Киләсәге тыуыр таң төҫлө25.01.2012
Киләсәге тыуыр таң төҫлөБашҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театрының баш режиссеры Азат Йыһаншин журналистарҙы өнәп етмәй тигәндәрен ишетә биреп ҡуйғайным. Шулай ҙа ниндәйҙер эске тойомлау сәхнәлә үҙенең ҡыйыу аҙымдары, новаторлығы менән Башҡортостан, Рәсәй тамашасыларының ғына түгел, сит ил театр һөйөүселәренең дә ихтирамын яулай алған профессионал менән уртаҡ тел таба алырыбыҙға ишаралаған һымаҡ булды.
— Театр, сәнғәт, ғөмүмән, ижад тураһында һүҙ алып барғанда ошо юҫыҡта саҡ ҡына аңлаған кешеләр менән әңгәмәләшеү минең өсөн ҡыҙыҡлы, — тип башланы Азат Нәзир улы, минең ниндәй маҡсат менән йөрьәт итеп уға мөрәжәғәт итеүемдең сәбәбен асыҡлағас. — Юғиһә ҡайһы бер журналистар интервью алыу маҡсаты менән килә лә, ниндәй йүнәлештә һүҙ йөрөтөргә кәрәклеген аңламай, күҙгә ҡарап тик ултыра. Ысынлап әйтәм, был минең өсөн ҡыҙыҡ түгел. Унан һуң, бушҡа ваҡыт үткәреп ултырыу ҙа минең пландарыма инмәй.
Тәү ҡарашҡа дорфараҡ та әйтелгән һымаҡ тойолдо был һүҙҙәре Азаттың. Мәгәр, тәрәндәнерәк уйлап ҡарағанда, һәр кеше үҙ эшендә профессионал булырға тейеш түгелме ни? Ысынлап та, белер-белмәҫ көйө теге йәки был эшкә тотоноп киткән кешеләр бихисап бит. Шул арҡала донъяла улар үҙе булып йәшәмәй, булдыҡһыҙлығын йәшерер өсөн төрлөсә ҡылана, уйнай башлай. Шундай әҙәмдәр йылы урынға оялап алһа, түрә лә булып китһә, күпме ғәйепһеҙ кешеләрҙе яфа сиктерә, яҙмыштарын һындыра. Барыһы ла яһалма, барыһы ла ҡылансыҡ. Ә бит тормош театр түгел. Хәйер, сәхнәлә лә артист үҙе булып ҡалырға тейеш. Тамашасы яһалма ҡыланыуҙы, уйнауҙы тиҙ төшөнә. Ниндәйҙер образды тыуҙырғанда, артист өсөн тәбиғилек етмәй икән, ул тыуҙырған образ тамашасы күңелен хафаландырмай, уны уйға һалмай, борсомай, тетрәндермәй. Актерлыҡ һәләте сәхнә өсөн һәйбәт тиһәләр ҙә, сәхнә лә актерҙың яһалма уйнағанын үҙ итмәй.
Стәрлетамаҡ театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәровтың эш кабинетында әңгәмәләшәбеҙ. Азат Йыһаншин ҡулдарын болғап, күҙҙәренән осҡон сәсеп театрҙың репертуары, артистар, улар тыуҙырған образдар хаҡында һөйләй. Режиссерҙың иғтибарынан һөйләгәндәренә ҡарата мөнәсәбәтем дә ситтә ҡалмай. Минең ҡарашымды, мимикамды тойоп ултыра, ахырыһы. Һөйләй-һөйләй ҙә ҡапыл ғына туҡтап ҡала, миңә текәлеп ҡарай. Һүҙҙәрем барып етәме һиңә, барыһы ла аңлашыламы, тигәндәй. Саҡ ҡына тын ултыра ла ҡарашын директорға йүнәлтә.
— Мин күберәк һөйләп ташланыммы әллә, Таһир Тимерханович, әйҙәгеҙ, улайһа һеҙ дауам итегеҙ.
Таһир Искәндәров тыйнаҡ ҡына көлә.
— Юҡ-юҡ, һөйлә, Азат. Миңә һин тәмәке тартырға сыҡҡанда ла ваҡыт етә.
Ике төрлө кеше, ике характер, ике төрлө темперамент. Береһе — ут, икенсеһе — һыу. Азат Йыһаншин торғаны менән дауыл, ә Таһир Искәндәров — йәйге һиллек. Уға ҡараһаң, кит әле, ошо кеше директор булмаҫ тигән шик тә тыуып ҡуя күңелдә. Ай-һай, директорҙың да ниндәйе бит әле! Башҡортостандағы барлыҡ театрҙар араһында иң күп артистар эшләгәне, финанс йәһәтенән иң хәллеһе, гастролдәр ойоштороу буйынса иң дәррәүе.
