ЕҙемАҡ таштарҙан яуған
көмөш нурҙар
Еҙемемдә минең сағыла.
Foрур ҡаяларға хозурланып,
Ярҙа торам әле тағы ла.
Ҡауыштылар йылға менән
ҡая,
Һөйөү бармы уға тиңләшер?!
Һуғармаһа йылға
наҙҙар менән,
Һағышынан тау ҙа ишелер.
Ярҙарына һыя алмай йылға –
Ҡурҡыу әҫәре юҡ саяның.
Тулҡынланып, ярһып-ярһып
сума
Ҡосағына мәғрур ҡаяның.
Тулҡын ҡалмаҫ ҡая
ҡосағында –
Алыҫ уның барыр юлдары.
Тик онотмаҫ Еҙем,
һис онотмаҫ
Ҡаяһының көмөш сыңдарын.
Поезд еләТуҡ... туҡ... туҡ,
Туҡ... туҡ... туҡ...
Поезд елә, бер туҡтауһыҙ
Ошо көйҙө ҡабатлай,
Ара алыҫлашҡан һайын,
Күңелде уй ғазаплай.
Әллә бөтә тормош юлым
Тора микән яңылыштан?
Түҙә алмай һағыштарға
Ҡасып барам яҙмыштан...
Уңырмы һуң барыр юлым
Тыуған яҡтан алыҫта?
Әллә бик тиҙ еңелдемме
Йәшәү өсөн алышта?
Китеп барам... уйҙар баҫа,
Ғүмер юлын байҡайым,
Тағы алда ниҙәр генә
Күрер икән башҡайым?..
Һауа ярып елә поезд,
Алыҫлаша аралар.
Тик тәрәнәйә баралар
Күңелдәге яралар.
Елә поезд, отоп алған
Бер үк көйҙө ҡабатлай:
Туҡ... туҡ... туҡ...
Туҡ... туҡ... туҡ...
ТелемТуған телем —
иң ҙур байлығыбыҙ —
Күсә килгән ата-бабанан.
Бала башын бутамайым,
тиеп,
Хәл итмәсе, ҡандаш,
ҡабалан.
Түкмәй-сәсмәй еткерәйек уға
Бөйөклөгөн туған телемдең.
Ҡош йырылай моңон,
яғымлылығын,
Ғорурлығын ғәзиз еремдең.
Туған телен белмәй икән
балаң,
Бушҡа йәшәлгән, тимәк,
ғүмер.
Киләсәккә мираҫ булып һинән
Ҡалырмы, тимен,
рухи күпер?
ҒорурланамҒүмер буйы
Ғорурланам
Башҡорт булғаным өсөн!
Батырҙарым
Минең өсөн
Көрәшкән, түккән көсөн.
Һөйләшәм мин
Үҙ телемдә,
Оло кинәнес алам.
Йәшәйем мин
Үҙ илемдә —
Тыуған еремдә ҡалам.
Үткәндәрең,
Тарихың бай,
Башҡортостаным — илем.
Халҡым һине
Һаҡламаһа,
Ҡайҙа һыйыныр инем?!