ЯҠТЫ ДОҒАМ МИНЕҢ – САЛАУАТ!04.07.2014
ЯҠТЫ ДОҒАМ МИНЕҢ – САЛАУАТ!
Иртәгә Салауат районының Малаяҙ ауылында “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы үткәрелә. Быйыл ул милли батырыбыҙҙың тыуыуына 260 йыл тулыуға арнала.
Йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ, өлкәндәргә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған байрамда Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булған этно-фестиваль уҙғарыласаҡ.
Бынан тыш, “Исемем минең — Салауат” парадында Салауат исемен лайыҡлы йөрөткән орден кавалерҙары, конкурс лауреаттары, геройҙар, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа еңеүселәр, чемпиондар, яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, етештереү өлкәһендә юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр һәм башҡалар ҡатнаша.


Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Хәтеремдә минең, аңымда.
Йөрәгемде сардар итеп хисем,
Ғәскәр итеп туплай ҡанымды.

Әйләнәм дә киләм Салауатҡа!
Тоҡандыра мине азатлыҡ!
Батырҙары булған илемдең тип,
Иҫкә алыу бөгөн ғазапмы?

Һығындыра яҡты тәүәккәллек,
Көрәш сәмен һуҙа фарманы.
Ауазыңды эҙләп, Батыр, илдең
Ҡай еренә генә барманым!

“Салауат!” тип йырлы исемеңде
Доға итеп алам телемә!
Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман
Именлектәр теләп илеңә!
Таңдарым да минең – Салауат ул!
Ай-йондоҙло төнөм – Салауат!
Төштәремдең изге яугире лә,
Ҡотло көнөм – өнөм – Салауат!

Салауат, тип йырҙар башлайым да,
Салауат, тип сығам көрәшкә!
Салауат, тип маҡсаттарға менәм,
Ауыҙлыҡлап алып һәр эште!

Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ –
Яҡты доғам минең – Салауат!
Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан
Рухи ғәскәреңдең уйҙарына,
Батырҙарҙың ожмах туйҙарына
Барып етһен ине был аят!..
Салауат!


Вернуться назад