша залына үтте. Сафакүл районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәшит Хәйернасов сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне, уларға уңышлы аралашыу, мәҙәни байығыу теләне. Өлкә хөкүмәте исеменән дини ойошмалар менән бәйләнеш һәм милли сәйәсәт буйынса советник Евгений Чердаков, Ҡурған башҡорттары ҡоролтайынан Ильяс Бәҙретдинов сығыш яһаны.
Фестиваль программаһына ингән йыр-бейеүҙәрҙе абруйлы комиссия баһаланы.
Мөхәмәт ХӘБИРОВ,
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге
даими вәкиллегенең матбуғат секретары.



Вернуться назад