Бөйөк Британияла башҡорт һәм татар диаспораһы вәкилдәре башланғысы менән өсөнсө тапҡыр һабантуй уҙғарылды.
Төрлө ойошмалар, шул иҫәптән Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән үткәрелгән сараны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының Бөйөк Британия Короллегендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Яковенко ҡатнашты.
Ул үҙенең сығышында Рәсәйҙәге этномәҙәниәт аша ил халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни аралашыуының әһәмиәтен билдәләне. Һабантуйға Татарстандан, Италиянан, Латвиянан, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән абруйлы ҡунаҡтар килде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шайнуров һабантуйҙа ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты ебәрҙе.