Ғәҙәткә кергән мәҙәк16.07.2014
Тылсымлы сүмес
Самат ағайҙарҙа Әхмәт исемле кеше эсеп ята икән. “Баш төҙәтә” лә, ах-ух килеп, кире йығыла, ғаиләһенә ҡайтмай. Иртә менән хужалар эшкә киткәндә: “Әхмәт, ҡайт инде бөгөн өйөңә”, — тип иҫкәртеп ала икән. Бының иһә атларға хәле юҡ: эсә лә ята, эсә лә ята.
Бер көн хужалар эштән ҡайтһа, был һаман өйҙәрендә, имеш. Еңгә, йәне көйөп: “Һин ҡайтаһыңмы, юҡмы?” — тип, сүмес менән бының ҡаҡ маңлайына берҙе ҡундырған. Әхмәт, ыңғыраша-ыңғыраша, башын тотоп ҡайтып киткән.
Шул ваҡиғанан һуң Әхмәт хәҙер 10 йыл самаһы эсмәй. Еңгә осраһа, рәхмәт әйтә: “Сүмесеңдең шифаһы тейҙе, еңгә, араҡыны ташланым”. Хәҙер ул сүместе ҡәҙерләп, түргә элеп ҡуйғандар, имеш. Кәрәге тейер әле тип. Ауылда хәҙер эскән кешегә: “Нимә, еңгәнең сүмесе кәрәкме?” — тип “янайҙар”.


“Һаҙға тарт!”

Ул саҡтарҙа мотоцикл тигән нәмә ят булған төпкөл ауылдарға. Яҡуп ауылынан Әкрәм атлы кеше матай һатып алған. Техниканы күрергә күп кеше йыйылған. Береһе лә йүнләп уның рәтен белмәй икән. Әкрәмде, ҡурҡһа ла, ирҙәр көсләп матайға атландырып ебәргән. Әммә был туҡтата белмәй икән. “Тотоғоҙ, тотоғоҙ!” – тип ҡысҡырып, өйрөлөп тик йөрөй, ти.
Ирҙәр араһынан башлырағы: “Һаҙға тарт, һаҙға тарт!” – тип ҡысҡыра икән. Теге шунан һаҙға барып ауған.
Хәҙер инде беҙҙең яҡтарҙа, берәй эш сығара ал­маһаң, “һаҙға тарт!” тигән булалар.

Тәлғәт ҠУНАҠОВ. Йылайыр районы.




“Ләм-мим!”

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында була был хәл. Райком секретары төпкөл колхоздарҙың береһенә килеп төшә, уның рәйесе менән бергә ауылдарҙы тикшереп йөрөй. Ямғыр яуып, машиналары батып, ҡараңғыға ҡала былар.
— Төнгә ҡаршы юлға сыҡмаҫһығыҙ инде. Ышаныслы ғына бер апай бар, шунда ҡунайыҡ. Бер ыңғай ял итеп тә алырбыҙ, — тип тәҡдим итә колхоз хужаһы. Түрә риза була. Магазиндан араҡыһын, закускаһын алалар ҙа әлеге апайға килеп инәләр. Хужабикә уларҙы асыҡ йөҙ, йылы аш менән ҡаршы ала.
— Апай, беҙ бик йонсоноҡ, бер аҙ ял итеп, ҡунаҡ булып китмәксебеҙ. Тик кеше-маҙар белмәһен инде, йәме, — ти икән колхоз рәйесе.
— Юҡ, юҡ. Минән сыға буламы һуң? Кемдәр генә ҡунып китмәне, ә мин — ләм-мим. Әле бына үткән аҙнала ғына райондан прокурор ике кешеһе менән килеп өс көн, өс төн ҡунаҡ булып ятты, берәүгә лә һөйләмәнем! — ти икән ҡатын. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, райком секретары тиҙ генә бынан сығып китеү яғын ҡараған.

“Бухгалтерия”

Хәким ағай менән Мәрйәм инәйҙең ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй. Мәрйәм инәй, әле ҡыҙына эйәреп, әле үҙе генә йыш-йыш баш ҡалаға барып тора. Хәким ағайҙың һуңғы йылдарҙа, мал-тыуарын ҡарағас, бер ҙә өйҙән сыҡҡаны юҡ.
Бер ваҡыт ҡыҙҙары “фатир туйларға икәүләп килегеҙ” тип саҡырыу ебәрә. Былар Өфөгә китә. Автовокзалға килеп төшкәс, Хәким ағай бик ҡыҫталған да бәҙрәф эҙләй икән. Мәрйәм инәй, белдекле төҫ менән ҡартын етәкләп, вокзал подвалында урынлашҡан бәҙрәфкә индереп ебәрә. Күп тә үтмәй, Хәким ағайыбыҙ, айыуҙан ҡасҡан кеүек, ишектән атылып килеп тә сыға:
— Һин нимә, тинтәк ҡарсыҡ! Бәҙрәф тип бухгалтерияға индереп ебәргәнһең бит! Барып керһәм, өҫтәл артында ике ҡатын аҡса шутлап ултыра! — тип аҡыра икән.
Ауылдан сыҡҡаны булмағас, бәҙрәфтәрҙең түләүле икәнен бабай бөтөнләй белмәгән шул.

Г. ХӘКИМОВА.
Мәсетле районы.


Вернуться назад