Тараймаһын ине офоҡтар09.07.2014
Тараймаһын ине офоҡтар Яҡташтар менән осрашыуҙан һуң бер кәлимә һүҙ

Һағынып ҡайтып, тыуған ерҙәреңдә булыу, яҡташтарың менән күрешеү – һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Ә инде тыуған яҡтарыңа ҡәләмдәш дуҫтарың, фекерҙәштәрең, моңдаштарың менән барыу, ошондағы осрашыуҙарҙа уларҙың да ҡыуанғандарын күреү – оло бер байрам.
Үҙемдең тыуған Туҡсоранда йыл да булырға тырышам, ҡайтып күңелемде яңыртып киләм. Был тарафтарҙа дуҫ­тарым менән дә байтаҡ юлдар үтелде. Тик һуңғы ваҡытта бындай сәфәрҙәрҙә йөрөргә оҙаҡ ҡына насип булмағайны.


Тараймаһын ине офоҡтарБыйыл ошо ваҡиға тормошомда тағы ҡабатланды. Өс көн Ырымбур далаларында, ҡаланың үҙендә халыҡ менән осрашып йөрөнөк. Сәйәхәт минең 75 йәшлекте үҙенсә йомғаҡлау һымаҡ уйланылғайны. Яҡташтарым өсөн дә, юлдаштарым өсөн дә был осрашыуҙар күңелле тантанаға әйлән­де. Ләкин минең өсөн был ҡайтыуым байрамдан бигерәк яҡташтарым алдында эшләгән эштәрем хаҡында хисап биреүем, улар алдында үҙемсә һынау үтеүем ине.
Беренсе көн Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының Ҡаран ауылында халыҡ менән осраштыҡ. Икенсе көн Переволоцк районының Ғәбдрәфиҡ клубына ауылдаштарым йыйылды.
Һәр ерҙә яҡташтарым яҡты йөҙ, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды, бар ха­лыҡты ла һыйҙыра алмаған клуб­тарҙа үткән сығыштарыбыҙҙы ал­ҡыштарға күмделәр, ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп оҙатты­лар. Ихласлыҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ — яҡташтарымдың ма­тур сифаттары араһынан ошо икәүһен айырым әйтеп үтке килә. Ошондай осрашыуҙарға Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ бигерәк тә мохтаж, айырыуса һыуһап йәшәй. Ша­­ғир­ҙа­ры­быҙҙы, яҙыусыларыбыҙҙы, ар­тис­тарыбыҙҙы был яҡтарҙа бик һирәк күрәләр, хатта ғүмерҙә бер күрмәгән ауылдар халҡы бар.
“Юлдаш” һүҙенең тәрән мәғәнәһен, тоғро юлдаштың ҡәҙерен юл йөрөгән һайын нығыраҡ аңлайһың. Тыуған яғы­ма ҡайтҡанда был юлы ла юлдаштарымдан бик уңдым. Ҡәләмдәштәрем — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рә­йесе урынбаҫары Спартак Ильясов, шағирҙар Зөфәр Вәлит, Туҡ буйы егете Хисмәт Юлдашев, “Аҡбуҙат” журна­лы­ның баш мөхәррире, Туҡ буйы килене Тамара Искәндәриә-Юлдашева яҡташ­та­рыма йөрәк һүҙҙәрен, уй-теләктәрен еткерҙе, шатлыҡтары һәм борсо­лоу­ҙары менән уртаҡлашты. Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәүилә Мәсәли­мова­ның тауышын быға тиклем радионан һәм телевидениенан һәр саҡ көтөп алған халыҡ әле үҙен күреп, үҙен тыңлап кинәнде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рэм Гәрәевтең баянда өҙҙөрөп уйнауы, йәш артистка Регина Баракованың бейеүе ос­­­­­ра­шыу­ҙарыбыҙға йәм өҫтәне. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Ил­шат Ишморатовтың ҡурайҙа уйнауын халыҡ йотлоғоп тыңланы, ҡурай менән баян ҡушылып, дәртле көйҙәр баш­ланғас, әллә күпме кеше бейергә тө­шөп китте. Был сығыштарҙың һәр береһе тураһында яҡташтарым һағы­нып хәтерләр, оҙаҡ ваҡыт ҡат-ҡат һөйләр әле.
Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән талантта­рыбыҙҙың сығышы ошо яҡтар тыуып үҫкән һәләтле йырсыларҙыҡы менән аралашып барҙы. Ҡаран ауылында Әх­мәр мәктәбенең элекке директоры, үҙе шағирә лә, йырсы ла Флүзә Хәлитова минең һүҙҙәргә яҙған ике йырын башҡарҙы. Осрашыуҙарҙа Ғәбдрә­фиҡ ауылы мәктәбендәге минең уҡы­­­­тыу­­сыларым, әсәйемдең бер туғандары Рәҡип бабайымдың, Рама­ҙан аға­йымдың улдары һәм ҡыҙҙары, Өфөнән, Күмертауҙан килеп етеп, ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙан­ған табибы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Вахитов, һаулыҡ һаҡлау ветераны Лена Нәҙерғолова, педагогтар Рәмилә Надирова, Ришат Вахитов, инженер Рәфис Вахитов ихлас йырланы, башҡа бик күп туғандарым, ауылдаштарым ҡунаҡ ҡаршылауҙы, һый-хөрмәт күр­һәтеүҙе ойоштороуҙа йүгереп йөрөп ҡатнашты. Переволоцк районы хаки­миәтенең был осрашыуға ҙур иғтибар биреүенә, мине ололап ҡотлауҙарына ҙур рәхмәт. Алисово ауылында йәшәгән бер туған һеңлем Зөлхизә Агишеваға өс көн буйы минең юлдаштарымды ҡунаҡ иткән өсөн рәх­мәтем сикһеҙ.
Беҙҙең Соран һәм Ҡаран буйындағы был тантаналар изге Ураҙа айы башланған хәйерле ваҡытҡа тура кил­де. Мәрхүм туғандарыбыҙҙың яҡты рухына бағышлап, ҡорбан салдылар, Ҡөрьән аштарында булдыҡ. Халыҡ менән осрашыуҙарыбыҙ алдынан Ҡот­лом­бәттән Ғәфүр хәҙрәт Моратов, Ғәбдрәфиҡтан Әнүр хәҙрәт Вахитов, Ҡунаҡбайҙан Фәрит хәҙрәт Бикбаев доға уҡыны. Ҡөрьән һүҙе менән әҙип, шағир һүҙенең, доға моңо менән ҡурай моңоноң бергә ҡушылыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, минең тыуған районымда өс кенә башҡорт ауылы, һәм өсөһөндә лә мәсет бар. Өс хәҙрәттең икеһе — Мәккәгә сәфәр йөрөп ҡайтҡан хажиҙар.
Ауылдарҙан һуң Ырымбурға килдек. Юлдаштарымдың күбеһе тиерлек был ҡаланы быға тиклем күргәне юҡ ине. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың изге йорто Каруанһарайҙа тәүге ҡат булып шатландылар. Егеттәр манараға күтә­ре­леп, ҡала күренештәрен ҡарап төштө.
Һуңғы ваҡытта Ка­руан­һарай өсөн байтаҡ бәхәс-тартыш булды, башҡорт халҡының был изге йортона оятһыҙ рәүештә ҡул һуҙыусылар табылды. Аллаға шөкөр, низағтар тынған һымаҡ. Беҙҙе имам-хатип, Баймаҡ районының ир-азаматы Хөрмәтулла Буранбаев, “Каруанһарай” йәмғиәте рәйесе Ғөлимә Жанғабилова ихлас ҡаршы алды. Ғәбдрәфиҡтан ҡус­тым Әнүр Вахитов хәҙрәт бында икенсе имам-хатип булып эшләй. Ырымбурҙа беҙҙе Иҫәнгилде егете Марат Сарбаев, Ҡотломбәттә тыуған, Ырымбурҙа эш­ҡыуарлыҡ ме­нән уңышлы шөғөл­ләнгән һеңле­ләрем Кәримә, Нәфисә, Зәкиә Смаковалар ихлас ҡаршы алды. Нә­фисә бик һәйбәт шиғырҙар яҙа, Ырымбурҙа “Кисеү” исемле китабын сығарҙы.
Туҡсоран буйҙарындағы сәйәхәте­беҙ Ырымбурҙағы Хөсәйен Ямашев исемендәге милли китапханала тамамланды. Бында ла ҡала башҡорттарына әйлән­гән кисәге дала ул-ҡыҙҙары күп йыйылғайны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре осрашыуға бик тырышып әҙерләнгән.
Китапханала байтаҡ йыйынтыҡ­тары­быҙҙы күрҙек. “Ҡолой кантон” кита­бының бында килеп етеүе уны яҙған Спартак Ильясов өсөн бик тул­ҡынландырғыс яңылыҡ булды.
Тараймаһын ине офоҡтарЙыш ҡына ошо яҡтарҙың арҙаҡлы шәхестәре Мөхәмәтша Буранғоловты, Дауыт Юлтыйҙы, Сәғит Агишты, Ғаб­дулла Амантайҙы һ.б. ғорурланып телгә алдыҡ. Каруанһарайҙа булғанда ошонда уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында эшләгән, атаҡлы Башҡорт педагогия техникумында уҡыған Ғаб­­­дулла Амантай, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Ғәйнан Хәйри, Зәйнәб Биише­валарҙың исемдәрен хөрмәт менән хәтерләнек.
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: сәфәребеҙ остазым Баязит Бикбайҙың тыуған төйәгендә тамамланды. Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан сиген­дә мәшһүр әҙибебеҙҙең яҡташтары көйөргәҙеләр, район хакимиәте баш­лығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтов етәкселегендәге ҙур төркөм, икмәк-бауырһаҡ, ҡурай моңо, йыр-бейеү ме­нән ҡаршы алды. Һалҡын шишмәнең шифалы һыуынан ауыҙ иттек, ошонда халыҡ менән осраштыҡ, йәшел сирәмгә баҫып, һүҙебеҙҙе, моңобоҙҙо еткерҙек. Был атаҡлы шишмәне бик тәрбиәләп тоталар, матур ял итеү урыны төҙө­гәндәр. Юшатыр аша яңы күпер, Ҡалтаға асфальт юл һалынған. Баязит Бикбай исемен йөрөт­кән, ҡаршыһында шағирҙың Өлфәт Ҡобағошов эшләгән матур һәйкәле ҡуйылған Мораптал мәктәбендә му­зейҙы ҡараныҡ. Баязит Бикбайға, Морапталда музейы эшләгән Ғәзиз Әл­мө­хәмәтовҡа, башҡа арҙаҡлы шә­хестәренә оло хөрмәт күр­һәткәндәре өсөн район хакимиә­тенә, ауыл етәкселәренә ҙур рәхмәт. Булған ерҙә ҡыуанып йөрөнөк, осрашыуҙарҙан һуң улар ҙа һөйөнөп, күңелдәре үҫеп, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды.
Тик бер генә сәйәхәт тә бары шат­лыҡтарҙан ғына тормайҙыр. Әлеге сә­фәребеҙҙә күңел ҡырылған, ныҡ борсолған саҡтар ҙа булды. Шуларҙың береһе — “Каруанһарай” гәзитенең киләсәк яҙмышы. Был баҫма — Ырымбур башҡорттарының үҙ-ара бәйлә­нешен булдырып, уларҙы туплап торған бик мөһим көс. Ләкин хәҙер мат­буғатҡа хаҡ ныҡ артты. Өлкә Хөкүмәте бүлгән кескәй генә ярҙам шул көйө ҡалһа, бындағы берҙән-бер башҡорт гәзите ябыласаҡ. “Каруанһарай” йәшә­һен өсөн бөтә көстө биреп нисәмә йылдар тынғы белмәйенсә эшләгән Фәһимә менән Са­лауат Аҡдәүләтовтар ошо хаҡта бик борсолоп һөйләне. Төп өмөт, төп ышаныс — Башҡортостан Респуб­ликаһы, уның тиҙ арала ярҙам итеүе. Яңы гәзит ойоштороу — ҡатмарлы эш. Ә инде байтаҡ ваҡыт сығып килгән гәзит ябылһа, сығыуҙан туҡтаһа, эште яңынан башлап ебәреүе бик ауыр, хатта мөмкин булмаған хәл.
Башҡорт ауылдарындағы мәктәп­тәрҙең яҙмышы ла ныҡ хафаға һала. Переволоцк районындағы өс башҡорт ауылының береһендә — Ҡотломбәттә генә баш­ҡорт теле уҡытылған мәктәп һаҡланған. Заманында ул тулы урта мәктәп булып гөрләп тора ине. Унан һуң һигеҙ йыл­лыҡҡа ҡалдырылды. Утыҙҙан артыҡ бала уҡыһа ла, быйылдан башланғыс мәктәп итмәкселәр. Район хакимиәте етәксеһе Вадим Виноградов менән һөйләшкәндә, ул, нисек тә берҙән-бер башҡорт мәктәбен һигеҙ йыллыҡ көйө һаҡлап ҡалырбыҙ, тигән вәғәҙә бирһә лә, тынысланып булмай.
Өс ауылда ла мәсет асылды, тигәй­нем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһендә мәктәп ябылды. Мәсеттәрҙең төҙөлөүе һәйбәт, мәктәп­тәрҙең ябылыуы — милләттең килә­сәгенә янаған бик ҙур ҡурҡыныс.
Туҡсоран далаларындағы һырттар­ҙан тиҫтәләрсә саҡрымдарға киңлектәр асылып китә. Улар меңәр йылдар шулай йәйрәп ятҡан. Ошо күҙ иңләмәҫ араларҙа киң күңелле яҡташтарым борон-борондан донъя көткән. Ерҙәге офоҡтар тараймаҫ, ә бына милләте­беҙҙең киләсәктәге рухи офоҡтары тараймаһын ине.

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.



Спартак Ильясов:
– Тыуған көндө билдәләү күңел өсөн зауыҡ. Әгәр билдәләмәһәң, мөмкинселегең йәки шар­тың булмаһа, һәр аңлы йәндең күңеле нисектер түбәнселек, үкенеү хисен кисерә. Әгәр ҙә те­ләгән сараң ҡаршылыҡһыҙ, би­герәк тә ағай-энеләрең һәм дуҫ-иштәрең менән бергә үтһә, йәнгә рәхәт. Аралашыу их­ласлығынан башҡа үҙең өсөн йә рухи табыш, йә асыш кисерһәң.
Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа 75 йәш тулыуын Башҡортостан халҡы, йәмә­ғәтселеге киң билдәләһә лә, байрам әле лә дауам итә. Рес­публиканың Яҙыусылар ойош­маһынан бер төр­көм шағирҙарға һәм мәҙә­ниәт әһел­дәренә ха­лыҡ шағирының тыуған яҡтарында үҙе менән бергә был көндө бил­дәләп, төбәктең көнкүре­ше, бер ни тиклем хал­ҡының рухи донъя­һы менән танышып ҡайтырға насип булды. Элекке хеҙмәтем буйынса әҙәбиәт тормошонан бер аҙ ситтәрәк йөрөргә тура килһә лә, Туҡсоран буйы баш­ҡорттары тигән төшөн­сәне әҙәбиәт һәм тарих буйынса белә инем. Был ер башҡорт хал­ҡына “Урал” батыр эпосын яҙып алып ҡалған Мө­хә­мәтша Буранғоловтың, башҡорт әҙә­биәте аҡһа­ҡалдары Дауыт Юлтый­ҙың, Сәғит Агиш­тың, Ғаб­дулла Амантаевтың һәм башҡа шә­хестәрҙең эҙен һаҡлай.
Туҡ йылғаһы буйында ултырған Ғәбдрә­фиҡ ауылындағы осрашыу айырыуса күңел­гә һеңеп ҡалды. Клуб ҡаршыһында беҙҙе икмәк-тоҙ ме­нән ҡаршы алдылар. Көндөҙ булыуына ҡара­маҫ­тан, клуб халыҡ менән шы­ғырым тулы. Бе­реһе лә, эшкә барабыҙ йәки эшкә һуңлайбыҙ, тип һөйләнмәй. Әммә араларында йәш ир-ат аҙ. Уларҙың күбеһе Себерҙә эшләй икән. Районда кешеләр бик әүҙем, бер төптән булыуҙары һи­ҙелә. Ләкин ҡайһы бер ха­лыҡ мәнфәғә­тендәге мәсьәләләрҙе ҡа­бырғаһы менән ҡуйып бармайҙар.
Халыҡ шағирының 75 йәшлек юбилейы ай­ҡанлы ойошторолған был осрашыуҙарҙа Рауил Бикбаевҡа Ырымбурҙағы яҡташтарының да, Башҡортостан халҡының да тәрән ихтирам менән ҡарағанына тағы ла инандыҡ.


Зөфәр ВӘЛИТ:
– Далам, далам-даланым,
Йәйрәп ятҡан яланым!
Һыуҙарының боҙон имдем,
Еренең тоҙон яланым...
Бына ошо сал дала ҡылғандары моңон тыңлап, һыуҙарын эсеп, дауалы саф һауа­һын яңынан һулап, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаев үҙенең 75 йәшлек юбилей сараларын тыу­ған яҡтары Ырымбурҙың Соран буйҙарында йом­ғаҡлап ҡуйҙы.
Байрам Новосергиевка районының Ҡаран ауы­лында башланды. Беҙҙе бөтә ауыл хал­ҡы икмәк-тоҙ, ихлас йөҙ менән ҡаршыланы. Рауил Төхвәт улының туғандары һәм дуҫта­ры тирә-яҡ район­дарҙан — Ырымбурҙан да, Башҡортостандан да йыйылды. Ҡунаҡтар бик күп булыу сәбәпле, байрам табыны ауыл клубында әҙерләнгәйне. Бындай күркәм һәм бай шиғыр һәм моң мәжлесен мин үҙ ғү­меремдә икенсе тапҡыр күрҙем. Тәүгеһе Ра­уил ағайҙың 60 йәшлек юбилейын ошонда, тыуған яҡтарында, байрам иткән саҡ ине...
Байрам икенсе көндә Переволоцк ра­йонының Ғәбдрәфиҡ ауылында дауам итте. Был көн ураҙаның тәүге көнөнә тура килде, шуға күрә урындағы халыҡ сараны, ике байрам бергә тип, оло ҡорға әйлән­дереп ебәрҙе. Юбилярҙы ҡотларға район хаки­миә­тенән дә килделәр.
Күрше тирә-яҡ райондарҙан да тәбрик­ләүселәр күп булды. Бында ла Өфө ша­ғир­ҙары, артистары үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, халыҡ менән аралашты. Урын­дағы үҙеш­мәкәр артистарҙың сығышы бик йылы тәьҫир ҡал­дырҙы, халыҡсан моң, Ырымбур дала­һының аһәңе ишетелгәндәй булды уларҙың тауышында. Был матур концерттан һуң беҙҙе Ғәбдрәфиҡ мәсете ихатаһында ҙур тирмәлә милли аш табыны көтә ине. Мәсет эсендәге музейҙа төбәк хаҡында бай мәғлүмәт һаҡланғанын белдек.
Мине Ырымбурҙа башҡорттарҙың берҙәм­леге, бер-береһенә ҡарата туғандарса мөнәсәбәте һоҡ­ландырҙы. Әммә халыҡ ойошоп йәшәһә лә, дөйөм Рәсәй ауылдарының торош-көнкүреше бында ла сағы­лыш тапҡан: эшһеҙлек, мәктәптәрҙең дөйөм­ләштерелеүе ауылдарҙы тарҡалыуға килтергән. Башҡорт балаларының урыҫ телендә аралашыуы күңелдә ауыр тойғо ҡалдырҙы...
Сәфәребеҙҙең өсөнсө көнөндә беҙ иртә менән Ырымбурға юл тоттоҡ. Ҡала ситендә шағирә Нәфисә Смаҡова етәксе­легендәге баш­ҡорт ҡорол­тайы ағзалары ҡаршы алды. Ырымбур тигәс тә, һәр башҡорттоң күҙ алдына мөһабәт Ка­руанһарай килә торғандыр. Беҙ ҙә данлыҡлы тарихи урынға сәйәхәт ҡылдыҡ.
Халҡыбыҙ вәкилдәре менән булған һәр күрешеү киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирер: шиғырҙар тыуыр, яңы маҡсаттар тоҡаныр, милләтебеҙҙе берләш­тереүгә бер аҙым булыр. Аралар һыуынмаһын!




Тамара Искәндәриә:
– Халыҡтың үҙ шағирын яратыуы, ололоҡлауы, уның шиғырҙарын яттан белеүе, осрашыуҙар ва­ҡытында һөйләгән һәр һүҙен йотлоғоп тыңлауы Рауил Бикбаев ижадының ысын мәғәнәһендә ха­лыҡсан, илһөйәр булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Шағирҙың юлдаштары — артистар һәм яҙыу­сылар боронғо Ырымбур ере моңона, милләтт­әштәребеҙҙең дала ҡояшылай ҡайнар һәм мөл­дөрәмә тулы хистәренә баштан-аяҡ ҡойондо. Ырымбурҙарҙың алсаҡлығы, их­ласлығы, киң кү­ңеллелеге ҡунаҡтарҙың сығыш­тарында ла сағылды. Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы, рух байрамына әйләнде был шиғриәт һәм моң кисәләре.
Ҡаран, Ғәбдрәфиҡ ауылдарындағы сараларҙа балаларҙың булыуы ҡыуандырҙы. Тик шуныһы үкенесле: ҡап-ҡара башҡорт балалары ауылда ла үҙ-ара урыҫ телендә аралаша икән. Быға, әлбиттә, мәктәптә уҡытыуҙың урыҫ телендә алып барылыуы сәбәпсе. Һөйләшә башлаһаң, телде белә үҙҙәре, “Аҡбуҙат” журналын тотторғас, бик ҡыҙыҡһынып аҡтарырға тотондолар. Бөтөнләй битараф түгелдәр, тимәк. Ләкин ошо сабый ҡыҙыҡһыныуы, үҙ теленә иғтибары йылдар үткәс ни кимәлдә һаҡланыр — әйтеүе ҡыйын.
Халыҡ шағиры ижадының шишмә башы — уның бала сағына сәйәхәт ҡылғандай булдыҡ беҙ. Рауил Төхвәт улының туғандарын күреп, уларҙың ни тиклем матур, көслө кешеләр булыуына һоҡландыҡ. Тормошҡа һөйөү, йәшәү дәрте, зирәк аҡыл бөркөлөп тора уларҙан. Ғүмер юлдарын халҡыбыҙ йыр-моңо менән һуғарып, яҙмыш ауырлыҡтары алдында баш эймәй, бирешмәй, бер-береһенә таяныс булып йәшәгәндәре күренеп тора. Бына ҡайҙан көс ала Рауил Бикбаев ижады! Туғандарың, яҡташтарың ошондай булғанда, халыҡ шағиры булмай ҡара!
Сәйәхәтебеҙ Ырымбур ҡалаһына — Каруан­һарайға дауам иткәндә лә, Өфөгә юлланғас, Көйөр­гәҙе районында Баязит Бикбайҙың ауылы Ҡалта эргәһендә шишмә һыуын тәмләп ҡарағанда ла мин ошондай уйҙар солғанышында булдым. Мораптал мәктәбе уҡыусылары, ауыл халҡы шағирҙы шулай уҡ ихлас ҡаршы алды.
– Һеҙҙе махсус рәүештә ошонда алып килдем, — тине юлдаштарына Рауил Төхвәт улы. — Сағыштырып ҡараһындар, тинем. Республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға телде, мәҙәниәтте һаҡлау нисегерәк бирелә лә үҙ илеңдә ниндәй мөмкинлектәр! Ҡәҙерен белергә кәрәк — Баш­ҡортостаныбыҙ бар, илебеҙ бар!
Өфө — Ырымбур араһы
Өс йөҙ етмеш саҡырым… —
тип йырланы морапталдар, шағир һүҙҙәрен көйгә һалып. Өс йөҙ етмеш төрлө уй-фекер, хис-тойғо солғаны күңелдәрҙе Ырымбур менән баш ҡалабыҙ араһында.



Хисмәтулла Юлдашев:
– Рауил ағай әйтмешләй, сәхәрҙәрҙән сыҡҡан сәфәрҙә йөрөп, тыуған яғым Туҡсоран менән сикһеҙ ғорурланып ҡайттым был юлы ла. Боронғо ата-олаталарын ғәрәп илсеһе, сәйәхәтсе Ибн Фаҙлан күргән башҡорттар төбәге бит ул Туҡсоран. Элек-электән илһөйәр, малтабар, йырға-моңға һәләтле, ихлас күңелле халыҡ йәшәй бында.
“Туҡсоран кантонлығы башҡорттары ҡоролтай исеменән боронғо эйәр менән бәйге аты һәҙиә итте”, — тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең “Хәтирә­ләр”ендә, 1918 йылдың баштарында Ырымбур ҡалаһында үткәрелгән Өсөнсө башҡорт ҡоролтайын иҫенә төшөрөп. Ундағы байтаҡ затлы бүләк араһында төбөнә ғәрәп хәрефтәре менән гүзәл шиғырҙар яҙылған батмус та була. Шиғыр-һүҙ ҡәҙерен белгән, быуындан быуынға бай ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын һаҡлап килгән халыҡ ҡына донъяға Рауил Бикбаев һымаҡ улдар бүләк итә торғандыр. Шуғамы икән мин Рауил ағайҙы тыу­мышы, асылы менән башҡа бер яҡтың да кешеһе итеп күҙ алдына килтерә алмайым. Ул — Тоҡсорандан.
Тыуған яҡҡа ҡайтыу — һәр ваҡыт хәл-әхүәл белешеү ул. Ҡаҡшамағанмы, һындырылмағанмы халҡымдың рухы, тип уйлайһың. Рухи донъябыҙҙың алтын бағанаһына әүерелгән Бикбайҙың йоғонтоһо Башҡортостан сиктәрен уҙып был яҡтарға ниндәй кимәлдә килеп етте, ниндәй изге ғәмәлдәр ҡылырға булышлыҡ итте икән, тигән һорауҙарға яуап эҙләттерә. Һәм мин һәр ауылда, һәр бер осрашҡан ерҙә халыҡты, шағирҙың яҡташтарын күҙәтәм. Һуңынан шуны аңлайым: ысын шағир халҡының һөйөүен ҡаҙанырға тейеш икән! Тик шул саҡта ғына халҡы үҙенең шағирына ҡолаҡ һала, уны тыңлай. Был — иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе. Халыҡ күңелендә һөйөү һаҡлау — иң бөйөк эш. Быны тик Рауил Бикбаев һымаҡ ҡына шағирҙар булдыра ала.


Вернуться назад