Юлыҡтар был көндө түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Ни тиһәң дә, ауыл тарихында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы беренсе тапҡыр үтә бит. Шуға ла уға әҙерлек етди барҙы: йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелде, нәҫел тамырҙары барланды, төрлө тарафҡа саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде.
Ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙ, ҡупшыланып алған алсаҡ, уңған хужабикәләй, ихлас ҡаршыланы. Халыҡтың байрамса кәйефенә тәбиғәт тә битараф ҡалманы: Мағаштау итәгендәге йүкә сәскәләренең хуш еҫен тотош ауылға таратҡан йылы ел баш өҫтөндә эленеп торған ҡара болоттарҙы ситкә ҡыуып алып китте, саф һыулы Еҙем дә дәртлерәк сылтырағандай тойолдо. Юлыҡты тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк итеү өсөн ауыл халҡы ғына түгел, ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҙур тырышлыҡ һалды.
Йыйылған ҡунаҡтарҙы Юлмөхәмәтовтар ғаиләһе йыр-моң, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Тотош ауылға иман нуры таратҡан «Рәшит үә Мәрүә» мәсетендә булғандан һуң, барыһы ла Юлыҡ урамдары буйлап үтте. Ҡунаҡтар Мәктәп урамында йәшәгән Гөлфинә менән Вәкил Юлмөхәмәтовтар йорто янында туҡтап, был уңған ғаилә менән танышты, артабан автобус менән иң матур урам – Мағашҡа юлланды. Эйе, Юлыҡ бик ҙур, йәйәүләп йөрөрлөк түгел! Үҙәк урамдың оҙонлоғо, мәҫәлән, дүрт саҡрымдан ашып китә.
Мағаш урамында тырыш, эшһөйәр ғаиләләр йәшәй. Байрамда ҡатнашҡандарҙы иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәйрулла Шафиҡовтың (үҙе мәрхүм инде) ишле ғаиләһе һый-хөрмәт, йыр-моң менән ҡаршы алды. Ун өс бала тәрбиәләп үҫтергән Сара Закир ҡыҙы хас инә ҡаҙ инде: бөтә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен янына йыйған. Ҡунаҡтар Шафиҡовтарҙың 14 быуынын сағылдырған шәжәрә менән танышты, Сара әбейҙең уңған ҡыҙ-килендәре әҙерләгән аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Артабан ошо уҡ урамда йәшәгән тағы ла бер тырыш ғаилә – Рәмилә менән Ғайса Юлыҡовтар йорто янында туҡталып, элгәре ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла оҫта балыҡсы тип танылған Фәтҡулла бабайҙың тамырҙары барланған үҙенсәлекле стенд-шәжәрәне ҡараныҡ.
Мағаш тауы итәгендә урынлашҡан, ҡалын урман ситенә тиклем һуҙылған был урамда йорттар матур, иркен, һәр ғаилә ҡура тултырып мал-тыуар тота. Барыһы ла уңған. Дүрт ул үҫтереп, уларҙы ауылға еректереп, ошо уҡ урамда биш йорт һалған Миңнәхмәт ағай Яҡшыбаев үҙе генә ни тора!
Ауыл менән танышып сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар байрам яланына – йәмле Еҙем ярындағы аҡланға – юлланды. Бында уларҙы «Еҙем» фольклор ансамбле ҡаршы алды. Байрам сәхнәһенән ағылған йыр-моң халыҡты үҙенә саҡырып торҙо. Нәҫел-аралар, берләшеп, тирмә ҡорҙо, усаҡ яҡты. Спорт майҙансыҡтарында етеҙҙәр, көслөләр, таһыллылар көс һынашты.
Салауат хәҙрәт Юлыҡов, изге теләк-ниәт әйтеп, фатиха биргәндән һуң, байрамдың рәсми өлөшө башланды. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Ҡужин, барыһын да байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Юлыҡтарҙың байрам шатлығын уртаҡлашырға район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова ла килгәйне. Улар ауылды төҙөкләндереү, нәҫел тамырҙарын барлау, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был байрамды әҙерләүгә ҙур тырышлыҡ һалған иң әүҙем кешеләргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Эйе, тотош ауыл халҡын бергә туплап, бындай ҙур сара үткәреү еңел түгел. Был йәһәттән ойоштороу комитеты ағзалары, атап әйткәндә, ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ҡужин, ауыл старостаһы Таһир Юлмөхәмәтов, Юлыҡ халҡының нәҫел ептәрен асыҡлап, ауылдың тарихын ентекләп өйрәнгән һәм үткәндәр хаҡында бик күп мәғлүмәт туплаған Рәхимйән Юлыҡов, мәктәп директоры Рәфис Абдрахманов, шулай уҡ Һаҙый Юлмөхәмәтов, Рима Рафиҡова, ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн бер-ике көн эсендә бағаналарға фонарҙар ҡуйып сыҡҡан Салауат Яҡшыбаев һәм башҡалар маҡтауға лайыҡ. Байрамға әҙерлек сиктәрендә ауыл зыяратын кәртәләүҙә ҙур ярҙам күрһәткән Марат Мөхөтдинов, ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙ иҫәбенә мәсет кәртәһен һәм тәҙрәләрен яңыртҡан бер туған Рәйлә менән Азамат Урманшиндар, Ғәзизә менән Ленира Кәримовалар, алыҫ Ижевск ҡалаһында йәшәгән Зилиә Нуретдинова, шулай уҡ Ғәле Кинйәбулатов, Нур Яҡупов, Гүзәл Юлыҡоваға ауылдаштары сикһеҙ рәхмәтле.
