Тупраҡтар сөм-ҡара бында,
Тупраҡ һутланып тора,
Бураҙнаға ҡояш төшһә,
Ялтырап, янып тора.
Кисен уға орлоҡ сәсһәң,
Таң менән шытып сыға,
Ер хаҡында шуға әйтәләр:
«Тот та икмәккә һыла».
М. Кәрим.Хозур Хажы тауы итәгендә урынлашҡан Аҙнай ауылы эргәһендәге төрлө төҫкә биҙәлгән ялан ысын мәғәнәһендә байрам үҙәген хәтерләтте. Халыҡтың шат йөҙө уны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Ишембайҙарҙың һабан байрамына, ялан батырҙарын хөрмәтләп, байтаҡ мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев, Федоровка, Мәләүез, Благовещен райондарынан хакимиәт башлыҡтары һәм Ҡаҙағстан делегацияһы ла килгәйне. Әйткәндәй, үткән йыл Ишембай ҡалаһы сәхнә оҫталары Ҡаҙағстанға барып, ҡаҙаҡ халҡына онотолмаҫлыҡ концерт программаһы бүләк итте.
Ҡунаҡтарҙы “Юрматы” башҡорт фольклор ансамбле ағзаларының икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алыуы, дүрт йәшлек Камил Мөхәмәтйәновтың өҙҙөрә баҫып бейеүе күңелдәрҙә йылы хистәр ҡалдырҙы. Шул уҡ урында умартасылыҡ, һунарсылыҡ, ҡымыҙ бешеү, балаҫ һуғыу һөнәрҙәрен күрһәтеүҙәре үҙенсәлекле күренеш булды. Тирмәләр алдында борондан һаҡланып ҡалған башҡорт милли кейемендәге ҡыҙҙарҙың халҡыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырыуы үткәнебеҙ менән бәйләне.
Байрамдың төп өлөшө театрлаштырылған тамашанан башланды. Тәүҙә ауыл хужалығы алдынғыларының парады уҙҙы. Кескәй балаларҙың, бал ҡорттары кейемендә сығып, ҡунаҡтарға бал бүләк итеүе үҙенсәлекле булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ауыл хужалығы тармағында яҡшы күрһәткестәре һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм алдынғыларға Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарын тапшырҙы.
“Иң яҡшы ауыл”, “Өлгөлө шәхси ихата” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү ҙә һабантуйҙың йәмле өлөшө булды. “Иң яҡшы ауыл – ауыл биләмәһе үҙәге” номинацияһында 1-се урынға Көҙән, 2-сегә – Кинйәбулат, 3-сөгә Маҡар ауылы лайыҡ тип табылды. “Иң яҡшы бәләкәй ауыл” номинацияһында 1-се урынды Һарғай, 2-сене – Арлар, 3-сөнө Бәләкәй Байыҡ ауылдары яуланы.
Тирмәләр конкурсында Байғужа ауыл биләмәһе еңеп сыҡты. Уның вәкилдәре “Йәйләү ҡотлау” йолаһын күрһәтте. Боронғо ҡомартҡыларға ла бай булды тирмә. Баҡсаһы, түңәрәк күле, умартаһы, ҡоҙоғо ла бар ине.
Милли байрамдың төп биҙәктәренең береһе булған ат сабышын бигерәк тә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Көсөргәнешле бәйгелә Евгений Федоров биш саҡрымға яҡын араны беренсе булып үтте. Еңеүсе “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Евгений Лейтерға муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин “Нива” машинаһының асҡысын тапшырҙы.
Милли көрәш тә күп тамашасыны йыйҙы. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Вәлиевтең тәрбиәләнеүселәре Әмир Вәлиев, Азат Шәйәхмәтов, Эмиль Ғималетдинов һынатманы – үҙ ауырлыҡтарында еңеүсе булды. Рәсәйҙең көрәш буйынса өс тапҡыр чемпионы Алик Яҡупов, баһадир Рәлиф Мурзин, былтырғы һабантуйҙың абсолют еңеүсеһе Илмир Рәшитовтарҙың майҙанда алышын күҙәтеүе һоҡландырғыс тамаша ине. Алик – 80, Илмир – 90, Рәлиф 90 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы категорияларҙа иң-иңдәре булды. Район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин еңеүселәрҙең иңенә лайыҡлы рәүештә шәп бүләк – һарыҡ тәкәһе һалды.
Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ үтhен инде?! Ҡала һәм район үҙешмәкәр артистары үҙҙәренең сағыу сығышы менән байрамға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне.
Ләйсән ҺӨЙӨНДӨКОВА,
Гөлназ ХАЛИҠОВА.