Юрмаш буйы уйын-көлкөнән, шат тауыштарҙан гөрләп торҙо үткән шәмбелә. Бына дүртенсе йыл инде Өфө ҡалаһының Калинин районы халҡы Федоровка ауылы эргәһендә көтөп алған байрамын — олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп иткән күңелле һабантуй үткәрҙе.
Быйылғыһы йөкмәткеһе, сюрприздарға бай булыуы, сағыулығы менән айырылып торҙо. Мотор эшләүселәр мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары көсө менән әҙерләнгән ҙур концерттан тыш, волейбол, шашка һәм армрестлинг ярыштарында, тоҡ менән көс һынашыуҙа, милли көрәштә ҡатнашырға теләүселәр күп булды.
Байрамға килеүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Калинин районы хакимиәте башлығы Григорий Букреев ихлас тәбрикләне. Хеҙмәт коллективтары был юлы ла һабантуйға ҙур әҙерлек менән килгәйне. Матур итеп биҙәлгән башҡорт тирмәләрендә ҡунаҡтар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Мәҫәлән, 140-сы башҡорт гимназияһы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйлаһа, украиндарҙың йәкшәмбе мәктәбе милли аш-һыуын, шоколадлы салоһын тәҡдим итте. Юҡҡа ғына был коллективтарҙың тирмәһе икенсе-өсөнсө урындарҙы яуламағандыр. Ә иң яҡшы тирмә тип 1-се республика клиник психиатрия дауаханаһыныҡы танылды.
Моғайын да, һабантуйҙа шәжәрә конкурсына йомғаҡ яһау иң иҫтәлекле, сағыу мәл булғандыр. Һәр ғаилә үҙенең стендын фотолар, репродукциялар, тарихи ҡомартҡылар менән тулыландырырға тырышҡан.
Сығыштарҙың һәр береһе тулҡынландырғыс булды. Нәҫел-нәсәбеңде белеү, боронғо тамырҙарыңды барлауҙың киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын ҡабатлау ҙа кәрәкмәйҙер. Бәйгенең был төрөндә 52-се лицей уҡыусылары Маргарита Гейт менән Айҙар Йосоповҡа еткән кеше булманы. Мирас Мирғәлиев (68-се лицей) һәм Ҡарлуғас Исмәғилева (140-сы гимназия) — икенсе, ә Әлиә Абдрахманова (105-се гимназия) һәм Гөлнара Әүхәҙиева (53-сө мәктәп) өсөнсө урынды яуланы.
Ошо күркәм йолаларҙы, традицияларҙы тәрбиә эшендә уңышлы ҡулланған уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы, уларға район хакимиәте мәғариф һәм социаль сәйәсәт идаралығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һабантуй милли көрәшһеҙ, көс-дәрт биреп тороусы көйәрмәндәрһеҙ буламы? Тамашасылар майҙанға сыҡҡан һәр батырҙы алҡышлап ҡаршы алды. Иң таһыллыһы һәм көслөһө Рөстәм Миңлебаевҡа бәйге бүләге — һарыҡ! Гер спортында Пономаревтар династияһына тиңдәр табылманы. Евгений Константинович беренселекте яулаһа, улы Александр икенсе урынға сыҡты. Хатта ғаилә башлығының ейәне Костя ла һырғауылға үрмәләүҙә ҡатнашты.
Ҡыҫҡаһы, быйылғы һабантуй ҡунаҡтарҙың барыһына ла яҡшы кәйеф, көтөлмәгән һөйөнөстәр бүләк итте. Бындай сағыу милли байрамдар – халыҡты туплауҙа, яҡшы, изге эштәргә әйҙәүҙә иң тәьҫирле, уңышлы сара ла. Төрлө милләт кешеләренең боронғо халыҡ йолаларын хөрмәтләп, ҡулға-ҡул тотоношоп бәйгелә һынашыуы, берҙәмлек күрһәтеүе халыҡтар дуҫлығының йәнә бер матур өлгөһө лә ул.
Зөлфиә ӘХМӘТОВА,
Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте
башлығы урынбаҫары.