Хыял18.07.2014
ХыялКүрше бүлмәлә берәүҙең һулҡылдап илағаны ишетелде. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Нимә булды икән? Бөтәбеҙ ҙә шунда атылып барып индек. Ка­рауаттың мөйөшөндә сибек кенә ҡулдары менән тубығын ҡосаҡлап, башын түбән эйгән Рөстәм ултыра ине. Ул детдомда икенсе йыл ғына йәшәй. Бишенсе класта уҡый. Малайҙың сөм ҡара күҙҙәрендә һәр ваҡыт ниндәйҙер һағыш сағылғандай. Уның йылмайған сағын бер ҙә күргәнем юҡ.
– Рөстәм, нимә булды? Ниңә илай­һың? – Беҙ малайҙы тынысландырырға тырыштыҡ.
– Йә, берәйһе тейҙеме әллә? – Бу­ҫы­ғып бөткән малай һаман һелкенә-һелкенә һыҡтауын дауам итте.
– Кем туҡманы?
– Әйт әле миңә, хәҙер үҙенең иҙмәһен иҙәм, – тип, малайҙарҙың ҙурырағы, кеҫә­һенән сығарып, кәнфит һуҙҙы. Әммә Рөс­тәм башын күтәреп тә ҡараманы.
Шул саҡ шар итеп ишек асылып китте лә, бүлмәгә тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай атылып килеп инде.
– Бында ниндәй тауыш!? Саҡ ситкә китер әмәл юҡ, тотонаһығыҙ үлте­ре­шер­гә! Эргәгеҙҙән китмәй һеҙҙе ҡарауыл­дап ултырайыммы? Үҙемдең донъям юҡмы ней? Ана, һыйырҙарым баҡы­рышып тора. Кеше балаһын кеше итәм тип, үҙемде­келәрҙе күргән дә юҡ. – Тәрбиәсебеҙ, көрәк­тәй йоҙроғо менән сикәбеҙгә бына-бына елләйем тигәндәй, уҡталып-уҡта­лып беҙгә зәһәр итеп ҡарап ҡуйҙы. – Йә, кемегеҙҙең ҡулы ҡысып тора? Хәҙер бәләкәйҙәргә көсөгөҙ етәме?
– Юҡ, апай, беҙ теймәнек.
Рәйфә апай алға атланы ла ҡаты үксә­ле итеге менән иҙәнгә шапылдата баҫты:
– Алдашмағыҙ! Тиктомалдан кеше илаймы?
Беҙ үҙебеҙ илаған тауышты ишетеп керҙек. Рөстәм үҙе генә ултыра ине. Ә нимә булғанын беҙ ҙә белмәйбеҙ...
Рөстәм – йомоғораҡ малай. Детдомға килгәс тә, ауыҙына һыу уртлағандай, бер һүҙ ҙә өндәшмәй йөрөнө. Исемен һора­һаң да, ҡайҙан килгәнен белешһәң дә, йә, башын түбән эйә, йә бөтөнләй ишетмә­мешкә һалыша. Әллә телһеҙме икән, тип аптырашып ҡуйҙыҡ. Ул аҡылға бер төрлө шикеллерәк, тигән хәбәр ҙә йөрөнө.
Һуңынан ғына ишеттек. Тәрбиәсебеҙ һөйләне. Рөстәмде кескәй генә көйөнә буранлы көндә сүплек янында урам һе­переүсе табып алған. Бесәй тауышы ише­телгәнгә барып ҡараһа, төргәктә сабый ята, ти. Үҙе менән бер документы ла булмаған. Ул тәүҙә сабыйҙар йортонда, һуңынан приютта йәшәгән. Мәк­тәп­тә уҡый башлағас ҡына детдомға күсергәндәр.
Күпме генә тырышһаҡ та, малайҙың исемен барыбер белә алманыҡ. Ә нисектер уға өндәшер кәрәк ине бит. “Уның исеме Рөстәм шикелле”, – тине берәүһе, ҙур асыш яһағандай.