Театр 2009 йылдан алып автономия статусына эйә. Был, әлбиттә, театр өсөн бер нәмә лә бирмәй. Бер уйлаһаң, театрҙарға былай ҙа һанаулы ғына бүленгән аҡсаны экономиялау маҡсатында уйланған эш ул. Ләкин, стәрлеләрҙең бәхетенән, театрҙың етәксеһе итеп Дулат Исәнбәтовтың “Көтөр кешем бар минең” әҫәрендә — Егет, Илшат Йомағоловтың “Һине юғалтҡым килмәй” спектаклендә — Саяр, Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы” комедияһында — Арыҫлан, Рәлиф Кинйәбаевтың “Гүргә керер сер ине” мелодрамаһында Фәнил образдарын тыуҙырған, тағы әллә күпме сағыу ролдәр башҡарып, күптән инде меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулаған Таһир Искәндәров тәғәйенләнде.
— Мине бында етәксе итеп ҡуйған саҡта театрҙың дүрт миллион һумдан ашыу бурысы бар ине, — ти Таһир Тимерхан улы. — Ошо йылдар эсендә был бурыстарҙан ҡотолдоҡ. Хәҙер үҙебеҙ күптәргә ярҙам итә алабыҙ. Беҙҙең театрҙа барлығы ҡырҡ ете артист. Был күрһәткес тә финанс йәһәтенән булдыҡлылығыбыҙ хаҡында һөйләй. Үҙебеҙҙең ял базаһы бар, театр эргәһендә “Сәфәр-тур” фирмаһы уңышлы эшләй. Мөмкинлектәребеҙ булғас, театр Башҡортостан, Рәсәй ҡалалары буйлап ҡына түгел, сит илдәргә лә гастролдәргә сыға. Ырымбур, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләрендә йыш булабыҙ. Йыл һайын коллектив менән Краснодар крайына барабыҙ. Әлбиттә, унда диңгеҙ булғас, спектаклдәр ҡуйыу менән бер рәттән, ун-ун биш көн туйғансы һыу ҡойоноп, ҡояшта ҡыҙынып, ял итеп ҡайтабыҙ. Мин эшләгән осорҙа бер нисә тапҡыр Төркиәлә булдыҡ. Быйыл да саҡырыу килде, төрөк тамашасыһына яңы спектаклдәр алып барырбыҙ тип торабыҙ.
Әйткәндәй, күптән түгел Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул күркәм сарала театрҙың төп бағыусыһы – “Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ан Ен Док әфәнде – артистарға Мысырҙа ял итеп ҡайтыу өсөн ун ике путевка бүләк иткәнен күргәс, күңелдән “миңә лә артист һөнәрен һайларға кәрәк булған икән” тигән уй үткәйне.
— Өс йыл элек махсус курстар тамамлап, беҙҙең театрҙа ун алты йәш актер эш башланы. — Уйҙарымды һиҙгән кеүек, Таһир Искәндәров һүҙен дауам итте. — Бөгөнгө көндә барыһының да үҙ торлағы бар, дөйөм ятаҡта көн күрмәйҙәр. Эш башлағанда актерҙарҙың хеҙмәт хаҡы сағыштырмаса түбән була, шуға ла фатирҙа йәшәгән өсөн сығымдарын театр үҙ өҫтөнә алды.
Театрҙың телестудияһын ойошторорға ла уй-пландарыбыҙ бар. Башҡортостан юлдаш телеканалы менән берлектә “Күңелле йәшәйбеҙ” тип аталған юмористик тележурнал төшөрәбеҙ. Башҡортостан тамашасылары уны аҙна һайын күреп тора.
Спектаклдәрҙе “тере” йыр һәм “тере” оркестр менән биҙәйбеҙ. Беҙҙең актерҙар төрлө яҡтан да һәләтле, үҙҙәре музыка ҡоралдарында уйнай.
— Ошо тәмәкене ташларға ине, һаман ҡырҡа ғына араны өҙөп булмай. — Беҙҙең һөйләшеүгә тағы Азат ҡушылып китте. Хәҙер инде Таһир Искәндәров тынып ҡалды. — Үҙенең алдында хужаңды маҡтап ултырыу килешмәй, ләкин әйтмәй ҡалдырыу ҙур гонаһ булыр. Таһир Тимерхан улы актерҙарҙың ижади үҫеше менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Актер бит ул фестивалдәр, гастролдәр ваҡытында үҫә. Шуға күрә, ҡасандыр үҙенең “их, гастролдәргә йөрөһәк ине”, тип хыялланған ваҡыттарын иҫендә тотоп, беҙгә ундай мөмкинлектәрҙе йыш бирә. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең бер төркөм театрҙа спектакль ҡуйған ваҡытта, икенсеһе республика буйлап гастролгә сыға. Өсөнсө төркөм был ваҡытта Рәсәй ҡалаларын иңләй. Ә бит күп театрҙар бындай мөмкинлектән мәхрүм.
