Шиғри йәнле Ғәскәри19.07.2014
Шиғри йәнле Ғәскәри
Рим Ғәскәров менән осрашһам да, телефондан һөйләшеп алһам да, йә булмаһа китаптарын ҡулыма алһам да, һәр саҡ йәшлегебеҙ иҫкә төшә. Йәркәйҙә уҙған иң матур һәм самими cаҡтарым нәҡ бына Рим менән дә бәйле булғандыр, күрәһең... Улай ғына ла түгел, ул — миңә Ҡазан университетына уҡырға инергә ярҙам иткән кеше. Хикмәт шунда: имтихандар ваҡытында татар теле һәм әҙәбиәтенән инша яҙырға кәрәк. Унда бер нисә вариант бирелә. Мин ирекле теманы һайланым. Теманың исеме “Беҙҙең заман геройы” тип атала ине. Һәм иншамды тулыһынса тиерлек үҙемдең яҡташым, дуҫым һәм замандашым Рим Ғәскәровҡа бағышланым...

Ниҙәр тураһында яҙғанымды хәҙер инде теүәл генә хәтерләмәйем дә. Маҡтағанмындыр инде, һоҡланыуымды, уға булған хөрмәт хистәремде йәшереп тормағанмындыр, башҡаларға үрнәк булырлыҡ егет тип ихластан яҙғанмындыр. Шулай булмаһа, иншама “бишле” ҡуймаҫтар ине. Әгәр ҙә оҙаҡ йылдарҙан һуң Римдең офицер булып китәһен, подполковник дәрәжәһендә Байконурҙың үҙендә хеҙмәт итеп, космонавтикаға туранан-тура мөнәсәбәте булырын, космонавтар менән бер һуҡмаҡтан йөрөрөн белгән булһам, мин, әлбиттә, уның тураһындағы иншаны тағы ла шәберәк итеп яҙған булыр инем...
Беҙ уның менән 1966 йылдың көҙөндә таныштыҡ. Ҡарабаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң район гәзите “Маяҡ”та эшләй башланым. Ул яңы ғына һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡайны. Беҙҙең уртаҡ дуҫтарыбыҙ араһында класташым, Аҡкүҙ егете Илфас Муллағәлиев (Башҡортостанда бик билдәле шәхес, Кушнаренкола йәшәгән Фәйләс Муллағәлиевтең бер туған ҡустыһы), Камил Әхийәров (композитор Резеда Әхийәрованың атаһы Зәки абзый менән бер туған), һуңынан билдәле шағир Ринат Хәйри булып киткән Ринат Хәйретдинов та бар ине.
Ринат менән шиғыр яҙабыҙ, мин редакцияла эшләйем, райондың юл идараһында йөрөгән Илфас – ҡойоп ҡуйған рәссам. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа аҙмы-күпме ижад менән шөғөлләнәбеҙ... Әкренләп Римебеҙҙең күңелендә лә ижади дәрт уяна башланы. Уның былай ҙа йәне тулы йыр-моң ине. Бына тигән итеп баянда уйнай, йырлап та ебәрә. Хатта үҙе сығарған көйҙәрҙе лә уйнап күрһәтә. Шуларҙың береһен үҙем дә баянда уйнарға өйрәндем, Римде иҫкә төшөргәндә, һәр саҡ бармаҡтарым шул көйҙәрҙе эҙләп таба. Рим беҙҙән ҡалышманы, ҡәләм дә тирбәтә, шиғыр ҙа яҙғылай, уларҙы беҙгә уҡып та күрһәтә ине.
Беҙҙең йәш, ғашиҡ була торған саҡ. Дуҫ-иш араһында өлкәнерәге булғанғалыр инде, комсомол райкомының икенсе секретары Камил Фәүзиә Басимованы эләктерҙе лә, комсомол туйы үткәреп, өйләнешеп ҡуйҙылар. Мин башымды юғалтыр дәрәжәгә етеп райондың мәғариф бүлегендә эшләгән Клара Исламова исемле ҡыҙ артынан йөрөйөм. Илфас Клараның класташы Ира Ҡәрипова артынан саба. Рим иһә — бер ҡарауҙа ҡыҙҙарҙың һу­шын ала торған егет! Сибәр, хәрбиҙәрсә ыҫпай, төҙ кәүҙәле, кеше менән тиҙ аралашыусан... Спорт менән шөғөлләнеүен әйтеп тә тораһы юҡ. Мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән. Шул уҡ училищела комсомол секретары, хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Уға ҡыҙығып йөрөгән ҡыҙҙар күп булғандыр. Әммә уның күҙе башта уҡ Ғәтиә исемле һылыуға төштө. Ул ауылдашым Бания Зарипова менән дуҫ ине.
Беҙ бергәләп үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнашабыҙ. Әле лә хәтеремдә, Бания менән Юныс Әминевтең “Тамырҙар” исемле спектаклендә уйнаған инек. Ә Ғәтиә менән бейеү ансамбленә бергәләп йөрөнөк. Илеш ҡыҙҙары былай ҙа сибәр, әммә Ғәтиә һирәк осрай торған иҫ китмәле һылыу ине. Совет осоронда Германияла хеҙмәт иткән һалдат егеттәр сибәр-сибәр ҡыҙҙар төшкән наклейкалар алып ҡайта торған ине бит. Ни өсөндөр шул һүрәттәрҙәге Европа ҡыҙҙарына оҡшата инем мин Ғәтиәне. Беҙ уны йәмәғәтем Клара менән әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Ҡыҙғаныс, ғүмере ҡыҫҡа булды. Уның вафатынан һуң, мин Римгә бағышлап бер шиғыр ҙа яҙҙым.
