“Аҡ сәскәле бәхет” ҡунды Сафакүл буйҙарына19.07.2014
Сафакүл районында “Аҡ сәскәле бәхет” тип исемләнгән матур байрам үтте. Ул Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды.

Был көндә тамашасылар алдында “Ләйсән” ижади коллективы, Нәркис Ғәлиев, Юлиә Яхина, Зинфира Закурдаева сығыш яһаны. Сарала быйыл үҙҙәренең көмөш туйҙарын билдәләгән парҙар тәбрикләнде. Гөлфиә менән Әлфир Ғафаровтарҙы, Гөлнара менән Рафиҡ Кирәевтәрҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәшит Хәйернасов ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан Сафакүл районының 90 йыллығы һәм әлеге байрам уңайынан “Ғаилә бәхете ағасы” скульптураһын асыу тантанаһы уҙҙы. Ғафаровтар һәм Кирәевтәр, мөхәббәткә тоғролоҡ символы итеп, унда тәүге йоҙаҡтар элде. “Минең ғаиләм” исемле викторина һорауҙарына яуап биреү, асфальтта һүрәт төшөрөү, күккә шарҙар осороу сараға тағы ла сағыуыраҡ биҙәктәр өҫтәне.





Вернуться назад