Белорет районындағы Шығай ауылында Мәҙәниәт йылына арнап “Йондоҙлоҡ” башҡорт мәҙәниәте үҙәге асылды.
Үҙәктең төп тәғәйенләнеше – башҡорт милли мәҙәниәтен танытыу һәм үҫтереү, быуындар күсәгилешлелеген һаҡлап ҡалыу буйынса тупланған эш тәжрибәһен уртаҡлашыу. Үҙәктең Шығайҙа урынлашыуы осраҡлы түгел. Был ауылдан байтаҡ танылған шәхес сыҡҡан, ул белгестәрҙең күплеге, матди базаның ныҡлығы, төп халыҡтың йолаларын тергеҙеү әүҙемлеге менән дә дан тота. Урындағы мәҙәниәт йортонда “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле, театр һәм хореография коллективтары уңышлы эшләй. Районда тәүгеләрҙән булып бында “Ағинәйҙәр” клубы ойошторолған.
Яңы үҙәкте үҫтереү планына төрлө мәҙәни саралар, бәйгеләр үткәреү, “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашыу ингән.