Байрамға әҙерлек сиктәрендә төрлө номинациялар буйынса конкурстар иғлан ителде. Сара барышында уларға йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, Рәмилә менән Ғайса Юлыҡовтар «Иң матур ихата» конкурсында беренсе урынға сыҡһа, Гөлфинә менән Вәкил Юлмөхәмәтовтарҙың йорто иң матуры тип танылды, ә Нурзиә Дәүләтбаеваның ишек алды баҡсаһы «Иң матур сәскәлек» номинацияһында еңде. Илһам Шаһиев менән Мәхәмәтгәрәй Кинйәғолов – “Иң күп мал аҫраусылар”, Мотаһар Дәүләтбаев менән Рәйес Абдрахманов “Иң күп бал ҡорто тотоу-сылар” тип билдәләнде.
Сара алдынан ғына никах туйы үткәргән Гөлдәр менән Илнар Зәйнуллиндарҙың ғаиләһе ауылдағы «Иң йәш ғаилә» тип танылды. Уларға өлгө булырҙай оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән ғаиләләр күп Юлыҡта. 50 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән Рәшиҙә менән Әсҡәт Әбделмәновтар, Мәрзиә менән Бәйтулла Шафиҡовтар, Нәсиха менән Самат Моратовтар, Хәмиҙә менән Мотаһар Дәүләтбаевтар, Бибисара менән Миниәхмәт Айытҡоловтарҙы ла ҙурлап сәхнә түренә саҡырҙылар.
Ауылдың иң оло кешеләре, яңы тыуған сабый, Юлыҡтың күрке булған тырыш, эшһөйәр, булдыҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр, оҙаҡ йылдар әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу ғүмер иткән килен-ҡәйнәләр, алтын ҡуллы оҫталар, мәктәбебеҙ ғорурлығы булған уҡыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Мәрүә апай менән 1950-1960 йылдарҙа “Мағаш” колхозы рәйесе булып эшләгән Рәшит ағай Урманшиндарҙың балалары бынан бер нисә йыл элек ауылда мәсет һалыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтте, бөгөн “Рәшит үә Мәрүә” мәсете халыҡҡа иман нуры тарата. Шуға ла “Динле ғаилә” номинацияһында еңеүсе итеп юлыҡтар бер тауыштан Мәрүә апайҙы билдәләне.
Спорт ярыштары, халыҡ уйындарынан тыш ниндәй байрам булһын инде! Берәүҙәр күҙ бәйләп көршәк ватты, икенселәр көйәнтәләп һыу ташып уҙышты, кемдәрҙер ҡатыҡ эсенән тәңкә эҙләне. Ир-егеттәр, йәш-елкенсәк кенә түгел, хатта килен-ҡәйнәләр ҙә арҡан тартышты. Бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән бер-береһен бәргесләгән малайҙарҙы ағайҙар, бабайҙар алмаштырҙы, өләсәйҙәр тоҡ кейеп йүгереште, көрәшселәр келәмдә бил һынашты. Волейбол, гер күтәреү, йүгереү, ҡул көрәше барған ерҙә лә тамашасылар күп йыйылды. Спортсыларҙы дәртләндереп «һеү-һеүләгән» тауыштар әллә ҡайҙарға ишетелде.
Ә сәхнәлә тәбрикләү, йыр-моң дауам итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин «Ауылым-Юлыҡҡайым» йырын башҡарғанда, уға бар тамашасы ҡушылғандыр, был минуттар үтә лә тулҡынландырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ә инде «Красноусол» шифаханаһы артистарының дәртле сығышы байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.
Байрам кискә тиклем дауам итте. Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты. Һәр кем ауылда артабан да Шәжәрә байрамдарын үткәреү кәрәклеген билдәләне. Әлегеләй берҙәм булып, күмәкләп тотонһаҡ, байрамдар уҙып торор, әлбиттә. Бары тик тормошобоҙ имен булһын.