Күҙ алдымда02.07.2014
Мин Ринат Камалды егерме йыл самаһы беләм. Ул ваҡытта Ринат «Ағиҙел» журналында эшләп йөрөй ине. Беҙ, асыҡлыҡ елдәре иҫкәс, журналда Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Хәтирәләре»н тәржемәләп баҫтыра башланыҡ. Уҡыусыларҙа шул йылдарҙа ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты ул. Журнал мөхәррире, күренекле әҙип Булат Рафиҡов үҙ янына һәләтле заттарҙы ылыҡтыра ине. Әйткәндәй, «Ағиҙел» журналына әүәлдән һәр яҡтан һайлап, булдыҡлы әҙиптәрҙе генә эшкә алдылар.


Ринат Камал үҙенең ҡыҙыҡһыныу­сан­лығы, әҙәплелеге менән айырылып тора. Ул дәүләт эшмәкәре кимәлендә фәл­сә­фәүи фекер йөрөтә, һәр мәсьә­ләгә үҙенең ҡара­шы бар. Ғөмүмән, ысын ижадсы фәл­сәфәсе, психолог булырға тейештер ҙә инде. Ул кеше­нең эске донъяһын, әйләнә-тирәгә мөнә­сәбәтен өйрәнә.
Был талантлы кешене прозаик, тинеләр. Мин талантлы шағирҙарҙы беләм, әммә ниңә­лер сәсмә әҫәр яҙыусы­ларҙы нығыраҡ хөрмәт итәм, улар етдиерәк эш менән шөғөлләнә, тип уйлайым.
Ысынлап та, Ринат етди әҫәрҙәр яҙа икән. Уның ул йылдарҙа уҡыу­сылар донъя­һын шаулатҡан «Бәлә» повесы баҫылды. Аҙаҡ — «Арыған кеше», «Кәрһеҙ ир»... Ул үҙе лә, былай аралашҡан ваҡытта ла, бик тә ҡыҙыҡһыныусан, кеше менән ихлас мөғәмәлә итә, ниндәйҙер яғы менән һине үҙенә ауҙара. Уның менән һөйләшеп һүҙ бөтмәй, ундайҙарҙы «кешенең эс-бауырына инеп бара» тиҙәр.
Аҙаҡ, күҙәтә йөрөйөм, шул Ринат Камал оло-оло романдар яҙа башланы: «Оҙон­тал», «Сабыр йән», «Таня-Таңһылыу», «Әлфирә», «Ва­риҫ», «Ағай-энеләр»... Уҡы­йым. Был әҫәрҙәрҙә автор зама­ныбыҙҙың мөһим мәсьәләләрен күтәрә, кеше күңел­дәренең иң төпкөлдәренә үтеп керә. Ке­шеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, уларҙың теге йәки был ваҡиғаға мөнәсәбәте — яҙыу­сының иғтибар үҙәгендә.
Хәҙер инде Ринат Камал башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиленә, уның уңыштарын, ҡаҙаныштарын билдәләр әҙип­тәребеҙҙең береһенә әүерелде. Тиҫтәләгән повесть, романдар ижад итте, әҙәбиә­те­беҙҙә «романсы» тигән исем алды. Ысынлап та, ул — беҙҙең һирәк кенә ро­ман­сыларыбыҙҙың береһе. «Шаңдау», «Та­лаҡ!», «Һөй­көмлө һөйәк» ише романдарын уҡып сыҡтым, әҙиптең үҙе әйтеүенсә, ул «Ҡотлояр — Бәх­тейәрҙәр» исемле романдар шәлкеме өҫтөндә эшләй икән. Ғәләмәт оло маҡсаттар менән йәшәй за­ман­дашыбыҙ: бер ғаилә миҫалында хал­ҡыбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихын байҡай. Француз яҙыусыһы Эмиль Золя ише (уның егерме томлыҡ «Ругон — Маккары» әҫәрен беләбеҙ) хеҙмәт тыуҙыра: ғаилә роман­дарының баш­ҡорт варианты барлыҡҡа килә!
Ҡотлайыҡ, хуплайыҡ был эште, йәмәғәт! Әҙип әле оло хеҙмәтен теүәл­ләп өлгөр­мәгән. Уға был эшендә артабан да уңыштар теләйек.
Әмир ЮЛДАШБАЕВ,
философия фәндәре
кандидаты.



Вернуться назад