Хоҙай биргән бүләктер16.07.2014
Хоҙай биргән бүләктер
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы халыҡ байрам барған майҙан ҡапҡаһы янында ҡаршы алды, “Мираҫ” ансамбле “Бөрйән балы” тигән таҡмаҡ менән сәләмләне:


Бөрйән балы алтын бит ул,
Хоҙай биргән бүләктер.
Бөрйән тоҡомло бал ҡортон
Үрсетергә кәрәктер.

Хоҙай биргән бүләктер— Әйҙүк, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә байрам, оло байрам! Рәхим итегеҙ, маҡтап йөрөйһөгөҙ! Бөгөн Кинйәмырҙа ҡарт Морат ейәненә тамға тапшыра! – тигән һүҙҙәр яң­ғыраны.
Артабан килгән ҡунаҡтар, бала-саға, ат арбаларына ултырып, гармун уйнап йырлай-йырлай, тантана үтәсәк майҙанға – сәхнә алдына юлланды.Унда Ҡарт, Морат, егеттәр, ҡыҙ­ҙар, инәйҙәр, малайҙар, Сибай филармонияһының, райондың өл­гөлө “Осҡон”, “Ялҡын”, “Азамат”, “Арғымаҡ” бейеү, “Мираҫ”, “Умырзая” фольклор, “Мәсемташ” ҡурай­сылар, “Иҙел” вокаль-инструменталь ан­самблдәре ҡатнашлығында “Баш­ҡорт балы — Бөрйән даны” тигән театрлаштырылған тамаша ойошторолдо.
Артабан “Бал балын әҙерләү” тигән композиция күрһәтелде. “Айыу туҡмау” күренеше лә бик ҡыҙыҡлы булды. “Бал балын тәмләү”ҙә ҡатнашыусылар, һамаҡтар әйтеп, ҡунаҡтарға, тамашасыларға бал тәҡдим итте:

Ҡурайҡайын алып, мөңөрәтеп,
Көй күтәрә башҡорт балаһы.
Көрәгәләр асып, билен быуып,
Ҡунаҡ һыйлай башҡорт балаһы.

