Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов балаларҙың “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашыусыларға тәбрикләү сәләме менән мөрәжәғәт итте.
“Башҡортостанда милли сәнғәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, яңы таланттар асыуға, төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып тора. Улар араһында «Байыҡ» республика балалар конкурсы айырым урын биләй. Был бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә, – тиелә унда. — Быйыл ғына 1100 йәш башҡарыусы һынау тотто, Башҡортостан ауыл-ҡалалары, Силәбе өлкәһе, Татарстан бейеүселәре көс һынашты. Байрамыбыҙ түрендә ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ – Рәсәйҙең Төньяҡ Осетия, Чечен, Хакас һәм Ҡырым республикалары, Ҡырғыҙстан вәкилдәре – булыуы икеләтә һөйөндөрә.
«Байыҡ» конкурсының изге миссияһы ҙур ихтирам уята. Ул артабан да башҡорт бейеүенең үҫешенә булышлыҡ итер, халыҡсан традицияларҙы һаҡларға, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡларға, улар өсөн яңы мөмкинлектәр асырға ярҙамлашыр, тип ышанам”.