“СОВРЕМЕННЫЙ МУЛЛА”18.07.2014
“СОВРЕМЕННЫЙ МУЛЛА”
Эх, ниндәй бәхетле минуттар бит ул һөйгәнең менән ҡауышыу танта­наһы – ғүмереңдең иң сағыу мәле!..
Бына ошондай хистәр хаҡында уйланып килеп индем бер дуҫымдың никах туйына. “Тотмағас ни”, туйға саҡырып торманылар, “Никахҡа ғына килерһең, эске-меске булмай”, тип иҫкәрттеләр.


О-һо, кәләш менән кейәүҙең туғандары ла, дуҫтары ла муйындан икән. Сама менән 101 кеше булалыр. Ярай күңелгә урын табылһа, башҡа ер һыйыр ул тип, өҫтәл уртаһынараҡ ултыр­ҙым. Ә өҫтәле һуң, өҫтәле: күгәрсен һөтө лә ҡалмағандыр, әй!
Ниһайәт, матур ғына итеп һаҡал үҫтергән, килешле итеп кейенеп алған мулла тамағын ҡырып алғас, барыһы ла тул­ҡынланғыс мәл килеп еткә­нен аңлап ҡалды. Шунан ни, башланды “ҡамыт кейҙереү” ҡану­нын үтәү.
“Риза-ризамын” процесы та­мам­ланыу­ға дин әһеле тейешле аяттарын геүләтеп уҡып ебәрҙе. Ах, шундай матур итеп көйләй үҙе, тын да алырға онотоп, тыңлап ултырҙыҡ, туған. Бына бит, булғас, була инде ул оҫталар: никахҡа ингәндән һуңғы бурыс-шарттарҙы матур итеп аңлатып ҡына ҡалманы, Ҡөрьән­де лә күңелдәргә еткәнсе уҡыны.
Ярай, дуҫты ҡотланыҡ, эстән генә кемдер йәлләп, кемдер көнләшеп тә ҡуйғандыр, әммә мин уның өсөн ысын күңелдән шат инем инде: тағы бер бә­хетле ғаилә тыуҙы бит!
Шулай итеп, аш-һыу менән һыйлау китте. Тәмле-тәмле ри­зыҡ­тарҙы ашап бөтөүгә барыһы ла мулланың… ҡайтып киткәнен көтә башланы. Ни өсөн икәнен башта аңламағайным. Баҡтиһәң, ҡайһы бер туғандарының күңелен китмәҫ өсөн кәләш-кейәү шулай ҙа “эске-меске” ойошторорға булған икән. Хәйер, үҙҙәре хужа. “Шаярмауымды” белһәләр ҙә, әҙәп өсөн миңә лә ҡалырға ҡуштылар. Ғөмүмән, мин дә мулланың тиҙерәк ҡайтырын көтә башланым (уның менән хушлашҡас, өҫтәлгә “мәй” килеп сығасаҡ, ҡыҙмаса булған ҡунаҡтар минең дә сығып һыҙғанымды һиҙмәҫ, тигән уй ине бит башта).
…Эй көтәбеҙ, эй көтәбеҙ дин әһеле менән һаубуллашыу мәлен, тик бер ҙә ҡуҙғалырға уйламай бит был. Аптырағас, ҡо­ҙалар, мулланан рөхсәт алып (өшкөртөп түгел, әлбиттә), өҫтәл­гә “оҙон муйын”дарҙы теҙә башланы.
– Һы, балалар! Мин бит – современный мулла. Әйҙә-әйҙә, Хоҙай рөхсәт итһә, ризыҡ булып бара ул, – тип ҡеүәтләп ебәрҙе ул.
– Ултыра торғас, ҡеүәтләп ке­нә ҡалманы “современный аб­зый”, ҡоҙалар шаяртып ҡына ҡыҫтағас, йәштәрҙең бәхетле киләсәге өсөн үҙе лә бер-икене еппәрҙе бит әй! Һай, бына китте мәжлес шаулап! Китте ҡотлау­ҙар, йыр-бейеүҙәр. Бә-ә-ә-әй, тора-торғас мулла гармун таптыра башламаһынмы! Йығыл да кит! Гармуны гармун менән, тол ҡалған ҡоҙаса тейеш апай менән дә шаяра башланы әле – уныһы икенсе бүлмәгә саҡ ҡасып ҡотолдо.
Дин әһелен төн уртаһында өйөнә илтеп ҡуйҙылар. Ирекһеҙ­ҙән Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ы иҫкә төштө шул саҡ.
…Нисек кенә үкенесле бул­маһын, шаярыу ҡатыш яҙылған был юлдар ысынында баштан үткән ваҡиғаға нигеҙләнде. Әлбиттә, элек, совет мәлендә, “дин юҡ” тип өҫтәл һуҡҡан аб­зыйҙарға хәҙер мулла булып йөрөүе ҙур һынауҙыр ҙа, бәлки. Көндөҙ намаҙ уҡып, төнөн көмөшкә һатҡандар, мәсеттә һыра эсеп ятҡандар ҙа бар – былары инде айырым тарих. Тик Ислам ҡанундары ике йөҙлө­лөктө иң ҙур гонаһтарҙың бере­һе тип баһаламаймы ни?! Ошо хаҡта ҡайһы бер дин әһелдәре онотоп китә, шикелле: эскене тыйыу урынына үҙҙәре ҡоторта. Әлбиттә, бер мулла миҫалында бөтә дин әһелдәренең йөҙөнә ҡара яғырға теләмәйем, ләкин динебеҙҙән көлмәһәк ине.




Вернуться назад