Ошо көндәрҙә Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында төрки халыҡтарҙың һабантуй байрамы үтте.
Сарала өлкә губернаторы Евгений Куйвашев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин, Дыуан районы хакимиәте башлығы Олег Могильников һәм башҡалар ҡатнашты.
Һабантуй майҙансығы итеп Полевскойҙың ҡала паркы һайланған. Сараның рәсми өлөшөнән һуң Евгений Куйвашев менән Салауат Сәғитов Дыуан районының, этномәҙәни берекмәләрҙең тирмәләрен ҡарап сыҡты, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Байрамға 15 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар йыйылды.
– Һабантуй донъяла танылыу яулай бара. Быйыл уны Будапештта, Истанбулда, Нью-Йоркта, хатта Сиднейҙа үткәрәләр. Яҙҙың һәм йәйҙең иң күркәм байрамдарының береһенең кимәле йылдан-йыл юғарыраҡ, ҡоласы киңерәк була бара, – тине Амур Хәбибуллин.
Байрамда Сибай дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашты. “Сибай” бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре, йырсыларҙың моңло йырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Һабантуйҙың төп ваҡиғаһы ат сабыштары бәйгеһе булғандыр, моғайын. Көрәш майҙанында батырҙар көс һынашты. Этнография күргәҙмәләре халыҡты күпләп йәлеп итте. Ошонда уҡ күптәр башҡорт сувенирҙарын, халыҡ кәсебе әйберҙәрен һатып алды.