Моң шишмәһе ағылды28.06.2014
Үҙешмәкәр композиторҙарҙың ижадын үҫтереү, танытыу, авторҙарҙың һәм башҡарыусыларҙың иғтибарын тыуған яҡ темаһына йәлеп итеү маҡсатында ике йыл элек Әсән ауыл Советы һәм райондың мәҙәниәт идаралығы башланғысы менән ойошторолған “Моң шишмәләре” фестивале Дүртөйлө районында йолаға әйләнде.



Ошо көндәрҙә ижади яҡтан һәләтле шәхестәр, моң һөйөүселәр йәнә осрашты.
– Йыр авторҙарының географияһы беҙҙең район менән генә сикләнһә, башҡарыу оҫталығы буйынса ул төбәк-ара йәки республика кимәленә етә, – тигән фекерҙә сараның баһалама комиссия­һы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, танылған композитор Мөфтәдин Ғиләжев.
Әйткәндәй, әлеге фестиваль тап уның сағыу ижадына арналды. Дүртөйлө ере – ысын мәғә­нә­һендә таланттарға бай төбәк. Быйылғы конкурстың мөһим үҙенсәлеге – үҙ йырҙарын башҡарған йәш авторҙарҙың бихисап булыуында. Һәр сығыш са­ғыу­лығы, милли һыҙаттары, йырҙарының моңло­лоғо менән айырылып торҙо.
Фестивалдең шарттарына ярашлы, һәр ҡатна­шыу­сы һайлап алыу турында автор йәки айырым йырсы башҡарыуында ике-өс әҫәр тәҡдим итте. Бәйгеселәрҙең йәше сикләнмәне, йырҙар төрлө телдә башҡарылды. Йомғаҡлау концертына һәр авторҙың бер-ике йыры һайлап алынды.
Ысын йыр байрамына әүерелгән сараға йәше, ҡарты ауыл мәҙәниәт йортона әүҙем йыйылды. Сәхнәгә сыҡҡан яҡташтарын әсәндәр көслө алҡыштар менән ҡаршыланы.
– Сәнғәткә, ижадҡа һәр кемдең үҙ һуҡмағы була, – тине фестивалдең ҡунағы, билдәле музыкант, йырсы, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты Радик Динәхмәтов. Уның башҡа­ры­уын­да Мөфтәдин Ғиләжев менән Мөҙәрис Мөсифул­линдың танылған йырҙары яңғыраны. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһе – Әсән урта мәктәбе уҡыусыһы Илмир Шәйхелисламов – йыр яҙыу те­ләген әсәһе уятыуы хаҡында һөйләне. Ул Ғәзинур Мөсифуллиндың яратҡан йырын башҡарҙы.
Бәйге йомғаҡтары буйынса Илмир “Иң йәш композитор” номина­цияһында дипломант булды. Дүртөйлөнән Риғәт Ғатауллин “Стилгә һәм башҡарыу йолаларына тоғролоҡ өсөн” номи­нацияһында диплом менән бүләкләнде. “Өмөт” номинацияһында “Бекар” ансамбле еңеүсе тип танылды. “Тореро” ансамбле музыканттары Ринат Шаһиев менән Азат Ғәбделисламов, сәхнәгә тәүгә сығыуға ҡарамаҫтан, “Үҙенсәлекле ансамбль әҫәре” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Йәштәр үҙҙәренең әҫәрҙәре аша тамашасыға донъяға ҡарашын, тәьҫораттарын еткерергә тырышты.
Иванай урта мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Алмас Закиров “Иң йәш башҡарыусы” тип танылды. Ул “Ағиҙелдә” тигән йырҙы башҡарып, тамашасы һөйөүен яуланы. “Улдарым” йырын яҙған Виктор Тришин III дәрәжә димломға лайыҡ булды. Дүртөйлөнән Владимир Иҫәнбаевҡа ла ошондай уҡ награда тапшырылды. Азамат Ғилманов менән Нәзилә Нуриәхмәтова иһә, лауреат исемен яулап, II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Баһалама комиссияһының уртаҡ фекере буйынса I дәрәжә дипломға “Ожмах ҡалаһы” төркөмө эйә булды.
Фестиваль дипломанттарына бағыусылар – “Әсән ҡошсолоҡ фабрикаһы”, “Сириус” йәмғиәт­тәренән, “Әсән” кирбес заводынан, шәхси эшҡыуар Ринат Латиповтан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.






Вернуться назад