Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, театр артисы Гүзәл Маликова Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса иң тәжрибәле төбәктәрҙе билдәләү йәһәтенән Чебоксар ҡалаһында уҙғарылған конференцияла ҡатнашты.
Фекер алышыуға шулай уҡ Сыуаш Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьев, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилова, Волга буйы федераль округының төрлө кимәлдәге етәкселәре, сәнғәт хеҙмәткәрҙәре лә килгәйне.
– Беҙҙә исемле йылды үткәреүгә ҙур иғтибар бүленә, – тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы. – Республикабыҙ Президенты Указына ярашлы, театр, музыка, хореография, кинематография өлкәһендәге иң уңышлы проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн дөйөм алғанда 100 миллион һумлыҡ 16 грант бирелде. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә – иғтибар үҙәгендә. Әле республика ҡаҙнаһынан музыка мәктәптәренә уйын ҡоралдары алыу һәм мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереү өсөн аҡса бүленде.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилова иһә Башҡортостандың йылды тейешле кимәлдә үткәреү буйынса беренселектә тороуын билдәләп үтте.
Сарала Мордва Республикаһынан, Пермь крайынан, Ульяновск өлкәһенән килгән етәкселәр ҙә тәжрибә уртаҡлашты.