Шулай итеп, яңы ғына килгән малайҙы Рөстәм тип атай башланыҡ. Былай өндәшһәк, ул беҙгә иғтибар итә. Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, малай яйлап ҡына һөйләшә башланы. Тәүҙәрәк “эйе”, “юҡ” менән генә сикләнде. Тора-бара ҡаланан яңынан эшләнгән документтары килгәс, мәктәпкә лә йөрөй башланы.
Тик документтары килгәс, бөтәбеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Малай Рөстәм түгел, ә Илнур Буранов булып сыҡты. Исемен – табып алған кешенең хөрмәтенә, ә фами­лияһын ажғыр буранлы көнгә бәйләп ҡушҡандар икән!
Детдомда бирелгән исемгә ул да, беҙ ҙә күптән өйрәнгәйнек. Барыбер Рөстәм тип йөрөттөк.
Бер заман шундай хәл булды...
Төштән һуң, ашап алғас, Рөстәм ҡай­ҙа­лыр юҡ була башланы. Сәғәттән ашыу әллә ҡайҙа йөрөп, күңеле күтәре­леп ҡайта. Был хәл йыш ҡына ҡабатлана тор­ҙо. Малайҙың нимә менән булышҡа­нын белгем килде. Шуға ла һиҙҙертмәй генә уның артынан күҙәтергә булдым.
Бына Рөстәм балалар йортонан сыҡ­ты. Шунда уҡ уң яҡҡа боролоп, туп-тура ҡа­йынлыҡҡа юлланды. Мин шым ғына артынан бара бирҙем, ул быны шәйләмәне лә. Урман эсенә төп­кәрәк үткәс, малай һомғол ғына ҡайынды ҡо­саҡ­ланы ла ни­ҙер бышылдарға тотондо. Нисек кенә ты­рыш­һам да, барыбер ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрен ишетә алманым. Оҙаҡ ҡына шулай ҡайынға нин­дәйҙер серен һөй­лә­не. Рөстәм берсә күккә ҡарап йылмайҙы, берсә сөбөрҙәп аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. Мин, ҡамасау­ламаҫҡа тырышып, ипләп кенә ҡайтыу яғын ҡараным. Шул арала малай мине шәйләп ҡалды. Көтмәгәндә урманда бүтәнде күргәс, һиҫкәнеп ҡуйҙы, йөҙө үҙгәрҙе.
– Ағай, һин был турала бер кемгә лә һөйләмә инде. – Рөстәмдең тәүге һүҙе шул булды.
– Ярай, әйтмәм. Ә һин бында яңғыҙың нишләп йөрөйһөң?
– Детдомда мин уйлағандарымды һөйләргә ҡурҡам. – Уңайһыҙланыуы ма­лай­ҙың йөҙөнә сыҡҡайны. Ирендәре ҡал­тырап, ғәйепле тауыш менән яуап ҡай­­тарҙы. – Берәүгә теләктәремде әйт­һәм, аҙаҡ мәрәкәләп, бөтә кешегә һөйләп йөрөйәсәк. Ә ошо ҡайынҡай миңә тоғро. Уға бөтөн серҙәремде һөйләй алам. Ни өсөндөр урманда ғына үҙемде иркен тотам. Бында килһәм, рәхәтләнеп хыяллана алам, үҙемдең киләсәгем дә күҙ алдыма баҫҡандай.
– Ә ниндәйерәк хыялың бар һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуымды дауам иттем.
– Ағай, беләһеңме, киләсәктә ҙу-у-ур кеше булғым килә! – Малайҙың күҙҙәре осҡонланып китте. – Бына мин Өфө урамынан атлап китеп барам. Ҡулымда – ҡара төҫтәге портфель, өҫтөмдә – күҙ яуын алырлыҡ костюм, аҡ күлмәк, хатта галстук таҡҡанмын, ә инде ботинкам әллә ҡайҙан көҙгө кеүек ялтлап тора. – Теләктәрен әйткәндә малай ҡалҡынып киткәндәй булды. Үҙен ысынлап та ошо минутта ҙур етәксе итеп тойҙо шикелле. – Танығандары туҡтап иҫәнлек һораша, хәл-әхүәл белешә. Ә мин шатланып һаман атлауымды дауам итәм. Был донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр. Өйҙә ҡайтыуымды түҙемһеҙләнеп кәлә­шем менән балам көтә... – Шул саҡ Рөстәм тынып ҡалды ла түгелеп илап ебәрҙе.
