Аслыҡ — рухи ярлылыҡ эҙемтәһе25.01.2012
Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” романы тураһында бер кәлимә һүҙ
Илебеҙ һәм милләтебеҙ тарихында сағыу һәм фажиғәле ваҡиға булып уйылып ҡалған 1921 йылғы аслыҡ тураһында Рәлис Ураҙғоловтың романы минең күҙ алдында тыуҙы. Бынан егерме йылдар элек, уның менән Һамар өлкәһенә, Ырғыҙ һәм Кәрәлек буйындағы башҡорт ауылдарына барғанда, өлкән йәштәге кешеләрҙән, ул ваҡытта әле иҫән шаһиттарҙан, аслыҡ йылдары тураһында төпсөп һорашып, шул турала ҙур әҫәр яҙасағы тураһында өндәшкәйне.
Хәсән ауылында булып, романдағы Моратша байҙың прообразы, билдәле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаны тәрбиәләп үҫтергән һәм уның “Ырғыҙ” романында ла Ниязғол байҙың прообразы булған Янғол байҙың өйө урынында баҫып торғаныбыҙ хәтерҙә. Унан һуң ул архивтарҙа соҡсондо, гәзит-журналдарҙа аслыҡ һәм уға килтереүсе сәбәптәр тураһында мәҡәләләр серияһы ойошторҙо. Хәҙер айырым китап булып сыҡты “Аслыҡ” романы. Былар дуҫымдың маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле һәм тынғыһыҙ эҙләнә белеүенә бер дәлил. Ирекһеҙҙән, әҙәбиәтебеҙҙә бөтә романсылар шулай эшләй белһә, бәлки, уҡып сыҡҡас та онотолған әҫәрҙәр әҙерәк булыр ине тигән фекергә киләһең.
Роман егерме беренсе йылғы аслыҡ менән башланып, утыҙ өсөнсө йылғы аслыҡ алдынан тамамлана. Рәлис Ураҙғолов был ике ваҡиғаны бер ауыл эсендә күрһәтә, уға килтереүсе сәбәптәрҙе илдәге сәйәси хәл-торошонда аныҡ геройҙарҙың йәшәйеше, бер-береһенә мөнәсәбәттәре аша һүрәтләй. Роман геройҙарының береһе, ауылдың рухи тотҡаһы Мулла-ата әйтеүенсә, 1891 йылда ла булған бындай ҡырғын, элгәреләре хаҡында ла атай-олатайҙар һөйләп ҡалдырған... Йәғни тәбиғәт үҙ әйләнеше буйынса йәшәй бирә, туҡлыҡ һәм йот йылдары бер-береһен алмаштырып тора. Бөгөн дә Ер шарының төрлө төбәгендә әленән-әле ҡабатлана ҡоролоҡ афәттәре. Ләкин кеше аҡылы хәҙер ҡоро йыл тигән һәләкәт менән көрәшергә өйрәнгән.
Ана шуның өсөн Рәлис аслыҡ тигән төшөнсәнең социаль, йәғни системалағы сәбәптәрен эҙләргә керешә лә инде. Егерме беренсе йылғыһының сәбәптәре күҙ алдында һымаҡ: Беренсе донъя һуғышы, революция, граждандар һуғышы йылдарында аҡтыҡ көсөн үҙен һаҡлап ҡалыуға сарыф иткән ауылды берсә ҡыҙылдарҙың, берсә аҡтарҙың талауы... Ул ваҡытта ауыл еренә, асылда, Совет власы килеп тә етмәгән була әле, халыҡ яңы властың нимә икәнен дә, ҡайҙа ҡайырыуын да аңламай. Ауылда абруйлы хужа булған старостаны атып китәләр, уның урынына барыһы ла бәләкәйҙән белгән, халыҡта әллә ни ихтирам ҡаҙанмаған Абдулланы яңы власть вәкиле итеп ҡуялар. Уның да халыҡҡа йоғонто яһарлыҡ бер ние юҡ, власть вәкиле тигән исеме генә бар. Шуға ла халыҡ фәҡәт үҙ тырышлығы менән хәлле һәм шул арҡала абруйлы ла булып торған Моратшаны ил тотҡаһы тип таный, ил өҫтөнә төшкән бөтә бәләләргә тәбиғәт ҡоролоғо ла өҫтәлгәс, һәр кем ярҙам һорап уға килә. Ана шул ярлы, әммә үҙен ил власы тип иғлан иткән синыф менән электән ил-ерҙең тотҡаһы булған синыфтың ҡапма-ҡаршылығы фонында ярала егерме беренсе йылғы ҡот осҡос фажиғә. Тамаҡтың әҙәм затын тамуҡҡа төшөрөүен Рәлис Ураҙғолов был әҫәрендә бар ысынбарлығында һүрәтләй, улар тураһында хәҙерге оло быуын вәкилдәре яҙа-йоҙа ғына ишеткәндер.
