Фельдшер, эшҡыуар, йырсы...25.01.2012
Фельдшер, эшҡыуар, йырсы..."Раушан Исламов – Борайҙың булдыҡлы егеттәренең береһе, күптәргә өлгө булырлыҡ ир-азамат", – тигән һүҙҙәрҙе район хакимиәтендә лә, ябай кешеләрҙән дә ишеттек. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән мәҡәл тап уның хаҡында төҫлө: Раушан район дауаханаһында фельдшер булып эшләй, заман талабына ауаздаш башланғыстан да баш тартмаған – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә күңел талабы буйынса сәхнәлә лә сығыш яһай – һәүәҫкәр йырсының моңло тауышы күптәрҙең күңеленә хуш килгән.
Раушанды район мәҙәниәт һарайында тап иттек, ул Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата әҙерләнгән ҙур концертта ҡатнаша икән. Фойела репетиция үткәреүсе үҫмерҙәр күҙгә ташланды. Уларҙың осҡон сәсрәтеп бейеүенә һоҡланыуымды йәшерә алмайынса:
– Былар баш ҡала оҫталарынан һис кәм түгел дәһә! – тиеүемә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре "Эдельвейс" эстрада бейеүҙәре ансамбленең республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй конкурстарында ла уңышлы сығыш яһауын, төркөмгә йәш, һәләтле белгестәр – Маргарита Ғәндәлипова менән Радик Бакиров етәкселек итеүен еткерҙе. Борайҙа һәләтле йәштәр күп!
Эҙләгән уҙаман сәхнәлә икән. Ваҡыт табып, уның менән әңгәмә ҡорабыҙ. Беҙгә Раушандың ҡатыны – мәҙәниәт һарайының кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре Гөлшат та ҡушыла.
Исламовтарҙың тамырҙары – Иҫке Ҡарағош ауылында. Сәнғәткә ғашиҡ, йырлы-моңло ғаиләлә тәрбиәләнгән Раушан. Атаһы, ғүмер буйы бухгалтер булып эшләүсе Марат ағай, баянда уйнаһа, әсәһе, Жинан апай, тирә-йүндә моңло тауышлы йырсы булараҡ билдәле. Бала саҡтан ауыл сәхнәһендә йырлап-бейеп үҫһә лә, мәктәптән һуң үҫмер бөтөнләй икенсе юлды һайлаған – Бөрө медицина училищеһын тамамлаған. Тиҫтә йылдан ашыу уңған егет Борай район дауаханаһында "Ашығыс ярҙам" фельдшеры булып эшләй. Хеҙмәте яуаплы, тынғыһыҙ, һәлкәүлекте һәм битарафлыҡты ғәфү итмәй. Шуныһы яҡшы, эше сменалы булғанға, дәрт-дарманлы Раушан буш ваҡытын юҡ-барға үткәрмәй: бынан бер нисә йыл элек, ата-әсәләре менән кәңәшләшкәндән һуң, Исламовтар эшҡыуарлык менән шөғөлләнергә ҡарар иткән. Күптәр хуп күргән сауҙа эшмәкәрлеге ылыҡтырмаған уларҙы: йәштәр яуаплы һәм ҡатмарлы эшкә – кәзә аҫрауға тотонған. Әлеге ваҡытта малҡайҙар Иҫке Ҡарағошта – Раушандың ата-әсәһе ҡарамағында. Ә шифалы ҡымыҙҙы район буйынса даими һатып алыусыларға тараталар.
– Эсемлеккә ихтыяж бар, киләсәктә кәзәләрҙең һанын да, ҡымыҙ етештереү күләмен дә арттырырға уйлайбыҙ. Быға тиклем белмәгән эшкә тотонһаҡ та, хәҙер аҙмы-күпме тәжрибә тупланыҡ, үҙ-үҙебеҙгә ҡарата "булдырабыҙ" тигән ышаныс барлыҡҡа килде, – ти Раушан.
Ир терәге – ҡатын, тигәндәй, Гөлшат, ғаилә башлығының һәр башланғысын хуплап, кәңәше менән ярҙам итеп тора. Исламовтарҙың ике улы – һигеҙ йәшлек Искәндәр менән өс йәшлек Зиннур үҫеп килә. Әлбиттә, уларҙы тәрбиәләү мәсьәләһе күберәк Гөлшаттың иңенә төшә. Раушан:
– Ҡатынымдан уңдым, әгәр ҙә "тыл" ныҡлы булмаһа, бәлки, барыһына ла өлгөрә алмаҫ инем, – ти. Әйткәндәй, йәштәр сәнғәт юлында танышып ҡауышҡан. Борай ҡыҙы Гөлшат Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлағандан һуң тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Район мәҙәниәт һарайының йәш белгесе үҙешмәкәр коллективтар смотры ваҡытында жюри ағзаһы булған, төбәктең иң һәләтле һәүәҫкәрҙәрен билдәләүҙә ҡатнашҡан. Иҫке Ҡарағош егете Раушанды ла тәүге тапҡыр сәхнәлә күргән ул... Һәләтле, маҡсатлы йәштәрҙең һүҙҙәре берегеүенә аптырарға түгел – тиҫтә йылға яҡын бергә ғүмер кисереүсе Исламовтарҙың ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.
Раушан менән Гөлшат матур уңыштарға өлгәшкән икән, был – тәүге сиратта, уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. Шуныһы яҡшы: район етәкселеге уңғандарҙың башланғысын хуплау ғына түгел, үҙ эштәрен асыу өсөн 200 мең һумлыҡ субсидия менән дә ярҙам иткән.
– Бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе бушҡа сарыф итергә ярамай – теләк булһа, барлыҡ маҡсаттарҙы ла тормошҡа ашырырға мөмкин, – ти Раушан. – Тамырҙарым – Борай ерендә, ошонда тыуҙыҡ, ошо ергә файҙа килтерербеҙ тип уйлайбыҙ. Ерҙә ныҡлы баҫып торһаң – шул инде бәхет.
Исламовтарҙың тормошҡа ашыраһы ниәттәре күп: әлегә уларҙың үҙ торлағы юҡ. Теләктәре – ҙур, иркен, уңайлы йорт һалып сығыу. Әлеге лә баяғы, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә, шуға күрә Раушан төрлө яҡлап өлгөрөргә тырыша ла инде. "Ваҡыт булғанда, таксист булып эшләгән дә бар", – тип тағы хайран ҡалдырҙы егет. Эштең яҡшыһы-насары юҡ! Ғаилә ҡаҙнаһына файҙаһы тейә икән, ниңә такси хеҙмәте күрһәтмәҫкә?
...Фельдшер, эшҡыуар, йырсы, таксист кеүек төрлө һөнәрҙәр менән "уртаҡ тел тапҡан” Раушандың өлкән улы Искәндәр икенсе класта уҡый. Яҡшы өлгәшеүҙән тыш, баҡһаң, ул да йырлап-бейеп, район сәхнәһе түрен яуларға өлгөргән. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр... Тәрбиә – ғаиләнән: уңған Исламовтарҙың бынамын тигән алмаш үҫтерәсәктәренә иманыбыҙ камил.
Г. САЛАУАТОВА.
Борай районы.


Вернуться назад