“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең ХVI республика конкурсында төп бүләкте Салауат районындағы Әлкә ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Х класс уҡыусыһы Илнар Зарипов яуланы.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, үҫмер, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы йүнәлеше буйынса премияға тәҡдим ителәсәк.
Быйыл Бөрйән районында үткән бәйгегә республиканан 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Уҡыусылар, мәғариф учреждениеларының фольклор коллективтары ике турҙа ярышты. Төп этапта бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырҙы, эпосты яттан һөйләне, инсценировкалар күрһәтте.
Жюри йәш сәсәндәрҙең оҫталығын юғары баһаланы. Конкурс сараларынан тыш, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклорсы Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейҙарға, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына экскурсия ойошторолдо.
Конкурс хаҡында тулыраҡ яҙманы киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.