Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы штандарты республика буйлап сәфәрен дауам итә. Йыл символы ошо көндәрҙә Хәйбуллаға ла килеп етте. Штандарт ҡабул итеү тантанаһында район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин һәм башҡалар ҡатнашты.
Фәнүр Зөфәр улы йыл символын – штандартты тапшырып, хәйбуллаларға күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен, стәрлебаштарҙың ялҡынлы сәләмен еткерҙе.
– Ярты йыл элек юл алған был марафон республиканың утыҙ районы һәм ҡалаһын үтеп, халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡиммәттәре, иң яҡшы ижади ҡомартҡылары күрһәтелде, – тине Байрас Ишбирҙин.
Эстафета символын ҡабул иткәндән һуң алыҫ араны яҡынайтып килеп еткән ҡунаҡтар 55 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Өфө ауылына байрам сараһына юлланды. Йәмле туғайҙа ҡоролған тирмәләр, аһәңле ҡурай моңо байрамға килгәндәрҙең кәйефен күтәреп, барыһын да тантанаға әйҙәне…
Ғөмүмән, ошо көндәрҙә районыбыҙҙа бик күп мәҙәни саралар үткәреү күҙаллана. Мәҫәлән, данлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан йәйге ял лагерҙарында “Үлемһеҙлеккә юл” исемле күсмә күргәҙмә эшләйәсәк. Районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейы иһә Хәйбулла еренең иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторасаҡ. Ә инде Атингән ауылында “Ғаилә – йәшәү терәге” исемле байрам үткәреләсәк.
Киләһе аҙна башында иһә штандарт Күмертауға тапшырыласаҡ.