Башҡорттар тылсымлы ҡурайы аша ҡайғыһын да, шатлығын да еткергән, һағышын да таратҡан. Ҡурай моңонда халҡыбыҙҙың сал тарихы, ата-бабаларыбыҙҙың ҡарһүҙе, хис-тойғолары сағылыш тапҡан. Был мөғжизәле моң сығанағы, үҙенә генә хас сифаттарын юғалтмайынса, бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.
Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!” исемле ҙур тамаша уҙа. Был күркәм сарала билдәле ҡурайсыларҙан алып йәштәргә тиклем ҡатнаша. Республикабыҙҙың билдәле ҡурайсыларын йыйған концерттың маҡсаты ниҙә? Ошо хаҡта режиссер Сәйҙә Ильясова һөйләй:
— Моң байрамының маҡсаты — республикабыҙҙа ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, үҫеп килгән быуында башҡорт инструменталь фольклорына ҡарата һөйөү уятыу.
Беҙ был концертта баш ҡала тамашасыһына һәм ҡунаҡтарға ҡурайҙың бөгөнгө булмышын, уның үҫешен, барлыҡ мөмкинлектәрен күрһәтәбеҙ, моңон, яңғырашын ишеттерәсәкбеҙ. Ул оркестрға ҡушылып яңғыраһынмы, рок музыкаһы менән берлектә булһынмы, эстрадаламы — барыһында ла үҙ яңғырашын таба.
Был юлы профессиональ һәм йәш ҡурайсыларҙың сығыштарын бер сәхнәлә күрә алабыҙ. Үткән ижад миҙгелендә тамашасы хөкөмөнә сығарылған “Һыҙҙырт, ҡурай”, “Күңелем — ҡурай” кеүек концерт программалары халыҡты битараф ҡалдырманы. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк: һәр ваҡыт эҙләнгән ҡурайсыларыбыҙҙың үҙ йөҙө, үҙҙәренә генә хас уйнау алымдары бар. Йәш быуын ҡурайсыларының яңы алымдар ҡулланып, ҡурайҙың яңғырашына заманса һулыш индергән сығыштары популярлаша башланы.
Минеңсә, һәр быуын ҡурайсыларының үҙ тамашасыһы бар. Мәҫәлән, йәштәр эстрада аранжировкаһы аша халыҡ көйҙәрен аңларға өйрәнә. Ә артабан улар барыбер классикаға яҡыная. Йәштәр халыҡ моңона үҙ юлы аша ынтыла икән, уларҙы бынан мәхрүм итергә ярамай. Ә өлкән быуын тамашасыһына килгәндә, улар бөгөн халыҡ көйҙәренә, ҡурай моңона һыуһаған. Шуға күрә классик музыканың бәҫе бер ваҡытта ла төшмәй. Ҡурайҙы бөгөн һәр быуын тамашасыһы яратып тыңлай. Шул иҫәптән унда уйнаусыларҙың да һаны арта. Халҡыбыҙ бар икән, ҡурай ҙа йәшәйәсәк.
Тамашала Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, Марсель Сәйетов, Марсель Вахитов, Рифат Йәмлихин һәм халҡыбыҙҙың ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән данлыҡлы бүтән оҫталар ҙа ҡатнаша. Концерт программаһында шулай уҡ Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин) һәм Роберт Юлдашев менән “Ҡурайсы” төркөмө сығыш яһай.
Эльнара ХАФИЗОВА.