Һинең Ләйләң булғандыр ул,
Алиһәң ине микән?
Йондоҙ ине, һүнде инде —
Әллә күҙ тейҙе микән? —
тигән юлдар ҙа бар ине унда...
Рим менән беҙ бик яҡын дуҫтар булдыҡ. Мин уның ата-әсәһен, бөтә туғандарын яҡшы беләм. Район үҙәгенә яҡын ғына булғас, Ирмәшкә лә йыш барып йөрөй инек. Римдең тыуған көнөн уҙғарған да бик иҫтә ҡалған. Мин, район гәзите хәбәрсеһе булғас, уның һатыусы булып эшләгән әсәһе Хәйерниса апай тураһында “Маяҡ”та мәҡәлә лә баҫтырғайным...
1998 йылда Ҡазанға уҡырға киттем. Рим Ринат Хәйри менән бергә район гәзите редакцияһында эшләй башланы. Әммә уның романтик рухлы тынғыһыҙ характеры ижад мөхите сиктәренә генә һыймағандыр, күрәһең. Бәлки, үҙенең ата-бабаһынан ҡалған фамилияһы ла тынғылыҡ бирмәгәндер...
Ғәскәров фамилияһын йөрөткән кеше, әлбиттә, хәрби булырға тейеш! Һәм ул, Ғәтиә менән өйләнешеп, комсомол туйы уҙғарғандан һуң, яңынан хәрби хеҙмәткә китеп барҙы. Илештә ҡалған булһа ла, ул тора-бара ҙур дәрәжәле вазифала эшләгән булыр ине...
Хаттары баштараҡ Илештән килә ине, унан, Юғары хәрби-сәйәси училищела уҡығанда, Симферополдән, һуңыраҡ Ҡаҙағстандан, Байконурҙан килә башланы. Ҡайһы бер хаттарында йәш офицер Рим Ғәскәровтың фотоһүрәттәре була ине. Хәрби кейем кемгә-кемгә, мәгәр Римгә килешеп торҙо. Нәҡ бына офицер булыр өсөн генә тыуған кеше! Дуҫым сирек быуат буйына шул кейемдә йөрөнө, погондарындағы йондоҙҙар ғына ваҡыт-ваҡыт ҙурайып һәм артып торҙо...
Ял ваҡыттарында Ҡазанға ла килеп сыҡҡыланы. Уның менән бергәләп яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы һәм шағир Әхсән Баяновҡа ла барғайныҡ. Мин, әлбиттә, Рим дуҫымдың ул осорҙағы эшсәнлеген күберәк хаттары йә башҡалар аша ғына белешеп торҙом. Ҡазанда хәҙер уның менән Байконурҙа бергә хеҙмәт иткән, ғүмер кисергән яҡын дуҫы, шулай уҡ Илеш егете Мәғариф Раянов йәшәй. Яйы сыҡҡан һайын осрашып, хәбәрләшеп торабыҙ. Рим тураһындағы яңылыҡтарҙы иң элек ул еткерә, Байконурҙағы саҡтарын һәр саҡ һағынып иҫкә ала.
Запастағы подполковник, Байконурҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рим Ғәскәров тыныс хеҙмәттә лә юғалып ҡалманы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ситтән тороп тамамланы.
Күңелендәге яҙыу теләге, йәнендәге шиғыр ене уны Өфөләге редакциялар тирәһенә килтерҙе. “Йәшлек” гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләне, “Илешем-емешем” менән “Илеш – Баймаҡ” гәзиттәренең мөхәррире вазифаларын да бик теләп һәм яратып башҡарҙы. Илеш — Баймаҡ хеҙмәттәшлеген, дуҫлығын нығытыуға бик күп көс һалды. Шуға күрә лә уны Илештә генә түгел, Баймаҡта ла яҡшы беләләр һәм хөрмәт менән иҫкә алалар.
Яҙмыш еле уны ҡитғаның ҡайһы ғына мөйөшөнә илтеп ташлаһа ла, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, Рим барыбер йәне-тәне менән Илеш егете булып ҡалды. Ул Илеште онотмай, ул Илеште һағына, ул Илеште ярата, ул Илешкә ҡайтып йөрөй, ул Илешһеҙ йәшәй алмай. Ул яҙған шиғырҙарҙы ҡат-ҡат уҡыйым да бының шулай икәненә тағы бер ҡат инанам. “Һинең йөрәгеңдә йәшәйем”, “Йондоҙло көҙҙәр” һәм “Донъялар фани ғына...” исемле өс шиғыр китабы донъя күрҙе. Әлеге йыйынтыҡтары тураһында үҙ ваҡытында Нәзиф Бәхтизин, Суфиян Поварисов, Ғәлим Дәүләди, Барый Ноғоманов, Рәшит Фазлыев, Динә Мырҙаҡаева, Фәнис Гәрәев, Харис Сәғитов кеүек билдәле татар һәм башҡорт әҙиптәре, журналистары, нәшерселәре үҙ һүҙен әйтте. Мин шуны ғына өҫтәгем килә: уның ижады тулыһы менән Илешкә — ҡәҙерле кешеләренә, унда тыуып үҫкән һөйгән йәренә, ҡабатланмаҫ илаһи тәбиғәтенә – тәрән һәм эскерһеҙ мөхәббәт хистәре менән һуғарылған. Шул хистәр уны дәртләндерә, көс-ҡеүәт өҫтәй! Үҙенең сирек быуат ғүмерен ғәскәри хеҙмәткә бағышлаған шағир, журналист шул хистәр менән йәшәй, ижад итә, күңеле һәм рухы менән һаман да йәш саҡтағы Рим Ғәскәри булып ҡала.

Роберт МИҢНУЛЛИН,
Татарстандың халыҡ шағиры.


Вернуться назад