– Ярай, илама инде, тыныслан. Бары­һы ла һинеңсә буласаҡ, мин әйтте тиер­һең! Бөтәһе лә алда бит... – Малайҙы шулай йыуатырға тырыштым.
– Уныһы шулай ҙа... Тик өйҙә балаларым өләсәһен таптыра башлаһа, нимә тип әйтермен?
Рөстәмде йыуатырлыҡ бер һүҙ ҙә таба алманым. Уның хәлен яҡшы аңлайым да, тик ни хәл итәһең. Үҙ атай-әсәйемдең үлгәненә лә хәҙер байтаҡ йылдар үтте. Ә шулай ҙа Рөстәм минән күпкә бәхетлерәк. Уның атаһы ла, әсәһе лә бар, тиҙәр. Тик улдарын таба алмай ғына йөрөйҙәрҙер. Бер мәл осрашырҙар әле.
– Ә шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем, Ильяс ағай. – Малайҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. – Мине барыбер детдомдан килеп аласаҡтар. Саҡ ҡына түҙергә кәрәк.
– Эйе шул, һинең кеүек аҡыллы малайҙы нисек килеп алмаһындар тей!
– Ҡасаныраҡ килерҙәр икән? Улар кил­гән саҡта лагерҙа булып ҡалмаһам ярар ҙа ул. Әтеү таба алмай йонсоп бөтөрҙәр. Мине күрмәһә әсәйемә ҡыйын булыр. – Малай иркенләп һөйләргә тотондо. – “Әсәй” тигән һүҙҙе күптән әйткәнем юҡ. Ул һүҙ хәҙер нисек әйтелгәнен дә онота башланым. Шуға кеше юҡта ғына ошо ҡайын алдына килеп, “әсәй”, “атай” тип әйтеп ҡарайым. Бик матур һүҙҙәр ивет, ағай! – Малай йәшле күҙҙәре менән миңә ҡараны. Шунан теге һүҙҙәрҙе йәнә ҡабатланы. – Атай, әсәй, мин һеҙҙе яратам!
Рөстәмдең һүҙҙәре йөрәгемде өтөп алғандай булды. Унан күпкә ҙурыраҡ булһам да, күҙҙәремдән атылып сыҡҡан йәштәрҙе тыя алманым.
– Тик был турала берәүгә лә һөйләмә инде, – тип үтенде Рөстәм.
– Ярай, ярай...
Беҙ әкренләп кенә детдомға ҡарай атланыҡ.
...Карауатта илап ултырған Рөстәм тынысланғандай булды. Беҙ ҙә, тәрбиәсе лә сәбәбен белмәйенсә бүлмәнән китергә ашыҡманыҡ. Малай башын ҡалҡытты ла, туҡтауһыҙ илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен терһәге менән һөртөп, беҙгә ҡараны.
– Ыж-ди, ыж-дии... – тип нимәлер әйтергә теләне лә әйтеп бөтөрә алманы. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Тағы ла көслөрәк илап ебәрҙе.
– Йә, тыныслан инде. Теләйһеңме, һиңә бейсболкамды бирәм. – Яңыраҡ ҡына туғандары алып килгән әйберҙе класташым уның башына кейҙерҙе. Берәүһе стакан менән һыу алып килгәс, шуны эсеп, бер аҙ тынысланды Рөстәм. Тынып торғандан һуң, илауының сәбәбен аңлата алды:
– Телевизорҙан гелән “Жди меня” тапшырыуын ҡарайым. Берәүһен дә ҡалдыр­ғаным юҡ, – тине, үпкәләгәндәй мыш-мыш итеп, малай. – Ниңәлер гел кешеләрҙе кемдер эҙләй, шунан табалар. Бына баяғы ғына тапшырыуҙа бер малайҙы әсәһе табып, ҡосағына алды. Телевизор аша мине лә эҙләйәсәктәр тип гел хыялландым. Тик ни өсөн мине берәү ҙә эҙләмәй икән? Берәүгә лә кәрәк түгелмен инде...
Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты.


Вернуться назад