Хакасияла – башҡорт йыры15.07.2014
Хакас Республикаһының Абакан ҡалаһында “От ыры” (“Ут йыры”) Бөтә Рәсәй этник эстрада фестиваль-конкурсы тамамланды. Был сараны дини, шаман, медитатив, йыһан һәм серле музыка фестивале тип тә атайҙар.

“Ут йыры” конкурсы 1991 йылдан бирле үткәрелә. Төрлө милләт халыҡтарының йырҙары яңғыраған программа сараның төп үҙенсәлегелер, моғайын. Быйылғы фестивалдә бөтә Рәсәйҙән 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Баһалаусы комиссияға танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Башҡортостандан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһы солисы, ошо конкурстың һәм “Урал моңо” халыҡ-ара фестиваленең төп бүләген яулаған Марсель Ҡотоев инде.
Республикабыҙҙан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Дамир Тайыпов сығыш яһағайны. Баһалаусылар уны өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ тип тапты. Яҡташыбыҙға шулай уҡ халыҡ йолаларын һаҡлаған һәм үҙенсәлекле тауыш өсөн рәхмәт хаты тапшырылды. Дамир Тайыпов Әбйәлил районында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, киләһе йылдан “Ут йыры” халыҡ-ара статусҡа эйә буласаҡ.
Регина ХУРАМШИНА,
Республика халыҡ ижады үҙәгенең
матбуғат секретары.



Вернуться назад