Күп нәмәләр миндә мөхиттән бит,
Бар осоштар, барҙыр яҙлығыуҙар.
Көнлөксөнән әммә өҫтөн күңел,
Хәләл булды кискән, эскән һыуҙар.
Тормош алдаҡсыл ул. Белмәй уны,
Үҙ-үҙемә артыҡ ышандым мин.
Эйелмәҫ тә башты ҡылыс мәгәр
Сапмаһа ла, аҙмы тышалдым мин.
Үҙ мәйелем, үҙ бәйелем менән
Үҙ иркемдә, иҫәр, мин көн иттем.
Бөгөп алмаҡ булды бөгәрмәндәр.
Минме һындым, минме һуң күнектем?!
Алғыр булды фирҡә күркәләре,
Ҡыпһыуыры булды етәксенең.
Рәми генәме һуң?! Шәкерттәрен
Быумаҡ булып, шулар бит йәлсене.
Шул мөхиттең шауҡымдары әле
Аңдымаймы битлек аҫтарында?
Юҡҡамы ни ҡала барам яңғыҙ,
Ваз кисеп мин ҡай бер “дуҫтарым”дан.
Изге йәндәр аҙ түгел ул. Әммә
Тик уларҙан тормай көллө ғәләм.
Кеше асылы, кеше тәбиғәте...
Нисек уны әйтеп бөтһөн ҡәләм?
Ә бит көн ҡояшлы. Яҡтылыҡты
Ҡеүәтләйҙер ғилем, йыр һәм аҙан.
Әммә бар, тип, әсе дөрөҫлөк тә,
Яҡтылыҡтар артһын өсөн яҙам.
Яҙмыштан мин яҙам һығымталап,
Ҡупшыламай аманатлап уҙам.
Ваҡланыу ҙа, аҡланыу ҙа юҡтыр,
Ҡоро сығыусы мин түгел һыуҙан.
Шөкөр, ярайһы уҡ ғүмер кистем,
Ғәмәлдәген раҫлап, мин әгәр ҙә
Яҙам икән, булыр шат мәлдәр ҙә,
Булмай булмаҫ унда әрнеүҙәр ҙә.
Мин кәрәктә йәнәһе йән атҡан,
Аҙаҡ килеп һатҡан әшнәләргә
Өндәшерҙәй булам: һеҙ бит оҡшаш
Күптән бушап ҡалған шешәләргә.
Үҙ асылым асып, булды насип
Остаздарҙың баһалауы ихлас.
Бөгөн кемгә яҡты йөҙ күрһәтһәң,
Өҫтәүенә көтә булыр ҡалас.
Йөҙ кешегә булһаң да һин яҡшы,
Мәхрүм икән, табыла бер шаҡшы.
Йөҙ кеше лә ҡурсый алмай ҡала,
Йөҙҙө йыртып, килеп тейә ташы.
Тормош баҫа, тибеҙ. Ә бит яфа —
Мөхиттән бит ҡай саҡ булмау өҫтөн.
Таш атҡанға кәрәкме аш атыу?
Ҡалмауҙар шарт һис тә булып меҫкен.
Кеше асылы, кеше тәбиғәте...
Асып бөтә алмай бөйөктәр ҙә.
Барҙыр уҡ-һаҙаҡтай егеттәр ҙә,
Шиңгән ҡуҙаҡтай бар ебектәр ҙә.
Уйлы-моңло йәндә фанилыҡҡа,
Баҡыйлыҡҡа бәйле мең-мең юрау.
“Ә мин кем һуң әле?” тиеп кеше
Үҙ-үҙенә ҡуямы ул һорау.
Кеше! Кем һин? Тәрәнәйтә уйҙы
Даның ғына түгел, ҡаның хатта.
Ҡаныңда бит тәүтормоштан килгән
Күп сифаттар йәшеренеп ята.
Кеше! Кем һин? Кеше итеп һине
Күтәрәлер, әйтсе, ниндәй ғиллә?
Ҡаныңда һуң нимә беренсел ул,
Мөхәббәтме, хеҙмәтме ул әллә?
Кеше! Кем һин? Ҡайҙан аң һәм аҡыл?
Асылған бит ниндәй һуң шырлыҡтар!
Тыумыштанмы, ахыры, тормоштанмы
Пәйғәмбәрлек менән шағирлыҡтар?
Кеше! Кем һин? Һунарсымы тәүҙә,
Бөгөн килеп йыһан яулауҙарың.
Ҡанундарҙы алла һүҙе итеп,
Әхирәткә юлды яйлауҙарың.
Кеше! Кем һин? Ҡорһаҡ менән ғәүрәт
Йә ҙур итә, йә хур итә һине.
Үҙ яҙмышың үҙең яҙаһыңмы,
Тәҡдир ҡушҡандарын үтәйһеңме?
Яуапҡа юҡ ваҡыт был мөхиттә,
Малғыуарҙа уның ҡайғыһымы.
Күптәр кимәлен бит иң әүәле
Билдәләйҙер бары тине, һумы.
Булма нәфсе ҡоло!
Әпәкәйҙән
Өҙөлмәйем икән - ҡыуанам мин.
Көс тапмаҡта халыҡ аҡылына,
Халыҡ моңдарына таянам мин.
Шул ҡыуаныс — бала йәнле заттар
Тамырҙарҙы һаҡлай бит әле, тим.
Ә һуң бармы бар һәйкәлдән өҫтөн
Ата менән әсә һәйкәле, тим.
Шул аяныс — шәхестәр һуң күпме?!
Сәйәсәтте, фәлсәфәне ҡара —
Салауаттар, Вәлидиҙәр кеүек
Азаматтар бармы, тиеп һора.
Көтһә ине яңы еңеүҙәр, тим,
Азатлыҡты тулыраҡ татырлыҡ, тим.
Ләкин бел һин: ҡыйышып түгел хәҙер,
Ҡыйышмайса еңеү батырлыҡ, тим.
Ә һуң мөхит? Унда һәр кемде лә
Ҡаратыпмы, яратыпмы була?
Әҙәм күңеле — ҡара урман, унда
Боҫоп ятмаҫ тимә мәкер, бола.
Һуң ни ҡылмаҡ — тәбиғәттә лә бит
Үрҙәр генәме ни, барҙыр һаҙлыҡ.
Һуң ни ҡылмаҡ — асылды бит аса
Иман менән бергә хаяһыҙлыҡ.
Ә һуң үрҙә? Фашланһа ла бурҙар
Дәүләт ҡаҙнаһының һырттарында,
Йәшәп ята улар “тотҡонлоҡта” —
Хан һарайы кеүек йорттарында.
Күпте беләләр шул... Хакимлыҡта
Ниңә улар менән ваҡланырға?
Ябай кеше септә сәлдерһә лә,
Хөкөм көтә, кәрәк һаҡланырға.
Һин йәштәргә ҡара, ҡайҙа бара,
Ниҙәрҙе ул бөгөн һиммәт итә?
Рус халҡының тауышы Зыкинаның
Бүләктәрен йырҙан ҡиммәт итә.
Был — яманлау түгел, заман шулай...
Ил юлынан мин өмөттә уҙам...
Әммә бар, тип, әсе дөрөҫлөк тә,
Яҡтылыҡтар артһын өсөн яҙам.
Һуң нишләмәк: йәмғиәт тә ерҙә,
Тәғлимәт тә тора мәнфәғәттән.
Мәңгелектә әммә береһе лә
Өҫтөн була алмай тәбиғәттән.
Болондарҙы ҡара: өйкөм-өйкөм
Төрлө сәскә — ниндәй хозурлыҡ бит.
Ҡыҫырыҡлау нимә — улар белмәй,
Тәбиғәттән фәһем алырлыҡ бит.
Ә Рәсәйҙә... Кемдәр өҫтөн беҙҙә?
Албырғата улар халыҡты ла.
Баҙар бизмәненә һалып булмай
Туғанлыҡты, тиҙәр, хаҡлыҡты ла.
Ошо ябай ғына уйҙарҙа мин
Ғәҙеллекте тапмаҡ булам күптән.
Ленин түгелһең бит! — тине кемдер, —
Өҫтөң бөтөн икән, һиңә еткән...
Түҙеп, әйткән, өҙөп әйткән Тютчев:
“В Россию можно только верить”.
Шул ышаныс хаҡына асыуҙарҙы
Берүк, кешем, гүргә китер сер ит.
Биғәйбә, тим, гонаһһыҙмы үҙем?
Булғандыр шул ҡай бер үкенестәр.
Мөхит быға һиҙгер, бизмәнләйҙер,
Уның һайын әммә арта көс-кәр.
Күп нәмәләр миндә тәбиғәттән,
Күп нәмәләр миндә мөхиттән дә.
Рәхмәт тимен иң тәү ауылыма,
Таулыҡайға сикһеҙ рәхмәт миндә.
Ирәйеп тә һиндә үҫмәһәм дә,
Йән еректе ергә бары һиндә.
Тауҙар, ҡырҙар, Ҡороюл тулҡындары...
Һағынамын һаман барыһын да.
Инәйҙәрем: “Ҙур үҫ!” — тине һөйөп,
Ҡаҡҡан-һуҡҡандар ҙа сыныҡтырҙы.
Таман булған миңә — күрмәгәстен
Атай ҡулындағы сыбыҡтарҙы.
Мин тыуған йыл яуҙа ятып ҡалған
Атай рухы миндә һаҡланды бит.
Аҡыл сыбығындай ауыл мөхите
Шиғыр итеп миндә ятланды бит.
Өфөләргә миңә юл асты бит
Ауылымдан алған һүҙ ҡөҙрәте.
Уңһам әгәр һүҙ эшендә, был бит —
Туған телдең көсө һәм шөһрәте.
Мин, ювелир һымаҡ, күпмеләрҙең
Яҙғандарын ҡулдан үткәргәнмен.
Үкенесме — ҡәҙерен белмәҫте лә,
Ыҡҡа килмәҫте лә күтәргәнмен.
Күпме әйбер уҡып, кәрәк икән,
Ҡәләмемдән яҙлыҡманы мәрәй.
– Һин ҡулыңды сосоратмай ғына
Уҡы, — тиер ине Солтангәрәй.
Булһа ла бит оҫта, ҡай саҡ минән
Күҙ йүгерттертеп ул ала ине.
Ә һуң Зәйнәб апай?! Ауылда уҡ
Хат яҙыусы уға бала инем.
Аҙаҡ әйтер ине, килеп сыҡ, тип
Кәйефенең төрлө саҡтарында.
Һиңә, мырҙам, һүҙем һыя, тиеп
Асып һалыр ине аһтарын да.
Ғорурлыҡтар ҡалдырып ул китте,
Ахыр сиктә йәшәп яңғыҙы ул.
Күктә түгел, күңелдәрҙә янған —
Зәйнәб Биишева йондоҙо ул.
Даланым бар икән — рух һәм зауыҡ
Улар араһында бит сыныҡты.
Назар Нәжми — билдәләйҙер ул да
Һүҙ сәнғәтендәге ысынлыҡты.
Мәрхәмәтле мөхит... Рәхмәт, Өфө!
Шауратманың урам шауҡымында.
Мәркәземдә бит мин — тау башында,
Яҙмыш асты ҡапҡа тап ошонда.
Өфө үҙгәрә бик. Бейек йорттар...
Ә күңелдәр ниндәй бейеклектә?
Төрлөсәлер. Әммә бейеп, йырлап
Донъяға ул сыға бөйөклөктә.
Осон-осҡа ялғап көн иткән дә,
Бөйөрөн май бөргән дә бер ҡор бында.
Бер ҡараһаң, Өфө шундай ҡала —
Саңҡый бөркөт Урал яурынында.