Хоҙай биргән бүләктер“Башҡорт балы” хореография ком­позицияһында ҡунаҡтарға, тама­шасыларға кәрәҙле бал, үлән сәйе таратылды.
Бына сәхнәгә Башҡортостан Рес­публикаһы Премьер-министры урын­баҫары Лилиә Ғүмәрова, ЮНЕСКО вәкиле Мунир Бушенаки һәм Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов күтәрелә.
— Һеҙҙе Бөрйән ерендә, арҙаҡлы Урал батыр илендә тәбрикләүемә бик шатмын. Президентыбыҙ һәр райондың үҙ байрамы булһын тигән фекерҙә. Был байрам ошондай йолаға әйләнһен ине, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы, Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткереп.
– Кисә Шүлгән мәмерйәһендә бул­дыҡ, кәңәшмә үтте. Һеҙҙең тари­хығыҙҙың ни тиклем тәрән, мәҙәни ҡомартҡыларығыҙҙың боронғо икә­нен белдек, күрҙек. Айырыуса быуындан быуынға тапшырыла килгән солоҡсолоҡ кәсебе хайран итте. Бөгөн балаларҙың, башҡа ҡатна­шыу­сыларҙың сығыштарын һоҡ­ланып ҡарап ултырҙыҡ, — тине сит ил ҡунағы һәм башҡортсалап рәхмәт әйтте.
— Был этнофестиваль “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тип аталһа, беҙ, бөрйәндәр, уны “Бөрйән балы – башҡорт даны” тибеҙ. Бөрйән балын бөтә ерҙә лә беләләр. Был изге кәсепте килер быуындарға тапшырыу мөһим. Киләсәктә лә, бөрйәндәр, бал ҡорттарынан үрнәк алып, улар һымаҡ бер төптән егелеп эшләйек, берҙәм булайыҡ. Шул ваҡытта илебеҙ ҙә ныҡлы булыр, телебеҙ ҙә һаҡланыр, — тип йомғаҡлап ҡуйҙы Рөстәм Шәрипов.
Байрамға йәм өҫ­тәп туғайҙың бер яҡ ситенән Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән ра­йон­дары­ның тирмәләре теҙе­леп киткәйне. Улар баш­ҡорт йортона хас ҡул эштәре, һандыҡ өҫ­төн­дәге сергетыштар, ҡорамалар, тү­шәк­­тәр, аҫалы ба­­лаҫ­тар, селтәрҙәр менән оҡшаш булһа, йылҡысылыҡ, умар­тасылыҡ, солоҡсолоҡ кәсебен сағылдырған тамашалары һәм башҡа үҙенсә­лектәре менән бер-береһенән айы­ры­лып торҙо.
Әб­йәлилдәр ҡу­наҡ­­тарға кейеҙ ба­ҫыу оҫталығын күр­һәт­те. Уларҙың иха­та­һындағы һәр ке­йеҙ ҡабат­ланмаҫ, төрлө тема­тикаға ҡоролған һү­рәт­тәр төшөрөлөүе менән үҙенсәлекле ине. Унда мөхәббәт, ҡа­тын-ҡыҙ образдары, тамғалар, 1812 йылғы француз яуы ла сағылыш тапҡан. Кейеҙ йорто етәксеһе Зөлфиә Мәхийәнова әй­теүенсә, республика кимәлендә семинарҙар һәм фестиваль үткәр­гәндәр. Әлеге көндә был йортта 15 уҡыусы бала һәм 15 ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә икән. Кейеҙ баҫыуҙың яңы алымдарын өйрәнеү маҡса­тында улар Өфө, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында уҙған се­­­­ми­­­нар­­­ҙарҙа ла ҡатнаша.
Баймаҡ районының тирмәһе боронғо башҡорттоң йорт-ҡураһын һынлан­дырҙы, йылҡысылыҡ кәсе­бенә арналды. Уларҙың биләмә­һендә ат егеү өсөн кәрәк-яраҡ урын алғайны. Йылҡы итенән әҙерләнгән ризыҡтар, ҡымыҙҙың да төрлөһө, хатта емеш-еләк ҡушылғаны тәҡдим ителде. Бынан тыш, иң оҫта ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙың — Яңылбикә Ғари­фуллина, Рауза Ғафарова һәм башҡаларҙың — ҡул эштәре күр­гәҙмәһендә һуғыл­ған балаҫтар, селтәр, сигелгән алъ­яп­ҡыс, мендәр тыштары, ҡорамалар, милли кейемдәр, биҙәүестәр урын алғайны.
Белорет районы тирмә­һендә лә эштәр ҡыҙыу барҙы. Улар баш­ҡорттоң боронғо кәсебе — септә һуғыу йолаһын күрһәтте. Балаҫ һуғыусы, милли кейемдәр тегеүсе, кейеҙҙән ҡурсаҡтар эшләүсе Гөл­сирә Салауатованың һәм Туризм үҙәге күргәҙмәләренән, ағастан һырлап яһаған төрлө сувенирҙарҙы, картиналарҙы һатыуға алып килгән шәхси эшҡыуар Дмитрий Бузовтың палаткаһынан да кеше өҙөлмәне.
Бөрйәндәр ошо ерлеккә хас со­лоҡсолоҡ, умартасылыҡ кәсебен күрһәтте. Биләмәлә район оҫта­ла­рының һәм 132-се һөнәрселек училищеһы уҡыусыларының ағастан һәм туҙҙан эшләгән сувенирҙары, тырыз, күнәк төрлө ҙурлыҡтағы батмандар, балаҫ һуға торған ҡоролма, ҡорот киптереү өсөн ылаш һәм баш­ҡа боронғолоҡ бөркөп торған әйбер­ҙәр урын алғайны. Шулай уҡ төрлө бал ризыҡтарын, үлән сәйҙәрен ауыҙ итергә мөмкин булды. Хужалар ҡунаҡтарға бауырһаҡ бешереүҙең нескәлектәрен өйрәтте.
Йыр-моң, театрлаштырылған тамаша менән бер рәттән конкурстар ҙа үтеп торҙо. Ҡунаҡтарҙы иң ҡы­ҙыҡһындырғаны солоҡсолар ярышы булғандыр. Был конкурста Бөр­йәндән Басир Мостафин менән уның 10 йәшлек улы Флүргә етеүсе табылманы. Уның оҫта итеп ағас олононан үрмәләүе, солоҡсолоҡтоң бөтә нес­кәлектәрен белеүе, ә улының ар­ҡатауға кәрәкле ҡорамалдарҙы оҫта итеп бәйләп ебәреүе күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ йүкәнән еренә еткереп кирам үреүсе Әхтәм Иҫәнаманов та махсус приз эйәһе булды.
Түмәр умарта эшләүҙә Белорет, Мәләүез, Бөрйән райондары вәкил­дәре ҡатнашты. Умарталарҙың сифатлы, оҫта, тиҙ арала яһалыуы баһаланды. Был бәйгелә лә бөрйән­дәр һынатманы. Ғәлиәкбәрҙән Батыр Толомғужин менән улы Салауат беренсе урынға лайыҡ булды.
“Иң яҡшы умарта” номинация­һында еңеүсе – Мортаза Солтан­ғолов (Федоровка районы). “Иң тәм­ле бал” конкурсында бал тәме, еҫе, төҫө, төрө буйынса һайлап алын­ды. Бөрйән районының Ҡотан ауылынан “Ғәҙел­шин” хужалығы тәҡдим иткән бал бөтә талаптарға ла яуап биреп, беренсе урынды яуланы. “Бал ризыҡтары” конкурсында урын­дағы йолаларҙы, рецептарҙы фай­ҙа­ланып, балдан эшләнгән иң тәмле эсемлек, ризыҡ баһаланды. 23 төрлө аш-һыу әҙерләгән Роза Маликова (Бөрйән районы) тәүге урынды алды.
Район мәғариф бүлеге ойоштор­ған ҡортсолоҡ уҡытыу-тәжрибә хужа­лығында йәш умартасылар ара­­­­­һын­да ла ярыш барҙы. Егеттәр-ҡыҙҙар рам эшләп, сым һуҙып, ба­лауыҙ йәбештереү, ҡортто ҡарау, ҡышҡа әҙерлек, ҡорттарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалау, ҡортсолоҡ ҡоралдарын ҡулланыу тәртибе, бал биреүсе үҫемлектәрҙең исемдәрен атау буйынса белемдәрен күрһәтте. Был конкурста Ғәҙелгәрәй мәк­тә­бенән Ғәзиз Йомағужин еңеп сыҡты.
Балалар ҙа, ололар ҙа көршәк ватыу, таш күтәреү, көйәнтәләп һыу ташыу, ауыш бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу кеүек милли уйын­дарҙа ихлас ҡатнашты.
Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы сәхнә оҫталарын да, тама­шасыларҙы ла ҡурҡытманы. Халыҡ фестивалдә ҡатнашҡан этнотөр­көм­дәрҙең сағыу сығыштарын ҡарап кинәнде. Бал байрамы үҙ маҡсатына өлгәште.
Т. БАҺАУЕТДИНОВА,
А. АҠЫЕВА,
А. ҒӘБИҘУЛЛИНА.




Вернуться назад