Егерме беренсе йылғы аслыҡ ваҡиғаларын хроник рәүештә тип әйтерлек теүәллектә күрһәтеп, йән өшөткөс факттарға һәм ваҡиғаларға туҡталып, Рәлис романын утыҙ өсөнсө йылғы аслыҡ алдынан тамамлай. Әммә уға килтереүсе сәбәптәрҙе шул уҡ ауыл кешеләре араһындағы мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, илдәге үҙгәрештәр фонында асып һала. Һуғыш юҡ, ҡырылыш юҡ, тотош ил менән ҡубып, яңы тормош ҡороу ғына бар. Был яңы тормоштоң ниндәйерәк булырға тейешлеген уны төҙөргә тотонған кешеләр үҙҙәре лә күҙ алдына килтермәй, өҫтән килгән күрһәтмәләрҙе теүәл үтәп тороу шуға килтерәсәк, тигән уйҙа улар. Ә күрһәтмәләр килә тора. Әлбиттә, тағы ла синфи көрәш алғы планға ҡуйыла — дошмандарҙы еңмәгәс, көрәш буламы ни ул? Ә дошмандар кем? Әлбиттә, быға тиклем яҡшы һәм хәлле йәшәүселәр, сөнки яңы тормош әлегәсә ярлы һәм аслыҡта йәшәгәндәргә иҫәпләнгән бит. Уларҙың, тиҫтәләгән дисәтинә ергә хужа булып та, ни өсөн үҙ ғаиләһен ас йәшәтмәҫлек ризыҡ таба алмауы тураһында бер кем дә уйлап ҡарамай, ауылдан синфи дошмандарҙы һөрөп ебәрһәң, хөр тормош үҙенән-үҙе киләсәк, тип уйлай ил етәкселеге, йәғни ҡулында власть булған кешеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был да Рәлис Ураҙғолов уйлап тапҡан уйҙырма түгел, утыҙ өсөнсө йылғы аслыҡ бер башҡорт халҡы башынан ғына үтмәгәнен, хатта иң уңдырышлы Европа ерҙәрендә лә байтаҡ халыҡты ҡырғанын тарих яҡшы белә һәм Европа илдәрендә әле лә уны сәйәси алым тип ҡарарға теләүселәр күп.
Былар минең, романды яҙыуға килтергән юлдарҙы һәм авторҙың ни өсөн ошо темаға тотоноуын белгән кешенең, әҫәр тирәләй уйланыуҙарым ғына. Әйтергә кәрәк, романдың үҙендә бындай асыҡтан-асыҡ һығымталар юҡ. Рәлистең — ғүмер буйы публицистикала эшләгән кешенең — китапта публицистик алымдарҙы бөтөнләй ҡулланмауы, тик художестволы һүрәтләүҙәр менән генә эш итеүе лә оҫталыҡ өлгөһө, тип әйтер инем. Ул ғына ла түгел, әҫәрҙең теле ифрат бай: автор Ырғыҙ-Кәрәлек буйы башҡорттарының фольклорын да, һөйләшен дә урынлы ҡуллана, хатта, кимәленә ярашлы, һәр геройының телмәре үҙенә килешеп тора. Мулла романда муллаларса һөйләй, уҡымышлы кеше үҙ телендә аралаша; ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ла тик үҙ араһына ғына хас һүҙбәйләнештәр менән эш итә. Ғөмүмән, “Аслыҡ” романының һүҙ байлығы, тел-стиль үҙенсәлектәре тураһында әллә нисә диплом яҡланыр әле тигән уйҙамын. Унда автор файҙаланған башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен, һынамыштарҙы, йола-ырымдарҙы барлай башлаһаң, үҙе бер ғилми хеҙмәтлек булыр ине. Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙе, йолаларҙы, һынамыштарҙы автор әллә ҡасан шул Һамар яҡтарынан, Ырғыҙ буйҙары башҡорттарынан йыйып алып ҡайтҡан да ошо әҫәрҙә файҙаланыр өсөн генә һаҡлаған тиерлек. Һәр хәлдә, миндә шундай тойғо ҡалды. Мәҫәлән, ауыл буйлап күк аттың сабып йөрөүен юрау, кәкүктең ҡайһы ботаҡҡа ултырыуына ҡарап миҙгелдең нисек килеүен һынау, ерҙең сәсеүгә яраҡлығын яланғас оса менән ултырып ҡарап билдәләү кеүек күренештәрҙе бер ҡайҙа ла күргәнем булманы.
(Аҙағы бар).
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Вернуться назад