Түбәнге Үтәш ауылының мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй. Сәхнәне биҙәгән оҫталар араһында “Дуҫлыҡ” балалар бейеү коллективы ла бар.
Өс йыл элек барлыҡҡа килгән төркөмдә 30-ҙан ашыу бала шөғөлләнә. Йәш бейеүселәр төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа һәр саҡ тәүге урындарҙы яулай. Мәҫәлән, күптән түгел “Сыңлы үксә” республика конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәште, “Өфө йылғаһы буйы башҡорттары” йыйынын дәртле сығыштары менән биҙәне, Силәбе өлкәһендә уҙғарылған һабантуйҙарҙа тамашасы һөйөүен яулап ҡайтты “Дуҫлыҡ”тар.
Талантлы педагог Резида Сәфәрова етәкселек иткән коллективтың тырыш, тынғыһыҙ йәш бейеүселәре быйылғы “Байыҡ” республика конкурсында ла көсөн һынап ҡараған.