Ил тойғоһон үрләттем мин бында,
Халҡымда был — иң баһалы ҙурлыҡ.
Сүкмәй Урал, аға Ағиҙелем,
Ҡурай донъя урай. Өфө нурлы.
Ошо хистәр юғарылығына
Торош булһам, риза үҙемдән, тим.
Өмөт итәм — бәрәкәттәр көтәм
Ҡышым, яҙым, йәйем, көҙөмдән, тим.
Ерҙә ләкин тик мөхәббәт түгел,
Нәфрәт тә бит ҡуя бурыстарҙы.
Илдә ҡабат — байлыҡ һәм фәҡирлек,
Йолҡҡостар бит, күрсе, һай, оҫтарҙы!
Тыуған ерем! Һинең аҫтың, өҫтөң
Үҙе бер ҡот, үҙе бит хазина.
Көсөн, тирен түккән ябай халыҡ
Тейенәлер уның тик аҙына.
Бүктерҙе бит инде шымафыйҙар,
Екһенә бит ер ҙә ҡара һыуҙан.
“Сталиндың ҡулы етмәй!” — тиеп
Әйтеп ҡуялар бит сараһыҙҙан.
Баш булмаҡсы илдә ҡомағайҙар,
Ришүәт — хилүәт, ул күтәрә хаҡын.
Нимә ҡылһын халыҡ, асыуын йота,
Күндәмлек хас уға ғүмер баҡый.
Әммә рухын хөрриәткә сөйөп,
Өмөт менән йәшәй затым һәр саҡ.
Баҫыуында — ҡара сиңерткәләр,
Ә сәхнәлә — сәскә ҡосаҡ-ҡосаҡ.
Шулай инде йәшәү был мөхиттә, —
Төшөр әле ҡулға улъялар, тип,
Ни күрһәк тә, күрәбеҙ ил менән,
Имен булһын бары донъялар, тип.
Шул теләктә Башҡорт иле ерҙә
Рәсәй менән мәңге ватандаш ул.
Күңелдәр киң беҙҙә! Еребеҙҙә
Күпме ҡәүем юлдаш һәм ҡулдаш ул.
Тормош — һөйөнөс тә, көйөнөс тә,
Ул әүәлдән шулай был мөхиттә.
Шөкөр итмәктәмен булғанына,
Маҙрамаһам да мин аҡ бәхеттә.
Түбән түгелмен үҙ кимәлемдән,
Маҡтауҙар ҙа булды. Маҡтанманым.
Түпәләү ҙә, йәүкәләү ҙә булды,
Һеремен шул, баҙап мин ҡалманым.
Һүҙ эшенә булды йәнем фиҙа,
Көслө саҡты алды матбуғат, тим.
Ә шиғриәт? Унда елер әле
Үҙем эйәрләгән аҡбуҙат, тим.
Мин Мостай ҙа, Ғамзатов та түгел,
Һәр кемгә лә насипмы ул тәхет?
Үҙемде мин үҙем беләм икән,
Тимәк, һине лә мин беләм, мөхит.
Мөхит игеҙәге — даирә ул,
Власть даирәһе... Ул нисектер?
Уйлайҙар ҙа унда, “уйнайҙар”ҙа...
Белгән яҙыр уны, һин кисектер.
Үҙ мөхитем — үҙе бер биләмә,
Илде алһаҡ — ҡупмаҡ ул олонан.
Ни тиһәң дә, һағайыуҙар — һаҡта,
Донъя... Аң да етмәҫ, ҡурҡ алланан.
Шулай йәшәп ятыу был мөхиттә,
Ҡыҫырыҡлай ваҡыт — үтте яҙым.
Ыуаланып та шул, ҡыуанып та
Был юлдарҙы ихластан мин яҙҙым.
Төрлө яҡҡа тартҡан уй-ҡарашты
Бер төйөнгә төйнәмәнем тиктән.
Алмағанһың, тиһә, бер ни күктән,
Мин үҙ кеше, тимәк, был мөхиттә.
24-30/VI-2014.