Әмәлгә ҡалғандай, театрҙың актерҙарҙы гастролдәргә сығарыу өсөн финанс мөмкинлектәре бар, репертуары ла бай. Төрлө фестивалдәрҙә яуланған бейеклектәр ҙә стәрлеләрҙең абруйын күтәрә. 2008 йылда “Ҡолонсаҡ” республика балалар спектаклдәре фестивалендә Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры Илшат Йомағоловтың “Тылсымлы моң” пьесаһын ҡуя. Был сәхнә әҫәре “Иң яҡшы спектакль” тип табыла һәм гран-при яулай. 2009 йылда Истанбулда уҙған “Наурыз байрамы” халыҡ-ара фестивалендә улар Рәхмәт хатына лайыҡ була. Былтыр йәнә Төркиәлә ойошторолған III Халыҡ-ара “Мең һулыш — бер тауыш” театрҙар фестивалендә дипломдар менән бүләкләнде. Шул уҡ йылда стәрлеләр йәнә бер еңеүгә өлгәшә — республикабыҙҙа башҡорт драматургияһы фестивалендә Флорид Бүләковтың “Мәскәү — Васютки” спектакле менән гран-при яулай.
Театрҙың быйылғы уңыштары ла тос. Төркиәнең Аҡшәһәр ҡалаһында үткән Хужа Насретдин исемендәге халыҡ-ара фестивалдә Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектакле диплом алды. Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үткән “Төрки халыҡтарҙың мәҙәни мираҫы” халыҡ-ара фестивалендә дипломға лайыҡ булды.
— Театрға ла, актер һөнәренә лә үтә етди ҡарайым, — ти Азат Нәзир улы. — Бәғзе берәүҙәрҙең актерҙарға ҡарата “һаман йүнле эш тапмай, йырлап йөрөйһөңмө ни әле” тигәнерәк фекерен ишетәм дә йән әсей. Режиссерлыҡҡа тотоноп китеүем дә, моғайын, сәнғәт донъяһын йәнем-тәнем менән яратыуым һәм уның барлыҡ нескәлектәрен төшөнөргә теләүем менән бәйлелер.
Максим Горькийҙың шундай һүҙҙәре бар: “Мин был донъяға килешмәҫ өсөн килдем”. Азат Йыһаншин менән әңгәмәләшкәндә уның репертуар, актерҙарҙың эше, ғөмүмән, үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт түгеллеге һиҙелде. Сәнғәткә, театрға йәне-тәне менән бирелгән, үҙен сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған кеше шулай булырға тейештер, бәлки.
— Сәхнәлә ҡалыплашыу булырға тейеш түгел, — ти Азат. — Бына, мәҫәлән, беҙ боронғо башҡорт кейемдәрен бер төрлө итеп күреп өйрәнгәнбеҙ ҙә шунан арына алмайбыҙ. Мәрйәм Бураҡаеваның “Үҙем яҙған яҙмыш” пьесаһын сәхнәләштергәндә беҙ Санкт-Петербург музейҙарына тиклем барып етеп, башҡорттарҙың ун бишенсе быуатта кейгән кейемдәрен өйрәнеп, күсермәләрен һыҙып алып ҡайттыҡ. Шуларға ҡарап, Сибай инәйҙәре беҙгә костюмдар текте. Беләһегеҙме, сит ил тамашасылары нисек ҡабул итте беҙҙең актерҙарҙың уйнауын? Аяғүрә баҫып ҡул саптылар, алҡыштарға күмделәр! Костюмдар менән генә тамашасының һөйөүен яулап алып булмай, беләм. Сәхнәлә кешенең күңелен, эске философияһын да күрһәтеү – беҙҙең төп бурыс.
Тормошҡа ҡараштары сикләнгән, ваҡ йәнле кешеләр менән дә аралашырға тура килә беҙгә, журналист эше шулай бит. Улар менән һөйләшкәндән һуң үҙеңде лә ваҡланып, кесерәйеп ҡалғандай тояһың. Ә бына Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының ижади тормошона йән өрөүгә, матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һалған Таһир Искәндәров, икеләнеүҙәре, эске көрәше менән илаһи матурлыҡ тыуҙырырға, шул матурлыҡты тамашасы күңеленә сәсергә ашҡынып торған, тормошоноң бер мәлендә һынып-һынылып та, һыр бирмәйенсә юғарыға күтәрелергә үҙендә көс тапҡан Азат Йыһаншин менән аралашып, ҡала урамына сыҡҡас, мин дә үҙемде бөйөк зат — Кеше итеп тойҙом.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад