Сал тауҙарым, урмандарым Һаҡлай тарих, ер йәмен08.07.2014
Сал тауҙарым, урмандарым Һаҡлай тарих, ер йәмен
Бөрйәндә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең XVI республика конкурсы булды


...Күк күкрәп, йәшен ялтлай. Уҡ-һаҙағын тотоп, Урал батыр килеп сыға.
Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын.
Илһөйәргә ил булып,
Ерһөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер булһын! –
тип тирә-йүнгә тереһыу бөркә.


Сал тауҙарым, урмандарым Һаҡлай тарих, ер йәменСал тарихлы Бөрйән еренә аяҡ баҫҡан йәш сәсәндәрҙе хужалар йөҙҙән ашыу ҡурайсының сығышы һәм Урал батырҙың аманатын, тереклеккә нигеҙ һалыныуҙы сағылдырған тамаша менән ҡаршы алды. 1996 йылда тап ошо илаһи төбәктә барлыҡҡа килгән конкурстың быйыл тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуына бөрйәндәрҙең сикһеҙ ҡыуаныс кисергәнен тоймау мөмкин түгел ине.
– Белеүебеҙсә, конкурс былтыр Баймаҡ районында уҙҙы. Унда сараны киләһе йыл Бөрйәндә үткәреү тәҡдимен тап һеҙ еткергәйнегеҙ, – тип мөрәжәғәт иттек Бөрйән районы хакимиәтендәге мәғариф идаралығының методика кабинеты бүлеге мөдире Роза Ғүмәроваға.
– Быйыл ғына түгел, һәр ваҡыт Бөрйәндә үтергә тейеш был бәйге, – тине әңгәмәсебеҙ. – Әлбиттә, башҡа төрлө фекер йөрөткән кешеләр ҙә бар. Шулай ҙа, минеңсә, Урал батыр эҙҙәренән үтеү мәшһүр эпосты ятлаған йәш сәсәндәрҙе нығыраҡ илһамландырасаҡ, рухландырасаҡ. Дәрестә күргәҙмә материал ҙур әһәмиәткә эйә бит, шуның шикелле әҫәрҙәге хәл-ваҡиға барған ер баланың ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттырыр тигән ышаныс­тамын.
Конкурсты асыу тантанаһында Бөрйән балалары тарафынан ҡуйылған тамаша һәр кемдең күңеленә көслө тәьҫир итте. Баһалаусы төркөм ағзаһы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов әйтеүенсә, сценарий шул ҡәҙәр көслө яҙылған. “Күҙемә йәш төйөлөп ҡараным”, – тип фекере менән уртаҡлашты Рөстәм Милләт улы. Бөрйән уҡытыусылары иһә балаларҙың талантлы, оҫта булыуына һоҡланыуын йәшермәне. “Беҙ ойошторҙоҡ һәм йүнәлеш кенә бирҙек. Башҡаһы – уҡыусыларҙың хеҙмәте. Шундай рухлы, һәләтле быуын үҫеп килеүенә ифрат шатбыҙ”, – тине улар.
Артабан ҡунаҡтар Күҙәмбәт яланына юлланды. Командалар бер-береһе менән танышҡас, кискеһен Байназар урта мәктәбе уҡыусылары “Беҙ бөрйәндәр – бер йәндәр” тигән тематик кисә ойошторҙо. Улар райондың тарихы, арҙаҡлы шәхестәре хаҡында һөйләне, төбәктең бөгөнгө тормош-көнкүреше, социаль-иҡтисади-мәҙәни хәле менән таныштырҙы, сағыу концерт номерҙары күрһәтте. “Азамат”, “Арғымаҡ” бейеү ансамблдәренең сығыштары айырыуса оҡшаны тамашасыларға. Байназарҙар кисәне башҡортса флеш-моб, дискотека, төнгө усаҡ янындағы уйындар һәм салют менән тамамлап ҡуйҙы.
Икенсе көнгә Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусылары “Беҙ – Урал батыр вариҫтары” исемле тематик кисә әҙерләгәйне. Тәбиғәттең иң ҙур ҡиммәт булыуын тағы бер ҡат иҫкә төшөргән, уны һаҡларға, хәстәрләргә әйҙәгән сығыштар мәшһүр эпостың ҡиммәтле һәм хикмәтле һүҙҙәре менән нығытылды. Күңелендә тереһыу тамсы­ларының нуры балҡыған Урал батыр вариҫтарын йыйған Күҙәмбәт яланы, күпте күргән моңло Ағиҙел, ғорур Инсебикә ҡаяһы, ҡара урмандар быуаттар төпкөлөнән яңғыраған ауазды тын ҡалып тыңланы кеүек. Кисә, күңелдәрҙе көслө рух менән ялмап алып, майҙанға сығырға әҙерләнгән бәйге­селәргә илһам өҫтәне.
Байрамда ике музей эшләне. Ғәлиәкбәр мәктә­бе ойошторғанында балаҫ, септә һуғыу, бәйләү, тегеү, ҡорама яһау менән бәйле кә­сепселек өлгө­ләре ҡуйылды. Бындай эшкә маһирҙар ҡунаҡтар алдында һәләтен күрһәтте, “оҫталыҡ дәресе” үт­кәр­ҙе. Иҫке Монасип урта мәктәбенең музейын­да иһә Бөрйәндең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, ра­йондың бөгөнгө тормош-көнкүреше хаҡында бай мәғлүмәт менән танышырға мөмкин ине. Рух мөйөшөнөң эргә­һендә шәжәрә ағастарынан аллея эшләнде.
Сара барышында уҡыусылар тарафынан “Конкурс яңылыҡтары” тигән өс гәзит сығарылды, шулай уҡ телевизион тапшырыуҙар әҙерләнде. Был эштәрҙе Иҫке Собханғол, Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт мәктәптәре уҡыусылары уңышлы тормошҡа ашырҙы. Һуңғылары байрамдың йомғаҡлау тантанаһын юғары кимәлдә ойоштороуы менән дә ҙур ихтирамға лайыҡ.
Республиканың 51 район-ҡалаһынан килгән, 70 командаға тупланған 280 самаһы бәйгесегә һәм башҡа ҡунаҡтарға аҙаҡ Урал батыр эҙҙәре буйлап сәйәхәт ойошторолдо. Улар Бабсаҡ бейҙең ҡә­берен күрҙе, серле Йылҡысыҡҡан күленең тымыҡ­лығына ғәжәпләнде, Шүлгәнташ мәмер­йәһендә булды. “Һеҙ, балалар, бәхетле: Урал батыр эҙҙә­ренә баҫып йөрөнөгөҙ, – тине баһалама төркөмө ағзаһы, билдәле ғалим һәм яҙыусы Мирас Иҙелбаев. – Был сәйәхәт күңелегеҙҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр, күркәм тәьҫораттар эпосҡа, тыуған төйәгебеҙгә һөйөүҙе арттырыр, яңы асыштарға әйҙәр, тип ышанам”.
Жюри рәйесе, арҙаҡлы ғалим һәм педагог, Бөрйәндең данлыҡлы улы Әхмәт Сөләймәнов иһә ҡабатланмаҫ эпостар төйәгенә именлек теләне, Урал батыр вариҫтары майҙанының артабан да сәмле, ғәмле ярыштарҙан гөрләп торорона ышаныс белдерҙе.
– Бәйгеселәр араһында кешелеклелек, бер-береңә ихтирам хөкөм һөрҙө, ә был – иң мөһиме, – тине Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.
Арҙаҡлы шәхестең ошо һүҙҙәрен иҫтә тотҡанда, конкурстың еңеүселәре хаҡында әйтеп тороу кәрәкмәҫ, тип уйлайбыҙ. Тереһыуҙың тамсыһы булған һәр йәш сәсәндең тауышы киләсәгебеҙгә һут бирер көскә эйә.
Ғөмүмән, байрам күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, Роза Ғүмәрованың һүҙҙәренең дөрөҫ­лөгөнә инандырҙы: конкурс, ысынлап та, эпостың тыуған ерендә, ундағы хәл-ваҡиғаның һулышын тойоп, тәрәнлегенә төшөнөп үткәрелергә тейештер. Бөрйән өсөн янып йәшәгән Роза Шәриф ҡыҙының уй-хыялы бының менән генә бөтмәй әле.
– Районда киләсәктә “Урал батырҙың эҙҙәре буйлап” тигән туристик маршрут булдырырға кә­рәк, – ти ул. – Тағы ла бер теләгем: балалар баҡса­һынан алып башланғыс мәктәпте тамам­ла­ғансы һәр кемдән эпосты тулыһынса ятлатырға ине. Был эштең концепцияһын төҙөргә ниәт бар. Ошо билдәләнгән арауыҡта бала, аҙнаһына дүрт юлды ятлағанда ла, эпосты тулыһынса хәтерендә ҡалдыра аласаҡ. Бөрйәндә Урал батырҙың музейын булдырыу уйы ла тынғылыҡ бирмәй. Ошондай саралар күрмәһәк, комплекстар төҙөмәһәк, конкурстар, туристик сәйәхәттәр ойоштормаһаҡ, ғөмүмән, булған байлыҡты күрһәтә һәм үҫтерә белмәһәк, ҡиммәттәребеҙҙең ситтәр ҡулына кү­сеүе ихтимал. Йәшәйештең нигеҙен сағыл­дырған эпостар төйәге Бөрйән киләсәктә лә үҙ йөҙөн һаҡларға, төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып ҡалырға тейеш. Бының өсөн көсөбөҙ етерлек: бөрйәндәр – берҙәм, татыу халыҡ. Әлеге конкурс­ты ла тотош район халҡының тырышлығы ярҙамында уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Алдағы мәсьәләләрҙе лә берҙәм көс менән ыңғай хәл итербеҙ тип ышанам.




Вернуться назад