Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында төрлө халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү буйынса IV “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсы булды. Унда Башҡортостандың 35 районынан 50-гә яҡын бала ҡатнашты. Сағыу, мөғжизәле байрамға уҡытыусылар, ата-әсәләр, әкиәт донъяһына ғашиҡ тамашасылар килде.
Был бәйге тәүге тапҡыр 2010 йылда уҙғарылғайны. “Алтынай” студияһы башланғысы менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ярҙамында ойошторолған конкурс балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Сара уҡыусыларҙың телмәрен, тасуири уҡыу оҫталығын, актерлыҡ һәләтен үҫтереүгә, иң мөһиме – уларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә, китап уҡыу мәҙәниәтен нығытыуға йүнәлтелгән.
Һәр ваҡыттағыса, бәйгелә I–IV һәм V–VII класс уҡыусылары айырым көс һынашты. Уларҙың әкиәт һөйләү оҫталығына профессор Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге жюри баһа бирҙе. Билдәле балалар яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Рәсимә Ураҡсина, Мәғариф министрлығы вәкиле Әлфиә Ишбаева, "Алтынай" студияһының генераль директоры Әлмира Ҡыуатова, уның ярҙамсыһы Алтынай Бурина еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне.
I–IV класс уҡыусылары араһында:
I урын – Альбина Бәҙретдинова, Илеш районы ("Кәзә тәкәһе нисек өй һалды?" – урыҫ халыҡ әкиәте); II – Илүзә Илембәтова, Хәйбулла районы ("Атаһын тоҙ кеүек яратҡан ҡыҙ" – башҡорт халыҡ әкиәте); III – Аделина Әхтәмова, Балаҡатай районы ("Бүре менән кәзә" – башҡорт халыҡ әкиәте).
V–VII класс уҡыусылары араһында:
I урын – Инйәр Ишмырҙин, Ейәнсура районы ("Бүре менән кәзә" – башҡорт халыҡ әкиәте); II – Айбулат Ғарипов, Ҡыйғы районы ("Хәйләкәр итексе" – башҡорт халыҡ әкиәте); III – Нияз Замалетдинов, Әбйәлил районы ("Әбйәлил" башҡорт әкиәте).
Беренсе урынды яулаған уҡыусылар велосипед менән бүләкләнде. Учалы районынан Гөлфиә Таһирова ("Ялҡау тураһында" – азербайжан халыҡ әкиәте) менән Благоварҙан Артур Басариев ("Һыуға батҡан көршәк" – һинд халыҡ әкиәте) гран-приға лайыҡ булды. Иң шәп әкиәт һөйләүселәргә – ноутбук, ә уларҙың уҡытыусыларына Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Бынан тыш, ун уҡыусы – лауреат исеменә, һигеҙе махсус призға лайыҡ булды. Ғөмүмән, конкурсҡа килгән һәр бала бүләк алып ҡайтты.
Ойоштороусылар балаларҙы Милли музейға, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына алып барҙы. Ҡайһы берәүҙәре Салауат Юлаев һәйкәлен тәүгә күреүен белдерҙе. Сарала ҡатнашҡан өлкәндәр иһә уртаҡ фекергә килде: донъя халыҡтары әкиәттәре араһынан балалар сәхнәгә сығып һөйләй алырҙай әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеп, йыйынтыҡ әҙерләгәндә, бәйгенең мөмкинлектәре күпкә артыр ине.
Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА,
жюри ағзаһы.